+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар , 10:50

ИКЕНСЕ УРЫНДА

-

Ирҙәре тураһында һөйләй апайҙар. Йәш саҡтарында йәндәре көйгән, үртәлеп илаған мәлдәрен иҫтәренә төшөрөп һөйләшеп ултыралар.Мин тыңлайым. Ҡарттары күптән вафат өсәүһенең дә, шуғалыр микән, хәҙер асыуҙары юҡ, булғаны онотолғанғандыр. Йә ҡабат кисереп ,күңелдәрен төшөргөләре килмәйҙер. Хәҙер уны һөйләнең ни ҙә һөйләмәнең ни, булыры булған инде, тигән шикелле, бер килке шым ултырҙылар. Өсөһө лә һөйкөмлө, ыҫпай. Матур йәшәйҙәр, аяттар уҡыйҙар, намаҙҙалар. Балалары ҡәҙер итә.
Мин дә тик кенә ултырам, үҙемдекен уйлайым. Берәүҙең дә һандығы буш түгел, тиҙәр бит. Ә апайҙар, әйтерһең, һандыҡтарында йылдар буйы йыйыла барған сепрәк - сапраҡтарын, яулыҡ - күлдәктәренең бер аҙын, төпкәрәк һалғандарын, дымланып ятмаһын, мыр(көйә) ҡырҡып ҡуймаһын, тип, сығарып ҡарап, ҡаҡҡылап, һелккеләп, барлап, йәтешләп кире һалып, ҡупшы ғына бәләкәй йоҙаҡ менән йоҙаҡлап, асҡысын урын ҡатына тығып ҡуйҙылар.
- Шулайтып йәшәнек тә яттыҡ инде, ир тигән исеме бар, "и" тигән һәрефе бар, тип, - тип ҡуйҙылар аҙаҡтан.
- Бисә тигән һүҙҙә лә "и" хәрефе бар ҙа баһа, - тием.
- Бар ҙа ул. Булыу менәнме, икенсе урында торғас.
Ғәжәбең дә етмәҫ бисәләр аҡылына.

Таңһылыу Вәлиева

Автор:
Читайте нас: