Һуңғы ваҡытта интернеттағы күп яңылыҡтарҙы уҡырлыҡ түгел. Бер йырсы ире менән талашҡан, йә йылына нисәнселер тапҡыр үлергә ята... Икенсеһе ауырға ҡалған... Хәҙер инде уларҙың фотоларын күреү менән, сайтҡа журналистар һалған яңылыҡты түгел, ә комментарийҙарҙы ғына уҡыйым. Сөнки уларҙыҡы күпкә ҡыҙыҡлыраҡ та, фәһемлерәк тә. Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә, тигәндәренең дә дөрөҫ икәнлегенә төшөнәһең.
Бөгөнгө көн геройы - ауырға ҡалған йырсы һәм уның асыҡтан-асыҡ төшөрөлгән ҡорһаҡлы фотоһы. Йәйен, "Гәлсәр һандуғас" проекты аша танылыу алып, әлеге ваҡытта күршеләрҙә ижад итеүсе моңло йырсының кәләш алыуы тураһында ишеткән инек. Икеһе башҡарыуында "Тиңләнем" йыры ла күңелгә хуш килде. Әле бәпес көтәләр икән. Был яңылыҡты үҙ-ара ғына белеп шатланһалар ҙа етер инә лә бит. Юҡ инде. Ҡорһағының ҡайһы хәтлем үҫкәнен барыһына ла күрһәтергә кәрәк.
Бер улар ғына түгел... Хәҙер күрмәгәнде күрһәттеләр инде был йырсылар, блогерҙар. Кемдеңдер бәпесе эстә саҡта уҡ ҡурай моңона ғына йоҡлай. (Нишләптер ыңғайына уҡ: "Әле ҡурай тыңлап, үҫкәс йә берәй болғарға, йә ҡаҙаҡҡа кейәүгә сығып китмәһә ярай ҙа", - тигән уй килде). Икенсе берәүҙәр ҡытынының бала тапҡан мәлен видеоға төшөрөп бар ғәм алдына һала... Быныһы, "Йәшлек"тәр әйтмешләй, минең өсөн ысын мәғәнәһендә шок булды. Ысын әйтәм. Бер ни тиклем иҫемде йыя алмай ултырҙым хатта. Бала нисек тыуғанын күргәндән түгел. Ә атай кешенең был мәлдә видеоға төшөрөп тороп, аҙаҡ интернетҡа һалырға рөхсәт итеүенә аптыраным.
Яҙа башлағанда, әҙәбиәттән миҫал килтереп, был мәлдең нескәлектәре тураһында әйтеп китермен, тип уйлаған инем. Туҡталдым. Дөрөҫөрәге, инә һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән кермәйәсәк, тип ҡул һелтәнем. Ә бөгөнгө "көн геройы"на әйләнеп ҡайтып, уның фотоһы аҫтына яҙылған тос фекер-комментарий менән һүҙемде йомғаҡлайым: "Элек беҙ йөклө саҡта, кеше алдына сыҡһаҡ, оялыштан эсте эскә алырға тырышып йөрөй инек. Хәҙер осо кереп тә өлгөрмәй, яр һалалар...".
Разина Зайнетдинова-Урманшина
Карикатура: Ангель Болиган