+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль , 11:55

Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә...

Беребеҙ ҙә фәрештә түгел-түгеллеккә, һәммәбеҙҙең дә хата аҙым яһағаны, аҙаҡтан үкенгәне барҙыр. Шулай ҙа, бәхеткә күрә, терһәкте тешләрҙәй булып ҡайғырған, яңылыш аҙымы өсөн ғүмер буйы ғазап кисергән, йәшәүенең мәғәнәһен юғалтҡан кешеләр һирәгерәк. Бына шундай көнгә ҡалған кешеләрҙең һөйләгәндәрен ҡағыҙға теркәргә йөрьәт иттем. Үҙҙәренең ризалығы менән, башҡаларға фәһем булһын өсөн, яҙырға кәрәктер, тип ышанам.Әхлаҡи ҡанундарға ярашлы, исемдәр, әлбиттә, үҙгәртелде.

Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә...
Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә...

Ғәҙәттә, ғаиләлә тауыш-ғауға ҡупһа, ҡатын, иренә үпкәләп, тыуған йортона ҡайтып китә. Быға күнегеп тә бөткәнбеҙ: асыуы бөтһә, кире ҡайта, йә ире барып ала. Ә был ғаиләлә, киреһенсә, йыш ҡына ир кеше сығып китә икән. Рәмилә саҡ ҡына тауыш күтәрә башлаһа, ире өйҙән сығып тая. Тәүҙә ҡатын ирен эҙләп, эсеп ҡолап ятҡан еренән һөйрәкләп алып ҡайта торған булған. Тик аҙаҡ ялҡа, эҙләмәй башлай. Эсеп туйғас, аслы-туҡлы йөрөп, хәлдән тайғас, үҙе ҡайтып йығыла. Бөткән кеше лә түгел, ти ҡатын уны, ваҡытында абруйлы ғына эштә эшләне, юғары белемле ине. Хәҙер күптән инде хаҡлы ялда, халыҡ әйтмешләй, “кем олоһо, кем кесеһе” булып, һаҡаллы бабай булып, аҡыл өйрәтеп ултырыр йәшкә еткән. Тик үҙенә аҡыл ултырмаған булып сыҡҡан: бер көн үсегеп сығып киткән дә, икенсе ҡатынға йәшәргә ингән. Юҡ, үҙ ауылында түгел-түгеллеккә, хатта Рәмиләнән йәшерәккә лә түгел, байтаҡҡа өлкән, хаҡлы ялдағы ҡатын­ға. “Әбейҙең нимәһенә ҡыҙыҡты икән?” – тип аптырай танышым. Бәлки, үҙегеҙҙең өйөгөҙҙә булмаған тыныслыҡты, көңгөр-ҡаңғыр килеп, аңлашып йәшәүҙе танһыҡлағандыр, көн дә булып торған ыҙғыш ялҡыт­ҡандыр, тим. Юҡ, Рәмилә үҙен улай уҡ ғауғасыл да, ваҡсыл да тип һанамай, әммә уҫалыраҡ булыуын инҡар итмәй. Үҙе башламаһа, мин уны әрләмәйем, ти бит ана. Нисек кенә яратмаһа ла, иренең икенсе ҡатынға йәшәргә инеүе бәғерен телә Рәмиләнең. “Ярай инде минән йәш, һылыу бер ҡатынға эйәләшһә, аңлар инем, ғашиҡ булғандыр, тиер инем. Был әбей уға нимәгә кәрәктер?” – тип өҙгөләнә. Етмәһә, бабайының пенсияһы ла арыу ғына, ә Рәмиләгә ҡыҙын уҡытырға кәрәк. Бер үҙенең бәләкәй генә пенсияһы утын-бесән, телефон, свет-газдан үтмәй икән. Студент кешенең аҡсаға ҡытлыҡ кисереүе барыбыҙға ла мәғлүм, шуға күрә ҡыҙының башҡалар араһында алама кейемдә, кәм-хур булып йөрөмәүен дә теләйҙер әсәй кеше.
– Нисек итһәм, иттем, барыбер ҡайтартып алдым иремде. Шылтыратып үҙен дә, теге бисәһен дә әрләнем. Ярай, ҡайтып инде ир тигәнем. Шулай ҙа бер осор матур итеп йәшәп ала ла, киреһе әйләнеп китһә, уйламаған ерҙән сығып китергә әҙер тора. Бигерәк тә мин берәй ергә юлланһам, дауаханағамы, баҙарғамы, ҡыҙым уҡыған ергәме – был сығып китә. Теге бисәһенә бармаһа ла, икенсе ир-егеттәр йыйылып эсә торған притондарға барып эйәләшә. Шундай шағараҡ ҡорған ерҙәрҙе туҙҙырып, кешеләрен йә тыйып, йә ауылдан ҡыуып, бик булмаһа, төрмәгә ултыртып бөтөргә кәрәк ине, – ти Рәмилә, йәне әсеүенә түҙә алмай. – Айҙар буйы эсеп, әҙәм рәтенән сығып, ҡарар ере ҡалмай, һаҫып ҡайтып йығыла. Шуны ҡырып-йыуындырып, кеше ҡиәфәтенә индереп алам. Ни хәл итәһең, бала бар. Уны уҡытып, кейәүгә биреп, урынлаштыра алһам, бәлки, ир йоратының кәрәге лә ҡалмаҫ.
– Балаң барлығы, йәғни аҡса етмәүе генә иреңде ҡайтарырға мәжбүр итәме ни? Йән йылылығы юҡмы ни? Һөйләшер кеше, әңгәмәсе, уртаҡ тормош көтөр ир кәрәк булған өсөн түгелме? – тип һорайым.
Рәмилә оҙаҡ уйлап тормай:
– Белмәйем. Эсмәгәндә ул бик аҡыллы, ни генә тимә, вуз бөткән кеше бит инде. Бик грамотный. Берәй документ тултырырға кәрәк булһа, ул һә тигәнсе эшләп бирә. Аң даирәһе лә, донъяға ҡарашы ла киң, матбуғатты күп уҡый, гел үҙәк гәзит-журналдарын алдыра. Уның менән һөйләшеүе лә ҡыҙыҡ. Һинең һүҙҙәреңә генә ҡушылып ултырмай, һәр нәмәгә үҙенең генә ҡарашы бар. Тик ул мине ташлап, теге бисәгә барып ингәс, шул хәтлем ғәрләндем! Илап, сәсем ағарҙы! Үҙем ҡыуып сығарған булһам, бәлки, еңелерәк булыр ине... Кеше алдында ташланған, яңғыҙ ҡатын булыуы ауыр икән. Үҙемде етем кеүек тойҙом. Хәҙер яңғыҙ ҡатындарҙың, тол ҡалыусылар­ҙың халәтен аҙ булһа ла аңлайым: улар ҙа үҙҙәрен бер кемгә лә кәрәкмәгән, артыҡ, кәм, етем итеп тоялыр. Бер кем дә уларға кәмһетеп ҡарамаһа ла, үҙеңде шулай тойоуы ныҡ ҡыйын. Алама ғына ир булһа ла, арҡалы булаһың икән ул. Хоҙай юҡҡа ғына ир менән ҡатынды шулай итеп, бергә йәшәһен, тормош көтһөн тип, бер бөтөн итеп яралтмағандыр. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә. Башҡаса ундай кәмһенеүҙе күрһәтмәһен!

https://www.ye02.ru/mahsus/9224-yr-birmk-yn-birmk.html

 

Автор:
Читайте нас: