+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2023, 13:56

ҠАҘАУ ҠАҒА БЕЛМӘГӘН ИР - ИР ТҮГЕЛ ИНДЕ!

-

Сыбыҡ кемгә эләкте тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, миңә! "Ниңә шуларға бирешеп тораһың!" - тине әсәйем.
Урамда һалдат ҡайыштары менән һуғышып, туҡмалып, бляханың йондоҙонан алған мисәт менән ҡайтҡанда ла атай-әсәйгә ошаҡлашыу ҡайҙа ти ул, хатта бер туған ағайым да белмәй торғайны. Әнғәм Атнабаевтың "Өйрәттеләр" шиғырындағы кеүек, "Туҡмап өйрәттеләр иламаҫҡа, кеше илағанда көлмәҫкә, ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла, дошман алдында төкөрмәҫкә..."
Бөгөн малайҙарҙы ир-егет итеп тәрбиәләргә тейешле кешеләрҙең интернеттағы сығышын уҡыһаң, иҫтәрең китә. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) дәресен тергеҙеү тураһында һүҙ күтәрелеү менән, шуны ғына көткән кеүек, ҡаршы булғандар геү итеп ҡалды. Малайҙарға, буласаҡ һалдаттарға, дәрестә автомат һүтеп-ҡороуҙан да күркәмерәк нимә бар? Ә уҡыу йылы аҙағында өйҙән ситтә аҙналыҡ хәрби йыйындар, автоматтан атыу үҙе ни тора!
Бөгөнгө закон буйынса, әгәр уҡытыусы уҡыусыға бер аҙ тауышын күтәрһә - бөтә интернет киңлеге тула, бахырҙы нәмә тип кенә битәрләмәйҙәр. Ә һуңынан, үҫкәс, әлеге бешмәгән елғыуар әсәһе аҡса бирмәгәнгә бөтә ғаиләһен үлтерә, был осраҡта ниңәлер тәрбиә "бирмәгән" мәктәпте ғәйепләйҙәр…
Беҙҙең класты рәсем дәресенән Михаил Быков исемле талантлы педагог уҡытты. Дәрес буйы һөйләшеп ултырған Рафаэлде уҡытыусыбыҙ бер нисә тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, һуңғыһы ҡолағына ла элмәне, башҡаларға ҡамасаулауын танырға теләмәне. Түҙемлеге бөткән Михаил Егорович уның елкәһенә биреү менән Рафаэль парта араһына һуҙылып төштө, башҡаса дәрестә тауышланып ултырманы. Иң ҡыҙығы, был ваҡиға класс бүлмәһенән тышҡа сыҡманы. Ә хәҙер йәмғиәтебеҙ малай түгел, мәмәй әҙерләй…
Мәктәп тураһында тағы бер фекерем менән уртаҡлашайым әле. Беҙҙе 5-7-се кластарҙа - ағас, 6-8-се кластарҙа тимер менән эшләргә өйрәттеләр. Шуға күрә бысыу, йышыу өсөн бер ваҡытта ла башҡа кешегә мөрәжәғәт итмәйем. Ошо тәжрибәмдән сығып, ейәнемә тәүге уйынсыҡ итеп ысын сүкеш һәм ҡул бысҡыһы алып бирҙем. Өйҙә ҡаҙау ҡаға белмәгән ир ир түгел инде.
Ир-егет тәрбиәләү мәктәптең генә эше түгел, ә, тәү сиратта, ғаиләнең бурысы. Үрҙә әйткәнемсә, атай-олатайҙар был бурысты өс йәштән башлаған, малайҙарҙы сүкеш-балта тотоуҙан тыш, Тыуған илен һаҡларға бурыслы итеп тәрбиәләү ҙә мөһим. Бының өсөн иң тәүҙә спортҡа ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Кем әйтмешләй, ҡарт көнөңә байлыҡ түгел, ә һаулыҡ туплау кәрәк. Бының өсөн сәләмәт тәндә сәләмәт рух та булырға тейеш.

Сәйфулла ӘМИРОВ. Мәләүез ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5964

 

ҠАҘАУ ҠАҒА БЕЛМӘГӘН ИР - ИР ТҮГЕЛ ИНДЕ!
ҠАҘАУ ҠАҒА БЕЛМӘГӘН ИР - ИР ТҮГЕЛ ИНДЕ!
Автор:
Читайте нас: