Ике улым уйнай.
Муса: -" Ағай, һин һәм мин бәләкәй машина булабыҙ, Ильяс- бәләкәй трактор, ә атай - ҙур камаз."
Исмаил:-"Машиналар бөттө, ә әсәй кем була һуң?"
Муса:-"ммм...Әйҙә, әсәй бензин булһын!"
Исмаил:- "Нисек инде?"
Муса:- " Бына ҡара, әсәйһеҙ беҙ - Никак!Бер кем дә ашай ҙа алмай, йәшәй ҙә алмай!Һин дә ,мин дә, Ильяс та, атай ҙа!Машиналар ҙа шулай, бензинһыҙ йөрөй алмай бит!
Исмаил : - " Точно!Әсәй-БЕНЗИН
...Ирекһеҙҙән күрше бүлмәлә минең күңел тулып китте... Мусаға 4 йәш.
Әлиә Дәүләтшина диуарынан