+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2023, 21:11

“Эс бошҡан һайын оптимистик шиғырҙар яҙғы килә...”

Ул гел йылмайып йөрөй. Балҡып, шаян ҡарап, ихлас көлөп. Әйтерһең, эсендә бер ҡояш йәшәй. Һәм ошо фиғеле ижадында ла сағылыш таба. Шиғырҙарын уҡып бер йылы ғына нур эскәндәй, наҙға төрөнгәндәй булаһың. Һүҙем шағирә, драматург, журналист, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА хаҡында.

– Тәнзилә апай, һеҙҙең шиғырҙарығыҙға күҙәтеү яһаһаң, уларҙың башлыса позитивта икәнлеген аңғараһың. Донъяның гел ҡояшлы яғында ғына ижад итергә мөмкинме ул, әллә бының башҡа сәбәптәре бармы?
– Донъяның болотло яғы ла бар инде ул. Улар хатта күберәк, тип әйтергә була. Әммә минең холҡом ҡыҙыҡ ул, эс бошҡан һайын оптимистик шиғырҙар яҙғы килә. Бына – ысын, ауыр булған һайын минең күңелемдә асыу түгел, ә рәхимлек арта, ыңғай ҡараш, ыңғай мөғәләмә эҙләү башлана. Был хәл бөтөн тиҫкәрелеккә иммунитетмы, үҙемде дәртләндереүме, белмәйем. Шиғырҙарым ярҙамында ауырлыҡтарҙы йырып сығам, ахыры. Шулар аша кешеләрҙе ярата, хөрмәт итә беләм. Йәшәйешкә ҡарата ҡатырмайым йөрәгемде. Шиғырҙарыма түгеләм дә, бер ултырып илайым да, йылмайым тороп артабан китәм. Улар мине ҡараңғынан яҡтыға етәкләп алып бара һымаҡ.

 Бөтөн Республика халҡы менән һеҙҙең ситтә эшләп ҡайтыуҙарығыҙҙы күҙәттек, юлъяҙмаларағыҙҙы уҡыныҡ, һеҙҙең менән бергә көлдөк, бергә һағындыҡ. Бына ошо үтелгәндәр аша ниндәй һығымталар яһанығыҙ?
– Сит тарафтарҙа ябай халыҡ менән һуңғы йылдарҙа иҙән дә йыуылды, ашарға ла бешерелде, водителдәрҙе диспетчер булараҡ рейстарға ла оҙатылды, ҡунаҡханаларҙа ла эшләнелде. Сочиҙа иң таҙа, бөхтә горничная булып танылып, һигеҙ стажёрға матур итеп иҙән йыуырға, урын йыйыштырырға өйрәттем. Иң аптырағаным шул булды: ашханала ҡашығаяҡ йыуғанда эшселәрҙең ашағандан һуң сығып китергә ашыҡмай, музыка тыңлап, гәпләшеп ултырыуын күреп: «Ҡалай ресторанда кеүек рәхәтләнәләр», – тигәнемә ҡыҙҙар: «Һин ресторанда ла эшләнеңме ни?» – тип һоҡланғайнылар. Ресторанда күп ултыртылды дуҫтар, балалар менән, тип әйтә алмайым бит инде. Уларға үҙемдең бер халыҡтың билдәле шағирәһе икәнемде лә һөйләп тормайым. Минең тормошом иҙән һәм ҡашығаяҡ йыуыуҙан ғына тормағанын да... Яҙа торғаным шул тиклем күп. Ғүмерем генә етһен инде.

– Ни өсөн беҙ күберәк юмор уҡырға, ҡарарға, тыңларға яратабыҙ, ә халыҡ ижады нигеҙендә зар ята?
– Беҙҙең халыҡ уйын-көлкөгә әүәҫ. Йырлап тора, бейеп тора, мәрәкә таҡмаҡтарын ҡойоп тора. Эсе тулы ут булғанда ла кешегә һиҙҙермәй. Халыҡ ижадындағы зар – беҙҙең йөрәк түрендәге һыҙланыуҙыр. Быуаттар буйы иләктән иләнеп, ошо дәүергә килеп еткән бит ул. Бөгөнгө тормош ул дәүерҙән күпкә айырыла. Кеше хәҙер төшөнкөлөккә бирелмәүҙең төрлө юлдарын таба. Стрестан арыныу сараһын белә. Яҡындары менән ҡатнашып йәшәй, күңел аса. Шаяра, көлә. Донъяны балҡытып ебәрер өсөн юмор кәрәк. Шаян хәбәр тыңлағанда ла йөҙ асылып, күңел күтәрелеп китә бит. Был донъяға бер йәшәргә килеп, эс бошоп йөрөмәҫбеҙ инде! Шул тиклем матур донъяла ниңә ҡояштай йылмайып, шаярып-көлөп, бер-беребеҙҙең күңелен асып йәшәмәҫкә?!

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА әңгәмәләште.

https://henek.info/articles/ya-y-n-k-/2023-07-22/es-bosh-an-ayyn-optimistik-shi-yr-ar-ya-y-kil-3350645?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=160399987

 

“Эс бошҡан һайын оптимистик шиғырҙар яҙғы килә...”
“Эс бошҡан һайын оптимистик шиғырҙар яҙғы килә...”
Автор:
Читайте нас: