Уймаҡ хикәйә
Ҡустым менән өйҙә ултырабыҙ. Бер оло ғына еңгәбеҙ сарбайлап килеп инә, йөҙө томһарған, күҙҙәре ут бөркөп тора.
— Барығыҙ әле, ағайығыҙҙы тыйығыҙ! Әллә нимәһенә болара.
Беҙҙең ни, бер һүҙҙән дары кеүек гөлтләргә торған сағыбыҙ, ағайҙы ауыҙлыҡларға тип бар ҙа ин.
— Эй, ҡустылар, ултырығыҙ әле. Еңгәгеҙ бит һеҙҙе татыу сағыбыҙҙа бер ҙә саҡырмай, ә асыуланышҡанда — саҡырған.
Беҙ, аптырашып, бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ.
— Аһ-аһ, ҡалай килештереп һөйләшеп ултырған була! Әле генә ене ҡуба ине, — тигән булды еңгәбеҙ, уңай һыҙлана биреп.
Ағай тыныс ҡына:
— Бар, нишләп ултыраһың, самауырыңды ҡуй. Ҡунаҡ саҡырғанһың бит, ҡәйнештәрең ҡырҙан ҡайтҡан, — тигәс, тегеһе өндәшмәй генә ҡашығаяҡ яғына сыҡты.
— һүҙләшмәһәк, килеп хәлде лә белмәҫ инегеҙме? — тине ағай, беҙгә ҡарап.
Уға әйтер һүҙебеҙ юҡ ине...
Зиннур Ураксин