+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль , 13:37

Кешенең өйөнә инһәң – һуҡыр, сыҡҡас телһеҙ бул

-

Таныш ҡатын миңә ярҙам итергә булып китте. “Кәрәкмәй” тиһәм дә, “Һинең балаларың күмәк, ә миндә үҙеңә лә, уларға ла етерлек кейем ята. Сепрәккә тигән аҡсаңды икенсе нәмәгә тотонорһоң”,-тине.
Көн һайын аптыратҡас, ярай тип, ризалаштым. Кискеһен килде. Тәүҙә өйөрөлөп йөрөп өйөмдө ҡарап сыҡты. Ашарға әҙерләп, сәй ҡайнатып ҡуйғайным. Өҫтәл артынан ике сәғәттәй тормай аптыратҡандыр. Минең эшләйһе эштәрем байтаҡ, ә ул тик ултыра. Көскә сығып китте. Соланға ҡуйған әйберҙәрен ҡарайым әле тип асып ебәрһәм!.. Совет заманынан ҡалған синтетик кофталар, уларында һап-һары таптар, эләгеп-тишелеп бөткән салбар һ.б. Шул уҡ көндө сүплеккә алып барып ырғыттым. Уның ҡарауы ул хәҙер барыһына ла нисек миңә “кейемләтә” ярҙам итеүен генә түгел, ә минең өйҙәге буяғы уңа башлаған иҙән, сүп һ.б. тураһында һөйләп йөрөй. Кешенең өйөнә инһәң – һуҡыр, сыҡҡас телһеҙ бул, тигәнде белмәйҙер был өлкән апай.

https://vk.com/bashdonya

Автор:
Читайте нас: