+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль , 16:16

"Йәшлектәге хатам йөрәгемде өҙгөләй..."

Гөлсинә мәктәп йылдарында илгәҙәк, шуҡ ҡына ҡыҙ булды. Үҫмерлек осорона ла нисектер иртәрәк аяҡ баҫты, 15-16 йәшендә үк бер нисә егеттең башын бер юлы әйләндерә ине. Беҙ уның менән ниндәйҙер фән буйынса район олимпиадаһында танышып, хат алышып, дуҫлашып киткәйнек. Гөлсинәнең егеттәр менән бәйле мажараларын теҙеп яҙған хаттарын ҡыҙыҡ күреп тә, бер аҙ ғәжәпләнеп тә уҡый торғайным.

Мәктәпте тамамлағас, юлдар Өфөлә тағы осраштырҙы. Юғары уҡыу йортона инергә балы етмәгән, әммә шаталаҡ ҡыҙ юғалып ҡалмаған – баш ҡалалағы кулинария училищеһына уҡырға ингән ине. Һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла осрашып, аралашып торҙоҡ.
 
Күптән түгел оҙаҡ йылдар дауамында өҙөлөп торған дуҫлыҡты тағы яңырттыҡ. Дөрөҫөрәге, бер-беребеҙҙе социаль селтәрҙә табып алдыҡ. Арыу уҡ ҡына аралашҡандан һуң бына ниндәй хат яҙған ине ул.
 
“Һеҙ гәзитегеҙҙең төркөмөндә төрлө яҙмышлы кешеләр тураһында йыш яҙаһығыҙ. Мин һинең яҙғандарҙы ла күптән уҡып, тормошоңдо күҙәтеп барам. Кешеләрҙең фекер алышыуын, комментарийҙарын уҡыу ҡыҙыҡ та, фәһемле лә. Минең яҙғандарым да, бәлки, кемгәлер фәһемле булыр.
 
Кулинария училищеһына уҡырға ингәс, Өфө егете менән танышып, кейәүгә сығам да мотлаҡ ошо ҡалала ҡалам, тип маҡсат ҡуйҙым. Шулай итеп, бер дискотекала Ринат исемле сибәр генә егет менән таныштым. Дуҫлығыбыҙға ярты йыл үтеүгә ауырға ҡалғанымды белдем. Ваҡытты үткәреп ебәргәнмен – йөклөлөк өс айлыҡ ине. Поликлиникалағы табип ҡатын эт ашамаҫ һүҙҙәр менән әрләп сығарғас, ҡайттым да карауатыма ауҙым. Шулай аңҡы-тиңке булып йөрөп, тағы ай самаһы ваҡыт үтте. Теге мине әрләгән табип аборт тураһында ишетергә лә теләмәне. “Мин енәйәтсе түгел” тип кенә ҡуйҙы. Ринат бала тураһында ишетергә лә теләмәне, тиҙҙән тормошомдан бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ауыр әйбер күтәреп маташыуымдың, бер әбейгә барып, ниндәйҙер “дарыу” эшләтеп алыуымдың да файҙаһы булманы.
Әсәйемдәргә имтихандарҙан һуң практикаға ҡалам, оҡшаһа, тағы бер ай эшләйем, тип хат яҙҙым.
 
Августа улым тыуҙы. Мин уны бала тыуҙырыу йортонда ҡалдырасағымды алдан уҡ хәл иткәйнем инде. Табиптар һөйләшеп ҡараны, әммә ғариза яҙып, ҙур бәләнән ҡотолған кешеләй, сығып киттем. Әлбиттә, рәхәт булманы быны эшләү, әммә мин ул саҡта бала, уның артабанғы яҙмышы тураһында түгел, тик үҙем хаҡында ғына уйланым шикелле. Бына хәҙер ҡотолам да, барыһы ла онотоласаҡ, мин элекке кеүек күңелле, матур тормош менән йәшәй башлаясаҡмын...
 
Тормош миңә мәрхәмәтле булды. Кейәүгә сыҡтым, ике ул таптым. Әммә... Йылдар үткән һайын бала табыу йортонда ҡалдырған теге улым нығыраҡ иҫкә төшә бит... Балаларыма ҡарайым да ҡурҡып китәм. “Эй Хоҙайым, минең гонаһтарымды балаларыма төшөрә күрмә!” – тип ялбарам. Әлеге гонаһлы аҙымым өсөн өҙгөләнеп-үрһәләнеүҙәрем! Шул бала хаҡына тип биргән хәйер-саҙаҡаларымдың иҫәбе-һаны юҡтыр!
 
Күңелде бер генә уй йылыта: улым, моғайын, бәхетлелер. Мин уны 18 йәшемдә таптым, аҡ ҡына, тумалаҡ ҡына һау-сәләмәт бала ине. Әллә күпме ишеткәнем бар: ундай сабыйҙарҙы сират тороп көтөп алалар икән. Шуға күрә һөйөү-наҙҙа үҫкәндер улым, тип өмөтләнәм. Бәлки, үҙе лә атайҙыр әле.
 
Ни өсөн яҙҙым быларҙы? Фәһем булһын өсөн! Һәм аҙ ғына булһа ла күңелемде бушатыу өсөн...”
 
 
Автор:
Читайте нас: