+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2023, 16:03

Һамаҡ-таҡмаҡтар

Баланы уятыу, йыуындырыу, ашатыу, йоҡларға һалыу һ.б. көндәлек эштәр, мәшәҡәттәр тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле һамаҡ-таҡмаҡтар менән ҡушылып барһа, күңелле лә, файҙалы ла буласаҡ.

БАЛАҒА ҺӨЙӨҮ ҺАМАҠТАРЫ

Балаһы бар – наҙы бар,
Бер уҫлаптай улы бар.
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Әҙәм төҫлө һыны бар.
Тфү-тфү, тфү икән,
Маҡтар ере юҡ икән.

Балаһы бар – наҙы бар,
Бер ай һынлы ҡыҙы бар.
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Бөтә кеше ҡыҙығыр.
Тфү-тфү, тфү икән,
Ай һынлы түгел икән.

УЯТҠАНДА

Турғай әйтә, тоор-тор,
Башты былай боор-бор,
Һиңә килдем, бааҫ-баҫ,
Тәҙ(е)рәңде аас-ас!
(Г.Ситдиҡова)

ЙЫУЫНДЫРҒАНДА

Йыуам-йыуам,
Йыуам-йыуам
Йыуам битте, ҡулымды ,
Башта йыуам уң ҡулымды,
Шунан йыуам һулымды.
Битте йыуғас,
Ҡулды йыуғас,
Таҙартам тештәремде,
Йыуыныуҙан башлайым мин
Һәр иртә эштәремде.
(Г.Ситдиҡова)

ТАНАУ ҺӨРТКӘНДӘ

Танау һорай ҡулъяулыҡ,
Бынау хәтлем ҙур яулыҡ,
Ҡульяулыҡ - ҡулға яулыҡ,
Ниңә юҡ танауяулыҡ?!
(Г.Ситдиҡова)

ЙОҠЛАРҒА ҺАЛҒАНДА

Ятам-ятам тиҙерәк,
Төш күрергә күберәк.
Кем иң алдан өлгөрә,
Шул иң матурын күрә
(Г.Ситдиҡова)

ТӘПӘЙ БАҪА БАШЛАҒАС

Бесәй, юлдан ҡаас-ҡас,
Ишектәрҙе аас-ас,
Ана килә бәәпәй,
Ҡулға тотҡан тәәтәй.
(Г.Ситдиҡова)

ТӘПӘЙ БАҪА БАШЛАҒАС

Һылыуҡайым бәләкәй,
Баҫты әле саҡ тәпәй.
Шундай шаян, шундай шуҡ,
Йөрөп ята туп та туп.
(М.Дилмөхәмәтов)

ТӘПӘЙ БАҪҠАС

Тып-тып-тып-тып,
Тәпәй баҫтым,
Мин атлайым, атлайым!
Уң ҡулымдан тотҡан әсәй,
Һул ҡулымдан атайым.
(Ф.Туғыҙбаева)

МУНСА ИНДЕРГӘНДӘ

Сап, сап, мунса сап,
Мунса ташы,
Бүрәнә башы,
Атаң-әсәң балаһы.
Атаң киҫкән утын түгел,
Әсәң барған һыу түгел.
Сап, сап, мунса сап!

Баланы мунса индергәндә, миндек менән сапҡанда әйтелә торған һамаҡ

Һап! Һап! Һап! Һап!
Мунса ташы, бүрәнә башы,
Атаң киҫкән утын түгел,
Инәң яҡҡан мунса түгел,
Айыу, бүре балаһы!
Айыуҙай аға бул,
Бүреләй буға бул!
Ата-инәле –
Алтын ҡанатлы бул!
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатима ҡулы!
Ят та йоҡла,
Тор ҙа уйна!
Һап! Һап! Һап! Һап!
Олоно “оло” тип әйт,
Бабаны “баба” тип әйт,
Әбейҙе “әбей” тип әйт,
Ағайҙы “ағай” тип әйт,
Үҙеңдән олоно “ағай” тиң,
Үҙеңдән олоно “апай” тиң.
Һап! Һап! Һап!
С-у-у-п! Тьфү! Тьфү! Тьфү! — тип, баланың арҡаһынан аҫтан өҫкә табан һыуҙы һурып алып, ситкә төкөрөргә кәрәк. Шулай сир, күҙегеү бөтә. Бала матур үҫә. Һыу менән бергә кешегә иң яҡшы сифаттар “беркетелә”.

УЯТҠАНДА

Үҫә, үҫә, бәпкәйем,
Үҫә, үҫә, ҙур була.
Ҡояш кеүек һөйкөмлө,
Үҙе һүҙгә йор була.

АРБАУҘАР, ИМЛӘҮҘӘР

Күҙ тейһә

Яман күҙ кире кит,
Сиреңде алып кит.
Йәненә янау бир,
Әжәлгә дарыу бир,
Ауырыуға сихәт бир.

Тфү-тфү, күҙ тейһә,
Сығып осһон,
Баламдан
Сығып ҡасһын.

Бала сирләһә

Яман сир ҡас, ҡас,
Килтер ҙур тас.
Мин һине ярайым,
Уттарға һалайым.
Баламды азат ит,
Йортомдо ташлап кит.

Иҫке ауыҙ, яңы аш,
Яман ауырыу минән ҡас.

Бәниәте шифа булһын,
Шайтандарға яфа булһын.

Эсем, эсем ауыртма,
Бер һыйпайым, ике һйпайым.

Бала яраланһа

Әпсен-төпсөн,
Бүрәнә ҡыҫһын,
Ҡаны сыҡһын,
Нығыраҡ ауыртһын,
Тфү-тфү-тфү.

Тфү-тфү-тфү,
Ергә ауырлыҡ,
Миңә еңеллек.

Әпсен-төпсөн,
Тиҙ бөтһөн,
Килгән еренә китһен.

Һамаҡ-таҡмаҡтар
Һамаҡ-таҡмаҡтар
Автор:
Читайте нас: