Ер шарында 6 мең төрлө тел бар. Әммә улар өҙлөкһөҙ кәмей. Тап шуларҙы һаҡлау, үҫтереү маҡсатында ЮНЕСКО 2000 йылда Халыҡ-ара туған телдәр көнөн айырым билдәләй башланы. ЮНЕСКО тарафынан нәшер ителгән Донъя телдәре атласында юҡҡа сығыу сигенә килеп еткән телдәр араһында беҙҙең илдәге Себер халыҡтары телдәре айырым бүлекте биләй.
Дәүләт сәйәсәте дөрөҫ алып барылған осраҡта телдәрҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, хатта юҡҡа сыҡҡандарын да тергеҙеп була икән. Мәҫәлән, Японияның Хоккайдо утрауындағы айну телендә уҙған быуаттың 80-се йылдарында барлығы һигеҙ кеше генә һөйләшкән. Дәүләттең әүҙем ярҙамында хәҙер был тел тергеҙелә башлаған. Англияла корник тигән милләт теле 1777 йылда уҡ юҡҡа сыҡҡан тип һаналған. Хөкүмәт күргән төрлө саралар арҡаһында был телдә хәҙер меңләп кеше аралаша башлаған. Күптән юҡҡа сыҡҡан латин теле лә бар донъяла ғилми аралашыу теле булып киткән.
Ғөмүмән, кеше ни тиклем күберәк телде өйрәнә, ул шул тиклем күпте белә. Сөнки тел менән бергә шул халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, көнкүреше һәм ғөрөф-йолалары ла керә. Аралашыуҙар аша бер халыҡтың теленә икенсе милләттең лексиконы ла үтеп инә, улар шул әйтелешкә яйлаштырыла һәм, айырым һүҙ булып китеп, телде байыта.