Уҡытыусыбыҙ: “Балалар! Аллаһ юҡ!”—тигәйне (заманы шулай булғандыр, шулай әйтергә ҡушҡандарҙыр). Ә өйҙә Ул һәр саҡ булды. Өләсәйем менән ҡартатайым Ҡөръән китабынан айырылманы. Ураҙа тотто, намаҙ уҡыны.
Мәктәптән ҡайттым да: “Аллаһы Тәғәлә юҡ. Уҡытыусыбыҙ шулай тине”,--тинем. Әсәйем, мине тыйырға теләп, ҡулын болғап: “Улай тимә, хәҙер Аллаһ ишетер ҙә ауыҙыңа һуғыр, йөрөрһөң шунан ҡыйыш ауыҙ булып”,--тип тыйҙы.
Ҡайһылай ҡарҡыныс! Әммә мин ысынын белергә тейеш! Ҡурҡһам да белгем килә бит. Уйымда ғына Аллаһ юҡ тинем. Эстән генә әйтһәм, ишетмәҫ. Уйланым да көтөп торам: бер кем һуҡманы. Ҡыйыулана төштөм. Шыбырлап ҡына әйтәм дә тағы көтәм. Бер кем дә ауыҙыма һуҡмай. Ҡысҡырып әйтә башланым. Һуҡмайҙар. Тимәк, кем хаҡлы? Бер белеме лә булмаған әсәйемме, әллә уҡытыусымы? Әйтмәһәң дә аңлашылып тора. Ете йәшлек балаға Аллаһы Тәғәлә ниңә һуҡһын?
Аҙаҡ, оҙаҡ йылдар дауамында, Аллаһтың мәрхәмәтен дә, асыуын да тойорға тура килде. Барыһы аша ла үттек, һабаҡ та алдыҡ.
Өләсәйемдең доға көсөн дә тойҙоҡ. Өйҙә кемдер беребеҙ ауырыһа, әсәйем түңәрәк икмәк алыр ине лә, уның менән сирлене өс тапҡыр урата һәм шул икмәкте тоттороп өләсәйгә ебәрә. Ҡаршыла ғына йәшәнеләр. Өләсәйем доға уҡый, һыйпап нимәлер шыбырлай, тынын өрә, һыу һиптерә. Ә бала иҫәнәй, тирләй һәм йоҡлап китә. Шунан һап-һау булып уяна.
Өләсәй доғаһына ышандыҡ...
Нәйлә Моратшина. (Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе)
https://ataisal.com/articles/feker/2023-06-19/l-s-y-do-a-y-3305824