+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2023, 11:37

ИҢ ХӘЙЕРЛЕ АХЫР

-

Өс үҫмер, бәхетле киләсәкте күҙ алдына баҫтырып, фекер алышып ултыра икән. Берәүһе был тормошта иң мөһиме байлыҡ тип уйлай, икенсеһе һәләттәре менән дан ҡаҙаныуҙы маҡсат итә, өсөнсөһө иһә матур ғаилә ҡороп йәшәргә хыяллана.
Күпме ваҡыт үткәндер, был өсәүҙең һәммәһе лә үҙе теләгәнгә өлгәшкән. Инде ҡартайып, фани донъя менән хушлашыр мәлдәре яҡынлашҡас, элекке дуҫлыҡтарын иҫкә төшөрөп, осрашып алмаҡсы булғандар. Һүҙ йәнә шул йәшәү мәғәнәһе мәсьәләһенә барып төртөлгән.
–  Байыҡтым, әммә бәхет күрмәнем, – тигән беренсеһе. – Һаранлығым, башҡаларға нәфрәтлелегем яманат булып ҡала инде...
– Талантлы кеше, тип ҙурланылар, шулай ҙа бынан күңелемә тыныслыҡ килмәне. Яңғыҙлыҡтан өҙгөләнеп барып үлермен, моғайын, – тип зарланған икенсеһе лә. 
Ҡарттарҙың өсөнсөһө генә ҡәнәғәтлеген белдергән:
– Бәхетте үҙем хыялланғанса таптым, Аллаға шөкөр! Яҡындарымдың хөрмәтен, һөйөүен тоям, үҙ артымдан донъяға бик ҡәҙерле мираҫ – тәрбиәле балалар – ҡалдырам.

ИҢ ХӘЙЕРЛЕ АХЫР
ИҢ ХӘЙЕРЛЕ АХЫР
Автор:
Читайте нас: