+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 15:29

Ғәли ибн Хөсәйен

-

бай йәки фәҡир сағында ла Аллаһ күрһәткән урындарға саҙаҡа биреүсе, мохтаждарға, ярлыларға ярҙам итеүсе Ғәли ибн Хөсәйен ибн Ғәли (Аллаһтың рәхмәтендә булһа ине) иҫкә төшөрәһе килә. Ул тәбиғиндәрҙән булған, йәғни сәхәбәләрҙең уҡыусыһы. Улай ғына түгел, ул дүртенче хәлифә һәм Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең кейәүе Ғәли бин Әбү Талибтың (Аллаһ унан риза булһа ине) ейәне булып тора. Шулай итеп, ул Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең нәҫеленән булған. Аллаһтың рәсүле сғс әйткән: «Минең нәҫелем Ғәлиҙән һәм Фатиманан дауам итәсәк», – тигән. Ғәли ибн Хөсәйен тарихта күберәк Зәйнүл Ғәбидин исеме менән билдәле. Был исем «ғибәҙәт ҡылыусыларҙың зиннәте» тип тәржемә ителә. Ул Мәҙинә ҡалаһында йәшәгән. Уның Аллаһҡа булған ғибәҙәте башҡаларҙың ғибәҙәтенән ныҡ айырылып торған. Ул ялан сәскәләре араһында хуш еҫле гөлсәскә (роза), күктәге йондыҙҙар араһында юл күрһәтеүсе йондоҙ кеүек булған.
     Ул һәр намаҙҙы ҡалтыранып, тетрәнеп көткән. Кешеләр: «Ни өсөн һин намаҙҙы шулай ҡалтыранып көтәһең?» – тип һорағандар. Ул былай тип яуап биргән: «Әллә белмәйһегеҙме, мин бит Бөйөк Раббым, барлыҡ нәмәләрҙең батшаһы булған Аллаһы Тәғәлә ҡаршына баҫырға әҙерләнем», – тигән. Зәйнүл Ғәбидин төнгө намаҙҙар уҡығанда, күҙ йәштәрен ағыҙып, бындай доға ҡылған:
     "Йә, Раббым, кешеләр йоҡлап китте, йондоҙҙар юҡҡа сыҡты. Һин генә Мәңге Тере һәм Бөйөк Зат, Һин бер ҡасан да йоҡламайһың. Минең серҙәремде беләһең һәм Һин гонаһтарҙы Ғәфү итеүсе. Йә, Раббым, Үҙеңдең рәхмәтеңде һәм тыныслыҡты иңдерһәң ине, мине Үҙ рәхмәтеңдән ситләштермәһәң ине".
     Хәҙрәти Зәйнүл Ғәбидин әйткән: «Ҡайһы берәүҙәр Аллаһҡа Унанҡурҡып ғибәҙәт ҡылалар. Дөрөҫөн әйткәндә, был – ҡолдар ғибәҙәте. Икенселәр иһә, Аллаһҡа бары тик сауап өмөт итеп кенә ғибәҙәт ҡылалар. Был – сәүҙәгәрҙәр ғибәҙәте. Аллаһтың ошондай бәндәләре бар, улар Аллаһҡа Уны яратҡанға һәм Уға рәхмәтле булғанға ғибәҙәт ҡылалар. Дөрөҫөн әйткәндә, был изгеләрҙең һәм азат кешеләрҙең ғибәҙәтелер», – тигән.
     Аллаһы Тәғәлә Зәйнүл Ғәбидин хәҙрәттәренә донъя малына ишектәр асты. Уның яҡшы килем килтерә торған сауҙа эше, игендәре булды. Бынан тыш ул Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең нәҫеленән булғанға күрә, уға Мәҙинә шәһәренә төрлө илдәрҙән килгән ғәнимәт малдарынан өлөш сығарылды, әммә был байлыҡ, матди керемдәр уны боҙманы, тәкәбберлеккә килтермәне, киреһенсә, Аллаһтан ҡурҡыу хисен, йәғни тәҡүәлекте арттырҙы ғына. Зәйнүл Ғәбидин был донъя байлығын мәңгелек ниғмәттәргә ирешер өсөн ҡулланды. Төндә, бөтә кешеләр йоҡлаған ваҡытта, Зәйнул Ғәбидин үҙенең елкәһенә ризыҡ менән тулы ҡапсыҡты һалып, фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға шул ризыҡтарҙы таратты. Һәр иртәлә улар үҙ өйҙәре янында был бүләктәрҙе таба инеләр.
     Һалҡын һәм ямғырлы төндә, Зухри исемле мәшһүр ғалим, елкәһенә ауыр ҡапсыҡ йөкләгән Зәйнүл Ғәбидинде күргән. Имам Зухри ғәжәпләнеп һораған: «Әй, Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләмдең нәҫеленән булыусы, был нимә?» – тигән. Зәйнүл Ғәбидин былай тип яуап биргән: «Мин сәфәргә әҙерләнәм, шуның өсөн аҙыҡ-түлек әҙерләйем һәм уны хәүеф-хәтәрһеҙ урынға алып барам». Шунан һуң Зухри үҙ ярҙамын тәҡдим иткән, ләкин Зәйнүл Ғәбидин уны ҡабул итмәгән. Имам Зухри әйткән: «Һин арҡаңда бындай ауыр ҡапсыҡтарҙы йөрөтөргә лайыҡ түгел» – тигән. Зәйнүл Ғәбидин: «Миңә был сәфәрҙә ярҙам итәсәк һәм мин барасаҡ ергә барып етергә еңеллек бирә торған әйберҙе йөрөтөргә минең дәрәжәмде һис бер ҙә төшөрмәй. Мин һинән һорайым, юлымды дауам итергә рөхсәт бир», — тип яуап биргән. Бер нисә көндән һуң, улар йәнә осрашҡандар һәм имам Зухри әйткән: «Һин әйткән сәфәр эҙҙәрен күрмәйем», – тигән. Хәҙрәти Зәйнүл Ғәбидин: «Әй, Зухри, был – һин уйлаған нәмә түгел. Был сәфәр – үлемдер һәм мин уға әҙерләнәм. Үлемгә әҙерләү иһә – харамдарҙан баш тартыу һәм йомартлыҡ күрһәтеү», – тип яуап биргән.
     Көндәрҙән бер көндө фәҡирҙәр үҙ өйҙәре янында бүләктәрҙең булмауын күрҙеләр. Бөтә Мәҙинә буйынса хәҙрәти Зәйнүл Ғәбидиндең үлеме тураһында хәбәр таралды. Уның тәнен йыуған кеше, елкәһендә арҡаһында һәм ҡара эҙҙәр булғанын күргән. Был эҙҙәр нисек барлыҡҡа килгәнен бер кем дә аңлай алмаған. Был эҙҙәр тураһында Зәйнүл Ғәбидиндең туғандарынан һорағандар. Улар әйткәндәр: «Зәйнүл Ғәбидин һәр төндө Мәҙинә фәҡирҙәрен шатландырыу ниәте менән үҙ елкәһендә ризыҡ менән тулы булған ҡапсыҡтар йөрөткән, был эҙҙәр ҡапсыҡтар эҙе», – тип яуап биргәндәр. Шуныһы ҡыҙыҡ, Зәйнүл Ғәбидин ярҙам иткән ғаиләләрҙең һаны йөҙгә яҡын булған.
     Бер тарихи ваҡиға менән таныштыраһым килә. Бер көндө Зәйнүл Ғәбидин хәҙрәттәренә шәкерттәре һорау биргәндәр:
      –  Хәҙрәтебеҙ, һеҙҙең дәрестәрегеҙ, вәғәҙдәрегеҙ, нәсихәттәрегеҙ бик тәьҫирле һәм файҙалы. Беҙҙе бик ҡыҙыҡһындырған бер һорауыбыҙ бар. Әгәр рөхсәт итһәгеҙ һәм асыуланмаһағыҙ, һорамаҡсы булабыҙ.
      – Әлбиттә, һорағыҙ. Һорау биреүсе шәкерттәрҙә өмөтөм бик ҙур, – тип әйткән хәҙрәти Зәйнүл Ғәбидин.
      – Хәҙрәт, һеҙҙең кеүек хәҙрәт исемен алған ғалимдар бик күп, уларҙың күбеһенә хәҙрәт тип әйтәһе урынға, хәсрәт әйтәһе килә, сөнки улар алған ғилемдәре, һөйләгән һүҙҙәре буйынса йәшәмәйҙәр. Әммә һеҙ (маҡтау булмаһын) уларҙан айырмалы булараҡ, бәләкәй саҡтан уҡ динле, ихлас күңелле булып үҫкәнһегеҙ. Кешеләрҙең күбеһе шикелле, аҙашып, һаташып, гонаһ эшләп, әшәкеләнеп йөрөмәгәнегеҙ. Һеҙҙең йәштән үк шундай булып үҫеүегеҙгә һәм тәүфиҡлы булып ҡалыуығыҙға берәр сәбәп бармы? Бер ниндәй сәбәпһеҙ бер кеше лә насар ҙа, яҡшы ла булып китмәй, – тип һоранылар шәкерттәр. Зәйнүл Ғәбидин үҙенең яуабында:
      – Беренсенән, кешенең тәүфиҡлы булыуы үҙенән тормаҫ. Ул – Аллаһы Тәғәләнең бәндәһенә биргән иң ҙур бүләктәрҙең береһе. Һис шикһеҙ, һеҙҙең һүҙегеҙҙә лә дөрөҫлөк бар. Һәр бер әйберҙең үҙенең сәбәбе була һәм кеше буштан-бушҡа насар ҙа, яҡшы ла булып китә алмай. Тормошта тәүфиҡлы булып ҡалыуыма сәбәпсе булған бер хәл тураһында, һеҙгә ҡыҙыҡ булһа һөйләп китәм.
     Туғыҙ йәшкә етеп, ун йәшемә аяҡ баҫҡандан һуң, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа сүрәләр булһа ла өйрәнәм, тип мәсеткә барған инем. Унда килеп ингәс, нурлы йөҙлө, ап-аҡ сәсле һәм ап-аҡ һаҡаллы, битендә сабыйлыҡ йылмайыуы булған бер ҡарт ҡаршы алды. Мәсеткә беренсе, икенсе, өсөнсө барыуҙарымда ла был ағай ҙа гел күҙемә салына ине. Дүртенсе тапҡыр килеүемдә унан һораным:
      – Ағай, һеҙгә нисә йәш?– тинем. Ул яуап ҡайтарҙы:
      – Миңә улым дүрт йәш, – тине һәм йылмайҙы. Мин уға әйттем:
      – Һеҙгә бит инде дүрт йәше түгел. Мин, дүрт йәшлек бала менән алтмыш-етмеште тултырған кешене айыра алам инде, – тинем. Ҡарт үҙ яуабында:
      – Миңә дүрт йәш, тип әйтеүем шунан, сөнки етмеш дүрт йыллыҡ ғүмеремдең һуңғы дүрт йылында ғына Аллаһты таный башланым. Ғөсөл, тәһәрәтте өйрәнеп, намаҙға баҫтым, мәсеткә йөрөп, мәңгелегемә ризыҡ әҙерләй башланым. Быға тиклем йәшәгән тормошомдо донъяға тыуып, йәшәнем, тип әйтергә лә оялам. Сөнки ғүмеремде фани донъя ҡыуып, буш, кәрәкһеҙ эштәрҙә уҙҙырҙым, – тип тамамланы ул. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уның күҙҙәренән йәштәр аҡты. Был ағайҙың фекере күңелемдә мәңге ҡалды. Етмеш йәшемә етеп, донъяға яңы ғына тыуҙым, тип, донъя һәм ахирәтте бер тигеҙ алып барҙым. Юлдарыма кәртә булып баҫҡан гонаһтарҙан тыйылырға тырыштым. Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тәүфиҡ нурын күңелдәребеҙгә индерһен, аҙаштырмаһын, яңылыштырмаһын. Тән яғынан ғына түгел, рухи яҡтан да кеше булараҡ булып йәшәргә насип итһен, – тип һөйләне хәҙрәти Зәйнүл Ғәбидин.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Әлеге тарихи хәлдән шуны аңларға була, кеше Аллаһы Тәғәләне танып, уға ғибәҙәт ҡылып йәшәһә, ул ысын мәғәнәһендә тере кеше булып һанала. Әгәр кеше Аллаһты танымаһа, Уның ҡушҡандарын үтәмәһә, гонаһтарҙан тыйылмаһа, ул күҙгә тере булып күренһә лә, Аллаһ ҡаршыһында үле һымаҡ һаналыр.
Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм әйткән:
     "Аллаһы Тәғәләне танып, изгелек эшләп йәшәгән кеше менән Аллаһты танымайса йәшәгән кеше – тере һәм үле кеүек",– тигән (Бохари, Мөслим).
     Аллаһы Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙға Зәйнүл Ғәбидин кеүек изге кешенән үрнәк алып, Аллаһы ризалығы өсөн игелекле ғәмәлдәр ҡылып, харамдарҙан һаҡланып йәшәргә насип итһә ине. Ошо изге юлға баҫҡанбыҙ икән, ҡалғандарҙы ла баҫтырырға беҙҙе Аллаһу Тәғәлә үрнәк ҡылһа ине. Иң ҙур сәбәп доға. Аллаһу Тәғәләнән һорап һәр бер намаҙҙан һуң доға ҡылайыҡ, балаларыбыҙҙы ла, яҡындарыбыҙҙы ла Раббыбыҙ Аллаһ тура юлға баҫтырһа ине. Барыбыҙҙың да иманыбыҙҙы камил ҡылһа ине. Аҙашыу юлдарҙан һаҡлаһа ине. Ике доньяның бәхетен дә бирһә ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһа ине.
     Әмин! Йә Раббил ғаләмин! Доға.

Сығанаҡ һәм тулыраҡ уҡырға: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99li-ibn-x%D3%A9s%D3%99jen.html

 

Автор:
Читайте нас: