+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль , 15:42

“Хыянатты кисерә алмайым...”

Беребеҙ ҙә фәрештә түгел-түгеллеккә, һәммәбеҙҙең дә хата аҙым яһағаны, аҙаҡтан үкенгәне барҙыр. Шулай ҙа, бәхеткә күрә, терһәкте тешләрҙәй булып ҡайғырған, яңылыш аҙымы өсөн ғүмер буйы ғазап кисергән, йәшәүенең мәғәнәһен юғалтҡан кешеләр һирәгерәк. Бына шундай көнгә ҡалған кешеләрҙең һөйләгәндәрен ҡағыҙға теркәргә йөрьәт иттем. Үҙҙәренең ризалығы менән, башҡаларға фәһем булһын өсөн, яҙырға кәрәктер, тип ышанам.Әхлаҡи ҡанундарға ярашлы, исемдәр, әлбиттә, үҙгәртелде.

“Хыянатты кисерә алмайым...”
“Хыянатты кисерә алмайым...”

Был тарих, бәхеткә күрә, фажиғәле түгел, ләкин геройҙарға күп йоҡоһоҙ төн үткәрергә, бихисап рухи көс сарыф итергә тура килгән. Билдәле булыуынса, хәҙер күп ир-егет сит тарафтарға китеп аҡса эшләй. Дамираның хәләл ефете Марат та Себер яғына сығып китә. Бығаса ситкә йөрөп эшләмәгән, аҡсаһы аҙ булһа ла, ауылда бер ойошмала ҡарауылсы булып йөрөгән. Дүрт бала үҫкән ғаиләлә олоһо институтҡа уҡыр­ға ингәс, матди ауырлыҡ, аҡса етмәү үҙен һиҙҙертә башлай. Балалар эргәлә булғанда бигүк беленмәһә лә, ҡала аҡсаны һура торған урын шул. Малайҙарының әленән-әле аҡса һорауы Маратты ҡырға китеп эшләргә тигән уйға килтерә. Ҡатыны ла риза була, матур итеп әҙерләп, хәләлен Себергә оҙата. Тәүге вахтала яҡшы ғына эшләп ҡайтһа ла, аҡсаны бары икенсе вахта аҙағына ғына түләйәсәктәр икән. Ял итеп, хәл йыйып, йорт-ҡураны ҡараштырып, Марат икенсе вахтаға йүнәлә һәм ... оҙаҡҡа юғала. Тәүҙә һирәк-һаяҡ ҡына телефон аша һөйләшеп торһалар, һуңғараҡ бөтөнләй шылтыратмай башлай. Дамираның шылтыратыуын йә алмай, йә трубканы ташлай. Аҙаҡ бөтөнләй юғала. “Абонент не доступен”. Дүрт бала өсөн тапҡан-таянғанын еткерә алмаған Дамира аҡылдан яҙыр сиккә етә: Маратты үлтергәндәрҙер, тип уйлай. Хатта Рәсәй телевидениеһына “Эҙләйем һине” тапшырыуына хат яҙа. Шунан ғына иренән, бөтөнләй ят номерҙан, шылтыратыу килә. Маратының тауышын ишетеп, шатланырға ла өлгөрмәгән ҡатынды тәүге һүҙ үк боҙло һыуға сумдыра. “Башҡа эҙләп, шылтыратып йонсотма. Мин икенсе ҡатын менән йәшәйем”, – ти ире һәм трубканы ташлай.
Ул саҡтағы хәлен, халәтен әле лә аңлата, һөйләй алмай Дамира. “Көнө-төнө иланым, психҡа әйләндем, ғүмерҙә балаларға тауыш күтәрмәгән кеше, уларҙы әрләү генә түгел, ҡул күтәрә башланым. Әйтерһең, аталарының алйотлоғонда, хыянатында улар ғәйепле. Берәү менән дә матурлап һөйләшә алмайым, берәүҙең дә кәңәшен тыңламайым. Шул саҡта Мараттан йәнә шылтыратыу: айырылышыу тәҡдим итә. Үлә яҙҙым! Бер ҡасан да алама һүҙ әйтмәгән кеше, әллә ниндәй йәмһеҙ һүгенеү һүҙҙәрен беләм, имеш. Шуларҙы әйтһәм, нисектер рәхәт булып ҡала, еңеләйеп китәм. Юҡ, айырылышыуға ризалашманым. Бала­ларыңды үҫтер, тинем. Әллә нисә шылтыраттылар, үҙе лә, теге бисәһе лә. Матурлап әйтеп тә ҡарайҙар, әрләп тә, ҡурҡытып та. Юҡ, ныҡ торам, ризалыҡ бирмәйем. Ике йыл дауам итте ошо тамуҡ. Ошо ике йылда егерме йылға ҡартайҙым, сәстәрем ағарҙы, тештәрем төштө. Йылмайыу, көлөү тигән нәмәне оноттом. Бына нисек була икән, ирең хыянат итһә, һине икенсегә алмаштыр­һа! Кинола ҡарауы ғына рәхәт икән: йөрәктең һыҙлауын, ысын физик һыҙланыуҙы үҙең кисермәй тороп аңлап та, аңлатып та булмай. Ике йылдан ҡайтты был. Бөтөнләйгә. Тегеһенән төңөлгән, күңеле ҡайтҡан. Халыҡ: “Уйнаш уттан ҡыҙыу, б... тан һаҫыҡ”, – тигән бит. Ҡыҙыуы һәм ҡыҙығы бөткән, һаҫығы ғына тороп ҡалған. Нисек шул алйот бисәгә әүрәүен, нисек уның әрпешлеген, яманлығын, яуызлығын күрмәүен һөйләп, үҙе аптырай. Моғайын, сихырлағандыр, шуға күҙемә бер нәмә лә салынмағандыр, ти. Марат ҡайтып ингәс, тәүҙә шул хәтлем ҡыуандым, еңеүемә тантана иттем, йәнәһе, барыбер минеңсә булды. Тик был эйфория үткәйне, иремде күрә алмай башланым. Эргәмә яҡынлатҡым килмәй, һыуынғанмын. Ерәнәм. Теге бисәһен күҙ алдыма килтерәм дә, ытырғанып, ҡоҫҡом килә башлай. Хәҙер инде минең Марат менән йәшәгем килмәй, айырылышҡым килә. Тик Марат риза түгел. Ул киткәс, илаған көндәремә, йоҡоһоҙ төндәремә аптырайым: рәхәтләнеп үҙем өсөн йәшәргә, тыныс күңел менән ял итергә, балаларымды ҡосаҡлап ҡына ултырырға кәрәк булған. Хәҙер яңғыҙлыҡтан ҡурҡмайым, бөгөн сығып китһә лә ризамын. Ғаиләмде һаҡлап ҡалыуҙы ла кәрәкле һанамайым, күрә алмаған, йәнең дә, тәнең дә тартмаған кеше менән йәшәү – үҙе ғазап. Ғаиләм емерелә икән, ул ғәйепле – ул емер­ҙе, үҙенә ышанысты юғалтты”.
Ошоларҙы һөйләгән һылыу, әммә, ысынлап та, ике йылда нисектер өлкәнәйеп киткән Дамираға ҡарап, төрлө уйҙарға сумам. Бәлки, тәүҙә үк Марат сығып китмәй, Дамира уны ҡыуып сығарһа, шунда уҡ айырылышҡан булырҙар ине, моғайын. Яратыу түгел, был осраҡта ғорурлыҡ, кеше алдында бахыр булып күренергә теләмәү тойғоһо көслөрәктер, күрәһең. Ташланы түгел, мин ташланым, китте түгел, мин ҡыуҙым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас тәкәбберлек, мин-минлек. Яҡшы сифатмы был, насармы? Әммә һүҙ әлегә ул турала түгел, ә “Йәр бирмәк – йән бирмәк”тең ысын асылы хаҡында. Артабан нисек булыр, кисерерме Дамира хәләл ефетен, әллә яңғыҙлыҡты һайлармы? Балалар ни әйтер? Һуң булмаҫ элек, бәлки, төптән уйлап, яңылыш аҙымдан һаҡланырға кәрәктер?..

https://www.ye02.ru/mahsus/9224-yr-birmk-yn-birmk.html

 

Автор:
Читайте нас: