+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль , 13:54

ЙӘШЛӘЙ ҺӨЙГӘН ЙӘРЕҢ ЯТҠА ҠАЛҺА

Ике йыл тирәһе элек гәзитебеҙҙең "Мосолман әҙәбе" рубрикаһында "Ярат, әммә табынма!" тип аталған кескәй генә мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. "Йыш ҡына йәштәр бөтә һөйөүен Аллаһҡа түгел, ә яратҡан кешеһенә йүнәлтә. Бындай кешеләр Раббыбыҙҙың исемен түгел, һөйгәненең исемен ҡабатлай. Улар Аллаһ Тәғәлә өсөн түгел, бары тик һөйөклөләре өсөн ҡорбандарға бара. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, йәштәр бер-береһен илаһилаштыра. Һөйгәндәр бер-береһенә "Мин һине генә яратам", "Һинең өсөн йәшәйем", "Был донъяла минең өсөн һин генә бар" тигән һүҙҙәр бүләк итә һәм Аллаһтан йыраҡлаша…"

ЙӘШЛӘЙ ҺӨЙГӘН ЙӘРЕҢ ЯТҠА ҠАЛҺА
ЙӘШЛӘЙ ҺӨЙГӘН ЙӘРЕҢ ЯТҠА ҠАЛҺА

Гәзитебеҙҙә әленән-әле бына ошоноң һымаҡ аҡыллы фекерҙәре менән бүлешкән авторҙарҙың яҙмаларын оло кинәнес менән уҡыйым. Яуапһыҙ мөхәббәт арҡаһында йәштәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы йә һөйгәнен үлтереүе хаҡында һүҙ барғайны ул мәҡәләлә. Күберәк "Ромео һәм Джульетта", "Отелло" һымаҡ әҫәрҙәрҙе уҡып йә сәхнәнән ҡарап үҫкән йәштәргә йүнәлтелгән бындай һүҙҙәр. Егет менән ҡыҙ араһында булған мөхәббәтте бар нәмәнән юғары ҡуйған һинд фильмдарын (беҙҙә лә ундайҙар етерлек) ҡарап, шуға мөкиббән китеп ышанған үҫмерҙәребеҙ араһында ла осрай торған бындай хәлдәр хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр.
Мин хәрби табип булып хеҙмәт иткән осорҙа беҙҙең полкта бер ҡаҙаҡ егете аҫылынып үлгәйне. Имәндәй таҙа, ер һелкетеп баҫып йөрөгән был һалдаттың фажиғәһе бар часты тетрәтте. Кеше үлгәнлеген раҫлау өсөн саҡырылған доктор булараҡ, әлеге һалдатты ентекләп тикшергән мәлдә уның янында "Үҙ иркем менән үләм" тигән яҙыу табылды. Ҡурҡышынан ағарынған командирға уны урыҫ теленә тәржемә итеп бирҙем. Бер аҙ ваҡыттан командир миңә (ҡаҙаҡ телен аңлаған берҙән-бер офицерға) әллә күпме хат алып килеп тотторҙо һәм уларҙы тәржемәләргә бойорҙо. Был эш бигүк еңел булмаһа ла, тырыштым, һалдатҡа килгән хаттарҙың мәғәнәһен яҡынса аңланым һәм командирға асыҡлап бирҙем. Егетте әрмегә оҙатып ҡалған ҡыҙ икенсе берәү менән танышыуы хаҡында яҙғайны. Был суицид әлеге лә баяғы "бабайлыҡ" касафаты түгелме икән, тип шикләнгән часть командиры хат йөкмәткеһен ишеткәс, иркен тын алып ҡуйҙы. Хәйер, үҙе үк "дед" булып йөрөгән, йәғни бер-ике айҙан "дембел"гә ҡайтып китергә тейешле һалдатты кем ҡыйырһытһын инде…
Ана шул "яуапһыҙ мөхәббәт" арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы йәлләп, милләттәштәрем менән ошо юҫыҡта фекерләшеп алмаҡсымын. Беҙҙең йәштәребеҙ араһында ла, үкенескә, шундай хәлдәр булғылап тора бит. Бала сағымда ишеткән бер шаян таҡмаҡ хәтеремдә:
Башҡортса - "ҡайҙа бараһың",
Урыҫса - "куда пойдешь".
Һөйгән йәрең ятты һөйһә,
Пожалуй, с ума сойдешь…
Минең дә үҫмер сағымда әҙәм балаһын "аҡылдан шаштыра" торған мөхәббәт тигән нәмәгә ышанған осором булманы түгел (һәр йәш кешенең шундай мәле булалыр). Әммә байтаҡ ҡына йәшкә еткән, инде "донъя күргән" кеше булараҡ, бөгөн ошоноң һымаҡ осраҡтарға реаль күҙлектән сығып ҡарауҙы хуп күрәм. Шуға күрә лә, һөйгән йәрең ятты һөйһә, тик шатланырға ғына кәрәктер, тигән инаныуҙамын. Ошо фекеремә дәлил итеп, әллә күпме миҫалдар ҙа килтерергә була.
Элек, бала саҡта, беҙҙең яҡтарҙа һылыу ғына бер апай, үҙен яратып йөрөгән егетте ташлап, уның ике туған ҡустыһына тормошҡа сығып китте. Был ҡыҙға ышанып йөрөп тә, унан ҡолаҡ ҡаҡҡан ағайҙы бик тә йәлләгәнем хәтерҙә. Үҙе лә, әлбиттә, ныҡ ҡына ҡайғырғандыр тип уйлайым. Әммә бер нисә йылдан әлеге һылыу ҡатын эскелеккә һабышты. Был хәлде күреп йөрөгән әлеге ағай: "Әлдә ул миңә ҡатынлыҡҡа бармаған икән…" - тип һөйөнгән, тип һөйләнеләр.
Икенсе бер танышым йәш сағында ауылындағы иң матур ҡыҙҙы "иҫе китеп" һөйөп, хатта кәләш итеп тә алған булған. Тик һуңыраҡ ғәйәт янъялсы булып сыҡҡан шул ҡатын менән тормошон бәйләүенә ғүмер буйы үкенеп йәшәүе хаҡында һөйләгәйне. Күрше ауылда бер апайҙың башҡаларҙы бар тип тә белмәй, бынамын тигән егеттәрҙе кире ҡағып, үҙенең "өҙөлөп яратҡан" егетен әрменән көтөп алғаны, шуға тормошҡа сығып, һуңынан һөйгәненән ныҡ рәнйетелеп йәшәгәне хаҡында беләм. Ҡайһы бер оло кешеләр араһында "беренсе мөхәббәтен" онотмай, юғары хистәрен ғүмер буйы йөрәк түрендә һаҡлағандар ҙа юҡ түгел. Шундай осраҡтарҙы ла беләм: кемдәрелер пенсия йәшенә еткәс, икеһе лә тол ҡалғас, ҡабаттан осрашып, бергә йәшәй башлай. Бер яҡтан уйлаһаң, хәҙер инде арала ҡамасаулаусы һис кем юҡ, беренсе мөхәббәткә дан йырлап, гөрләтеп йәшә лә йәшә, шулай бит? Тик, ғәҙәттә, оҙаҡ йылдарҙан һуң ҡауышҡан бындайҙар бер-береһе өсөн бөтөнләйгә ят булып сыҡҡанын тиҙ аңлай. Һәр ҡайһыһының үҙ балалары, инде үҙ донъяһы булған был парҙар, нәтижәлә, ҡабаттан айырылышырға мәжбүр була…
Бына шундай һәр төрлө тормош хәлдәрен күреп йөрөүенә ҡарамаҫтан, үкенескә, йәштәр "мөхәббәт бер генә, килмәй ул гел генә…" тигән инаныуҙа. Шул арҡала үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар булып тора. Бынан тыш, мөхәббәт арҡаһында үпкәләшеп, иң яҡын дуҫтарын юғалтҡандар ҙа булғылай. Тормошта дуҫтарың булыу, уларҙы яратыу, хөрмәт итеү ҙә ҙур ғына урын алып тора бит. Бындай бәхәсле осраҡтарҙа ысын дуҫлыҡты хатта мөхәббәтеңдән дә артығыраҡ күреү кәрәклеге хаҡында урыҫтарҙың элегерәк йырлаған бер йыры иҫемдә. Миңә был йыр ифрат та оҡшай ине: "…Ну, а случится, что друг влюблен, а я на его пути, - уйду с дороги. Таков закон: третий должен уйти…" Минең фекерем менән килешмәүселәрҙең күп булыуына шикләнмәйем (айырыуса, йәштәр араһында), әммә әлеге мөхәббәт тип аталған төшөнсәгә бына ошондай ҡараш, минеңсә, һис кенә лә насар түгел.
Иң башта килтерелгән мәҡәләлә Иблестең Аллаһтан алыҫайтыу өсөн ошондай һуҡыр мөхәббәт хистәрен үәсүәсә ҡылып, шуның менән кеше күҙҙәрен, аңын томалап ҡуйыуы хаҡында ла бәйән ителә. "Кеше һөйгәненең ысын йөҙөн күрмәй, үҙен дә, Аллаһ Тәғәләгә алып барған юлды ла юғалта…" Мин бына ошо һүҙҙәр менән килешәм: әҙәм балалары, ысынлап та, бер-береһен Аллаһ ризалығы өсөн яратырға тейеш.
Кемдер берәү, бәлки, мөхәббәткә бәйле "суицид" тигән нәмә беҙҙең боронғо диндар ата-бабаларыбыҙҙа ла булған бит, тиер. Хатта, әйтәйек, һыуға батып үлгән "ете ҡыҙҙы" ла миҫал итеп килтереүҙәре ихтимал. Эйе, бәғзе бер легендаларыбыҙға ярашлы, шундай осраҡтар ҙа булмаған тип әйтә алмайбыҙ. Халҡыбыҙҙың "Ете ҡыҙ" тип аталған йырын ишетмәгән кеше лә юҡтыр. Тик уның легендаһын белмәгәндәр барҙыр тип уйлайым. Белеүемсә, был йырҙың тарихының бер нисә варианты бар. Тәүгеһенә ярашлы, бер егет апалы-һеңлеле ете матур ҡыҙҙы яратып йөрөй. Ҡыҙҙар ҙа, әлбиттә, уға ғашиҡ булған. Ниндәйҙер сәбәп менән, күпмелер ваҡытҡа ҡырға китер булғас, егет уларға: "Ҡайһығыҙ мине иң беренсе ҡаршы сығып ала, шуға өйләнермен", - тип әйткән, имеш. Ҡыҙҙарҙың һәммәһе лә уға тормошҡа сығырға вәғәҙә итеп ҡалған. Әммә был егет киткәс, ҡыҙҙарҙың атаһы уларҙы башҡа кешеләргә кейәүгә бирергә булған. Бының менән ризалашмаған ҡыҙҙар, һүҙ беркетеп, бер юлы тәрән һыуға һикереп, батып үлгән, имеш… Йырҙың бер куплетында ошондай юлдар бар: "Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ, ҡайтып килһәм, бере юҡ. Намыҫ һаҡлап күлгә батҡан, ғәйеп итер ере юҡ…"
Риүәйәттең икенсе бер вариантында боронғо барымта-ҡарымталар осоро, ҡаҙаҡтар тарафынан урланған ете ҡыҙ тураһында һөйләнелә. Ҡаҙаҡ тотҡононан ҡасып, тыуған иленә ҡайтып етеп барған мәлендә арттарынан ҡыуып килеүселәрҙең ҡулына ҡабат эләкмәҫ өсөн был ҡыҙҙарҙың күлгә батып үлеүе фаразлана.
Легенданың тағы бер өлгөһө бөтөнләйгә тиерлек башҡа эстәлекле. Ете ҡыҙ бер туған түгел, ә тиҫтерҙәр булған тип әйтелә унда. Был әхирәттәр күлгә килеп, аулаҡлап һыу инергә төшкән. Шул арала һыу буйына килгән бер-нисә егет йәш һылыуҡайҙарҙың йөҙөп йөрөгәнен күреп, уларҙы күҙәтә башлаған. Ул ғына ла түгел, был әҙәпһеҙҙәр ҡыҙҙарҙың һыуҙан сыҡҡанын көтөп ултырғандар, имеш. Әммә бала саҡтарынан ата-әсәләре тарафынан имани рухта тәрбиәләнеп үҫкән мөслимә ҡыҙҙар яр ситендәге егеттәргә үҙҙәренең тәнен күрһәтеп сығыуға ҡарағанда үлемде артығыраҡ күреп, һыуға сумған… Минеңсә, бына ошо варианты ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килгәндәй. Бында егетен юғалтҡан ете ҡыҙ түгел, ә сит ир-атҡа тәнен күрһәтеүҙе оло хурлыҡ тип һанаған, "намыҫ һаҡлап күлгә батҡан" оялсан башҡорт ҡыҙҙары хаҡында һүҙ бара тип аңлау хәйерлерәктер. Һәр хәлдә, әлеге әйтмешләй, "мөхәббәтенә иҫереп" һыуға ташланғандар хаҡында түгелдер, тип ышанам.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

Автор:
Читайте нас: