Бер төркөм йәш кеше дуҫлыҡ тураһында бәхәсләшеп киткән дә, фекерҙәренең дөрөҫлөгөн дәлилләтер өсөн аҡһаҡалға ашыҡҡан.
Аҡһаҡал һәр кемеһен иғтибарлап тыңлаған, бәғзеләрен хуплаған, ҡайһы берәүҙәренә бер аҙ уйлаңҡырарға кәңәш иткән.
Һәм йәштәрҙән берәү унан былай тип һораған:
– Дуҫлыҡтың нисә төрө була?
– Дүртәү, – тигән аҡһаҡал. – Ризыҡ кеүек дуҫтар була – улар һиңә һәр көн кәрәк. Дарыу кеүек дуҫтар була – ауыр саҡта эҙләйһең уларҙы. Йәнә лә сир кеүек дуҫтар була – улары инде һине эҙләй, тап һине шифа тип ҡабул итә. Һәм шундай дуҫтар була – һауа кеүек. Күренмәйҙәр ҙә, әммә һәр ваҡыт һинең яныңда.
Йәштәр аҡһаҡал эргәһенән бик ҡәнәғәт таралышҡан.