-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь , 11:17

Лира Якшибаева:

Оло йәшкә еттем, иншаллаһ. Яҙмышыма рәхмәтлемен. Туплаған тормош тәжрибәмде ошо мәҡәл-әйтемдәр аша һеҙгә еткерергә ниәт иттем, дуҫтарым.

1.Кеше ергә мәңгелеккә килмәй, мәңгелеккә ҡалһын эштәре. Ваҡыт иләүе бар. Ваҡыт үткәс, кемдең - кем икәнлеге беленә.
2.Төн ҡараңғылығын ҡояш нуры еңә.
3.Йәшәүеңә шатлана бел, шөкөр ит.
4.Ергә бәхет өсөн яралғанбыҙ.
5. Илдең хәлен илсенән һора.
6.Гөл-сәскәләр ерҙән һут ала, күңелдәрҙән - күңел ут ала.
7. Аҡыл эйәләре иң ҡатмарлы һорауҙарға ла өгөт-нәсихәт менән түгел, йә мәҡәл-әйтем, йә ҡисса, йә әкиәт менән яуап бирер булған.
8. Борон кешеләргә фәһем булһын өсөн ауылдарҙа мәсхәрә бағанаһы, мәсхәрә зыяраты булған. Кешеләр унда эләгеүҙән ҡурҡып, динебеҙ ҡушҡанса иманлы йәшәргә тырышҡан.
9 Берҙәмлектә - бәрәкәт, тарҡаулыҡта һәләкәт.
10. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй. Береһе килһә, икенсеһен тарта. Яҡшылыҡ та шулай. Шуға уй-ниәтебеҙ яҡшылыҡта булһын.
11. Бәхет матурҙарҙы түгел, бәхет тәүфиҡлыны ярата.
12. Бәхетле ғаилә - милләт күрке.
13.Ағасты - ҡорт, тимерҙе- тут, кешене хәсрәт ашай.
14.Яңғыҙ теләк ҡабул булмай, теләкте бергәләп теләйек!
15. Аҡыллылар һорамай, үҙе белә.
16. Йәшә һөйөнөп кенә, һөйөп-һөйөлөп кенә. Ире "ә" тиһә, ҡатыны "Йә" тиһен. Ымы-йымығыҙ бер булһын.
17. Күңелһеҙҙең күңелен кеше күтәр алмай. һәр кем үҙе күңелен үҙе күтәрһен.
18. һөймәгәнгә һөйкәлмә.
19.Шәриғәтһеҙ тәриҡәткә инеп булмай, тәриҡәтһеҙ хаҡиҡәткә етеп булмай. (Күгәрсен районында йәшәгән Ғөбәйҙулла хәҙрәт әйткән)
20. Хистәреңә аҡылыңды баш итеп ҡуй. Эштәрең уңыр.
21. Ғәләмде - аҡыл, ерҙе һаҡсыллыҡ ҡотҡарыр.
22. Кешене бер ауыҙ һүҙенән белергә була.
23. Бөтә нәмә үтә: ана, һыу ҙа аға, болоттар ҙа ағыла, тора-бара ауырлыҡтар ҙа онотола. Ауырлыҡ кешене сыныҡтыр өсөн бирелә.
24. Гөнаһлы булыуҙан ҡурҡайыҡ. Гөнаһлыны рәнйеш үҙе эҙләп таба.
25. Маҡтауҙар ҙур итә алмаҫ,
Хеҙмәтең ҙур булмаһа.
Хурлауҙар хур итә алмаҫ,
Халҡың һөйөп ҙурлаһа. (Зәйнәп Биишева)
26. Әҙәмдәге рухи көсһөҙлөк: уҫаллыҡ, үс һәм көнсөллөк
27. Түҙә белһәң, әгәр еңә белһәң, ҡайғынан да шатлыҡ ярала.
28. Яҙмыш көслөнән ҡурҡа.
29. Иманлы ил тарҡалмаҫ.
30. Бөтөрмәйек тиһәк ерҙә кешелекте, туҡтатайыҡ, зинһар, эскелекте.
31. Фекерең булһа, фекерҙәштәр табыла.
32. Тауыҡ күкәй һалғас ҡытҡылдай.
33.Үҙеңә юғары маҡсаттар ҡуй.
34. Кешене алдарға була, тик үҙеңде алдай алмайһың.
35.Беҙ ни уйлайбыҙ, шуны үҙебеҙгә яҡынайтабыҙ.
36. көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ.
37. Һандуғас кеүек һайрар өсөн һандуғас булып тыуыу кәрәк.

Лира Якшибаева:
Лира Якшибаева:
Автор:
Читайте нас в