балаларығыҙҙы бай бул, тип тәрбиәләмегеҙ, бәхетле булһын, тип ниәт ҡылығыҙ. Шулай булғанда, улар, үҫеп еткәс, әйберҙәрҙең хаҡын түгел, ҡиммәтен беләсәктәр.
Ашаған ризығығыҙ дарыу булһын. Шулай булмаһа, дарыуҙарҙы ризыҡ урынына ашарһығыҙ.
Кемдәр һеҙҙе ярата, бер ваҡытта ла ташламаҫ, хатта 100 процент сәбәптәре булһа ла, ир кешеме ул, ҡатын кешеме -һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа көс табасаҡ. Кеше булыу һәм кешелекле булыу араһында бик ҙур айырма бар. Алға тиҙерәк барғығыҙ килһә, яңғыҙ атлағыҙ! Йыраҡҡа юл тотһағыҙ, бергәләп барығыҙ!".
Шулай итеп...
Ҡайынды күҙәткән балалар ни тураһында уйлай икән? Һеҙҙең баштан ниндәй уйҙар үтте? Тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Аллаһы Тәғәләгә мөнсәбәтегеҙ ниндәй? Аңлайым, бөтәбеҙ ҙә бер иш уйламайбыҙ. Сөнки, әлеге лә баяғы, мөнәсәбәттәребеҙ менән айырылабыҙ. Ҡөрьәндәге Аллаһ һүҙҙәрен күңелебеҙ менән ҡабул итеп, бөтәбеҙ ҙә бер иш аңлаһаҡ, Әлмисаҡҡа ҡайтһаҡ, ҡайын һынын бер иш ҡабул итһәк, ерҙәге ожмах кире ҡайтыр һымаҡ...
Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл