-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль , 15:58

“Таныш булығыҙ – мин эскесе”

-

Студент саҡта бер һабаҡташым: “Башҡаһы-башҡа, әммә мин эскесе булып китеүҙән ҡурҡам”, – тигәйне. Эсмәгән кеше нисек эскесе булһын, тип һүҙен мәрәкәгә борғас, ул ҡыҙ: “Атайым төшөрөргә әүәҫ. Туғандар араһында ла эсеүселәр күп. Йәшәй торғас, бәлки, мин дә мауығып китермен, ә аҙаҡ был бәләнән ҡотола алмаҫмын тип борсолам...” – тип бик тә ғәжәпләндергәйне. Шөкөр, ул лайыҡлы тормош кисерә, ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләй, донъя көтә. Мәгәр уның хәтерҙә уйылып ҡалған һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар: эскелектән ҡурҡыу зарур. Ҡурҡыу ғына түгел, спиртлы эсемлектәргә ҡарата үҙеңдә һәм яҡындарыңда ытырғаныу, нәфрәт тойғоһо тәрбиәләү мөһим, сөнки ҡәһәрле ғәҙәт йәшен-ҡартын да, байын-ярлыһын да аямай, күптән замана афәтенә әүерелгән.
Журналист юлында төрлө кешеләр осрай. Бер шулай урта йәштәрҙәге олпат ир менән эш буйынса аралашырға тура килгәйне. Әммә һөйләшеү бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китте. Уның һөйләгәндәре башҡаларға фәһем булһын:
“ Эскелек – сир, ул “йоҡһа”, дауалау ҡатмарлы, ҡотолоу юлы юҡ, тип әйтһәң дә була. Был хаҡта үҙемдән сығып әйтәм, сөнки мин – алкоголик, бар тормошом эскелеккә бәйле һәм һәр көнөм үҙ-үҙем менән көрәш. Мин әлеге ваҡытта ҡәҙимге тормош алып барһам да, мейем барыбер эскесенеке, эскеселәрсә фекер йөрөтәм. Әлбиттә, шараплы стаканға үрелмәү, көндө айыҡ үткәреү өсөн иҫ киткес ихтыяр көсө, әҙәмсә итеп, матур тормошта йәшәргә теләк менән бергә, тирә-йүндәгеләрҙән аңлап ҡабул итеү ҙа кәрәк.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, минең тарихым түбәндәгесә. Етеш ғаиләлә үҫтем, атайым етәксе булды, әммә ныҡ эсә ине. Мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел: ике юғары белемем бар, сит телдәрҙә иркен аралашам, заманында юғары вазифа ла биләнем. Тик эскелекте еңә алманым, “йәшел йылан” һаҙлығының иң төбөнә төштөм, күрмәгәнемде күрҙем, күпме яҡындарымды, дуҫтарымды юғалттым...
Һуңғы туғыҙ йылда бөтөнләй эсмәйем. “Ысҡынғаның” булманымы, тиерһегеҙ. Булды, бынан өс йыл элек тағы рюмкаға үрелгәйнем, туҡтарлыҡ көс тапманым. Тағы ла тәртипһеҙ тормошҡа, көн менән төн алмашынғанын аңламаҫлыҡ хәлгә ҡайттым. Араҡыға бик тә ҡарамаҫ инем, булмай, был теләк минән күпкә көслө булып сыҡты. Ғәмәлдә, аноним алкоголиктар ойошмаһына рәхмәт – бәләләш дуҫтарым тағы бер тапҡыр һаҙлыҡтан сығырға ярҙам итте, ҡотҡарыу ҡулын һуҙҙы. Ғөмүмән, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыуымды фәҡәт ошо ойошма менән бәйләйем.
Тарихын һөйләһәң оҙаҡ, әммә шуныһы мәғлүм – бөгөн ойошма донъяның бар төбәктәрендә лә уңышлы эшләй, эскелек сиренә дусар булған, әммә унан ҡотолорға теләгән кешеләргә ярҙам итә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бында бер кем дә медицина юлы менән дауалау, аҡыл өйрәтеү, вәғәз уҡыу менән шөғөлләнмәй, асылда, бында уртаҡ бәлә берләштергән кешеләр йыйылған. Эскеселәр араһында иҙән йыуыусы һәм профессорҙар; юғары етәксе вазифаһын биләгәндәр һәм эшһеҙҙәр, ирҙәр һәм ҡатындар – һәммәһе лә бар. Йәмғиәттә улар социаль статусы, йәшәү мөхите һәм башҡа сифаттар буйынса айырылһа, беҙҙең ойошмала барыһы ла тиң һәм уларҙы фәҡәт бер маҡсат берләштерә – алкоголгә бәйлелектән ҡотолорға тырышыу, айыҡ тормош алып барыу.
Эскелеккә ынтылыш, минеңсә, нәҫелдән дә килә. Ата-әсәһе алкоголь менән мауыҡҡан кешеләрҙең балалары ла “йәшел йыланға” тиҙ бирешә. Быны үҙемдән алып та әйтәм
Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм: медицина эскесенең физик хәл-торошон яҡшырта, йәғни абстине́нт синдро́мдан (һынылышлы “пахмур”ҙан) сығара. Эскелектән ҡаҡшаған организмдың эшен көйләү өсөн дә медицина ярҙамы кәрәк, әлбиттә. Әммә наркология бүлегендә ятып сығып ҡына, бер генә эскесе лә һауыҡмай, был мөмкин дә түгел, сөнки артабан айыҡ тормошта йәшәү өсөн ихтыяр көсө, этәргес, ярҙам кәрәк. Ә беҙҙә нисек? Ғәҙәттә, кеше дауаланыу үткәндән һуң ҡәҙимге мөхитенә ҡайта, шул уҡ дуҫ-иштәре менән аралаша, хәмер эскән компанияларҙа булырға тура килә. Бәғҙеләр: “Нимә, хөрмәт итмәйһеңме ни?”, - тип рюмка һуҙырға ла тартынмай...Ошонан һуң эскесе тағы ла “ысҡына”, күнеккән тормош рәүешенә ҡайта...”.
Ҡыҫҡаһы, уйланырға урын бар. Олпат ағайҙың проблемаһы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләүе – үҙе үк үҙенсәлекле күренеш. Икенсе яҡтан, ул башҡаларға һабаҡ һәм иҫкәртеү булһын ине.
Автор:
Читайте нас: