+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2023, 10:08

"ҺҮЖӘБЕҘ". Нимә ул "ҺҮЖӘ"?

-

Йола

ҺҮЖӘБЕҘ

 

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙ тормошонда элек-электән йола булып нығынған, традицияға әйләнгән өмәләр тураһында йыш һөйләй башланылар. Был аңлашыла ла: илебеҙ иҡтисади йәһәттән әллә ни мандый алмай, шуға күрә күп кенә эштәрҙе түләүле башҡарыу мөмкин дә түгел. Бынан тыш күмәкләп башҡара торған йәмғиәт бурыстары ла була. Мәҫәлән, йәмәғәтселек урындарын таҙалыҡта, тәртиптә тотоу һәр заманда ла күмәк көс ярҙамында өмәләр, субботниктар ойоштороп хәл ителгән һәм был йола әле лә дауам итә.

Тик өмәләрҙе тирә-яҡты таҙалыҡта тотоу сараһы тип кенә ҡарау хәҡиҡәттең меңдән бер өлөшөн генә тәшкил итер ине. Уның асылы тағы ла тәрәндәрәк ята. Улай ғына ла түгел, хатта һәр бер дәүләттең барлыҡҡа килеүе күп йәһәттән өмәләрҙе ойоштороусыларға хас энтузиастарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып тора. Шул турала киңерәк фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.

 

Буштың атаһы үлгәнме?

 

Совет осоронда коммунистик субботниктарҙы башҡортсалап «коммунистик өмә» тип атаныҡ. Ошо нигеҙҙә балалар һәм үҫмерҙәр мөхитендә өлкән йәштәгеләргә хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа ярҙам итеүсе «тимурсылар» хәрәкәте барлыҡҡа килеүенә лә тарих шаһит. «Тимур һәм уның командаһы» фильмын ҡарап, меңәрләгән ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа төндәрен ҡарттарҙың йорт эштәрен башҡарып китеүсе (баҡсаһын ҡаҙыусы, утынын бысып ярыусы, урамын һепереүсе) мәрхәмәтлек командалары хаҡында ла беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа әүҙемләшкән «ирекмәндәр» хәрәкәте лә ошо ҙур башланғыстың заманға ярашлы дауам ителеүе булып һаналырға хаҡлы. Пандемия осоронда ирекмәндәрҙең оло йәштәгеләргә медикаменттар, аҙыҡ-түлек килтереү буйынса күрһәткән ярҙамы айырым иғтибарға лайыҡ. Ирекмәнлек рухы илебеҙҙең һәр бер гражданына хас тойғо. Үҙебеҙ балда-майҙа йөҙөп йәшәмәһәк тә, кемгәлер ярҙам итергә, кемделер йәлләргә беҙ һәр ваҡыт әҙер. Был Рәсәй кешеһе менталитетына хас күренеш.

Әйткәндәй, субботниктарҙы (шәмбе өмәләрен) пролетарийҙар етәксеһе Владимир Ильич Ленин башлап ебәргән. Тәүге өмәгә ул үҙе лә сыҡҡан. Теге йәки был эште шәмбелә генә башҡарып өлгөрмәгән осраҡ өсөн «йәкшәмбе өмә»ләре (воскресниктар) барлыҡҡа килгән. Ленин башлаған шәмбе өмәләрен тик коммунистик идеологияға ғына ҡайтарып ҡалдырыу ҙа дөрөҫ түгелдер. Ни өсөн тигәндә элек-электән кешелектең йолаһы һаналып, 1917 йылда яңы төҫ алып башланған бөйөк төҙөлөштәр барыһы ла коллектив хеҙмәт ярҙамында башҡарылған. Был хеҙмәте өсөн өмәселәр бер ваҡытта ла хаҡ һорамаған. Хаҡ тигәндән, фәҡәт Леонид Брежнев ваҡытында ғына ауыл крәҫтиәненең айлыҡ хеҙмәт хаҡы алып эшләүен иҫкә төшөргәндә, барыһы ла яҡшы аңлашылып тора. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ил халҡы яҡты киләсәк хаҡына һәр ваҡыт энтузиазм менән эшләп өйрәнгән һәм был ғәҙәт уның ҡанына һеңгән.

Индивидуализмды алға һөргән идеологтар был осраҡта: «Һәр бер хеҙмәт түләнергә тейеш, буштың атаһы үлгән. Бушҡа башҡарылған хеҙмәттең сифаты ла, ҡәҙере лә шул саҡлы», – тип әйтергә ярата. Көнбайыштың бындай емерткес идеологияһына беҙ илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлек идеологияһын, коллектив рухын ҡаршы ҡуя алабыҙ. Нимә генә тимә, дәүләтебеҙ граждандарҙың берҙәм ынтылышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм көнбайыш идеологияһы беҙҙең берҙәмлекте ҡаҡшатыу өсөн дә индивидуализмды, шуның нигеҙендә эгоистик ҡарашты алға һөрә, көсләп тағырға тырыша.

ХХ быуат башындағы һуҡалы Рәсәйҙең ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында киң үҫешкән индустриаль илгә, ҡеүәтле атом державаһына әүерелеүе, йыһанды яулауы – быларҙың нигеҙендә миллиондарҙың илебеҙ ҡеүәте өсөн фиҙаҡәр тырышлығы, хеҙмәт ҡаһарманлығы ята. Дөрөҫөн әйткәндә, Советтар Союзы фәҡәт коллектив хеҙмәт, өмә ярҙамында төҙөлгән ҡеүәтле дәүләт булды. Быны һуҡыр ғына күрмәҫ, һаңғырау ғына ишетмәҫ.

Буштың атаһы үлгәнмелер-юҡмылыр, илебеҙҙең билен биштән быуып ҡеүәтле держава төҙөгән бер нисә быуын граждандарының бының өсөн заман алдында йөҙҙәре яҡты, намыҫтары таҙа. Бына шул байлыҡты айырым кешеләрҙең, әрһеҙ йылғырҙарҙың ҡулына төшөрөүенә килгәндә, бәлки, улар өсөн бушҡа эшләүҙең атаһы, ысынлап та, үлгәндер. Буштың атаһы уларға үлгән өсөн дә әлеге лә баяғы көнбайыш идеологтары тап шундайҙар ярҙамында илебеҙҙе тарҡатыуға өлгәшә алғандыр. Хәйер, был үҙенә айырым һөйләшеүҙе талап иткән етди мәсьәлә.

 

 

Ағай-эне талашыр...

 

Беҙҙең халыҡта өмәгә сығыу йолаһы элек-электән үтәлә килә. Шуға күрә илебеҙҙә йәмәғәтселек хеҙмәтен ойоштороуҙоң был коллектив формаһы беҙҙең өсөн яңылыҡ булманы. Һәр ҡайһыбыҙ бала саҡтан алып күмәк хеҙмәттең, өмәнең нимә икәнлеген белеп-күреп үҫте. Ул йолалар әле, бигерәк тә ауылдарҙа, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итеп килә. Бала саҡта әсәй-өләсәйҙәр: «Өмә итеп өйҙө йыуып, өй нигеҙен һылап, һарыҡ ҡырҡып, кәзә тарап, ҡаҙ, өйрәк йолҡоп алайыҡ», – тип ең һыҙғаныр ине. Шулай уҡ һуғым һуйыу ҙа, өй бурау, йорт күтәреү, кәбән ҡойоу эштәре лә өмә ярҙамында башҡарылды. Ғөмүмән, колхоз-совхоз эштәренән тыш башҡа барлыҡ хужалыҡ мәшәҡәттәре барыһы ла тиерлек күршеләрҙең, туғандарҙың, ауылдаштарҙың ярҙамында өмә үткәреп башҡарылды. Ҡыҫҡаһы, ауыл кешеһе өмә ярҙамында көн итте. Билдәле булыуынса, өмәселәр хужаның матур итеп һыйлауына ла риза булып, ниндәйҙер хаҡ түләтеү хаҡында уйлап та бирмәйенсә, таралыша торғайны. Күп урындарҙа был йола әле лә үтәлә килә. Өмәләр һаҡланған ауылдарҙа кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тә күркәм, ундай ауылдарҙа ҡот, бәрәкәт, ырыҫ бар. Йыназа көндәрендә лә барса ауыл мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға йыйыла.

Әгәр ҙә алыҫҡараҡ ҡарап фекер йөрөткәндә, кешелек ваҡыт-ваҡыты менән төрлө һынауҙарға дусар булып ҡына торған. Тарихтан шул да билдәле: тәбиғәт катаклизмдары, эпидемиялар, һуғыштар, башҡа төрлө афәттәр килгәндә ҡәбиләләр, ырыуҙар, халыҡтар, дәүләттәр бер төптән булып, бер йоҙроҡҡа төйнәлеп, бер ҡорға тупланып, ҡырғындарҙан, үләттәрҙән, хатта Туфан һыуынан да имен-аман ҡотолоп, үҙҙәрен һаҡлап ҡала алған.

«Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр» тигән мәҡәл-әйтем тап шул заманда барлыҡҡа килгән дә инде. «Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар» тигән әйтем дә бар. Ҡыҫҡаһы, бәләләр, афәттәр, һуғыштар, кешелеккә, халыҡтарға ҡырылыу, юҡҡа сығыу ҡурҡынысы менән нисек кенә янамаһын, уларҙың әҙәм балаларын бер йоҙроҡҡа тупларлыҡ ҡөҙрәтен дә танырға мәжбүрбеҙ. Нисек кенә парадоксаль булмаһын, бәлә кешене берләштерә.

Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районында һаҡланып ҡалған бер һоҡланғыс йоланың шаһиты булырға, унда ҡатнашырға тура килде. Күмәкләп йорт бураһын күтәргән саҡта башҡарыла ул. Өмәселәргә ҡушылырға теләгән кеше балтаһын тотоп бура күтәргән урынға килә лә: «Һүжәгеҙ?» – тип һорай. Өмәселәр бер тауыштан: «Һүжәбеҙ!»– тип яуап бирә. Шунан һуң өмәгә яңы кеше ҡушыла. Артабан да килеүселәр шул уҡ һүҙҙе әйтә. «Һүжәгеҙ?» был осраҡта өмәгә ҡушылырға рөхсәт-пароль һымағыраҡ яңғырай. Башҡорт өмәһе, хәйриә хеҙмәте шулай ойошторола был райондың ҡайһы бер ауылдарында.

Тағы ла Хәйбуллала, бигерәк тә күрше өлкәләр менән сиктәш ҡайһы бер ауылдарҙа йәшәүселәрҙең, хатта бер кеше генә башҡара алырлыҡ эштәргә лә күмәкләп тотоноуҙарына иғтибар иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, ғәжәпләндем. Әйтәйек, ат, трактор арбаһына ҡул менән бесән тейәгәндә улар күбәгә бөтәһе бер юлы һәнәген ҡаҙап, тотош күбәне арбаға бер сәнскәндә түңкәреп ҡуя. Әгәр ҙә берәйһе ниндәйҙер сәбәп менән күбәнән алыҫҡа китһә, уны көтөп торалар, яңғыҙ-ярты берәү ҙә һәнәген күбәгә ҡаҙамай.

Тәүҙә был күренеште мәҙәк күреп тамаша ҡылып йөрөнөм дә, аҙаҡ уйландым! Улар бит Урал тауҙарының далаға туғарылған ерендә көн итә. Элек-электән ҡаҙағы булһынмы, ҡалмағымы, башҡаһымы, башҡорт  еренә туҡтауһыҙ һөжүм итеп торған, ҡарымтаға йә барымтаға килгән. Шуға күрә был төбәк халҡының күмәкләп эшкә тотоноуҙары ҡандарына һеңгән. Көтөлмәгән һөжүмгә әҙер булыр өсөн дә улар һәр саҡ бергә генә йөрөй.

Күркәм йолаһы һаҡланған, тик күпме кешенән һорашһам да, «һүжә» һүҙенең нимәне аңлатыуын белеүсене осратманым. Эҙләнә торғас, таптым: «һүжә» боронғо телебеҙҙә мал тиреһенән яһалған арҡанды, атап әйткәндә, ат еккәндә тәртә менән дуғаны беркетеүсе ҡолаҡ бауын аңлатҡан икән. Ә инде өй күтәргәндә бүрәнәләрҙе өҫкә йүкәнән үрелгән бау менән түгел, ышаныслы булһын өсөн күн арҡан менән һөйрәп мендергәндәр. Был эште бер нисә кеше башҡара һәм был ғәмәл йорт һалғанда иң төп эш һанала. «Фәлән кешегә йорт күтәрештем» тигән һүҙ ҙә тап шунан килә. Тимәк, өмәгә ҡушылырға теләүсе кеше «Һүжәгеҙ?» тип өндәшкәндә: «Минең ярҙам кәрәкме, бүрәнәләрҙе һүжә менән һөйрәшәйемме?» – тип һорай булып сыға. Әйткәндәй, төрки халыҡтарҙан ат менән эш итеү культын үҙләштергән урыҫтар ул һүҙҙе үҙҙәренә алған, хәҙер ҡулланылған «гужевой транспорт» термины ана шунан килә. Урыҫтарҙың «лошад»ы алаша аттан, «кон»ы ҡонандан алынғаны ла бәхәсһеҙ.

«Һүжә» нең асылын аңларға халҡыбыҙ тарихын күп һәм тәрәндән белгән үҙенсәлекле шәхес, юрист, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев ярҙам итте. Тырыша торғас, икәүләп күн арҡандың, һүжәнең осонан тотоп алдыҡ тәки!

 

Бер ҡорға ойошоп...

 

Был йола хаҡында тәфсирләп яҙыуым хәҙерге көнөбөҙ ихтыяжынан килә. Афәт-бәләләр килгәндә заман, ситуация халҡыбыҙҙан иң беренсе нәүбәттә ҡулға-ҡул тотоношоуҙы, мең ҡулдың бер ҡулға берегеүен (әйткәндәй, меңғул-монгол атамаһының бер аңлатмаһы ла ошоға бәйле), физик яҡтан ойошоуын талап итһә, беҙ һуңғы ике йылда кисергән пандемия ундай мөмкинлекте сикләне.

Әйткәндәй, «Башҡорт» атамаһы этимологияһы тураһында. Уның ҡырҡтан ашыу аңлатмаларының береһендә ырыу-ҡәбиләләрҙең бер ҡорға, был осраҡта – БАШ ҠОРҒА ойошоуы тигәне лә бар. Был күҙлектән ҡарағанда, халҡыбыҙ атамаһы нигеҙендә лә «өмә феномены» сағылышын күрәбеҙ, йәғни күмәк көс менән дошманға ҡаршы тороу, еребеҙҙе, Уралтауыбыҙҙы, динебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау өсөн, ырыуҙар бер ҡорға, баш ҡорға ойошҡан. Тубылдан Волгағаса, Иртыштан Яйыҡ ярҙарына тиклем һуҙылып ята тарихи Башҡорт ере. Шул тиклем ҙур майҙанды сит баҫҡынсыларҙан һаҡлау, был майҙанды үҙ мәнфәғәтеңдә файҙаланыу өсөн ниндәй ҡеүәт, көс, ғәйрәт, хеҙмәт талап ителгәнен күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Тимәк халҡыбыҙ тыуған еребеҙҙе ҡулға-ҡул тотоношоп, бер ҡорға ойошоп, икенсе төрлө итеп әйткәндә, өмә итеп һаҡлаған һәм уның мәнфәғәтен күргән. Ерҙәрҙең шәхси милекселектә түгел, ә ырыуҙыҡы булып иҫәпләнеүе лә тап ошонан килә лә инде. Башҡорт элек-электән ерҙә күмәкләп эшләгән, был йола совет осороноң колхоз-совхоз хужалыҡтарында ла уңышлы дауам иткән. Был ҡоролоштоң емерелеүе, совхоз-колхоздарҙың тарҡалыуы халҡыбыҙҙы тағы ла етди һынауҙар алдына ҡуйҙы. Нимә генә тимә, фермерлыҡ хәрәкәте электән күмәкләп эшләп өйрәнгән милләттәштәребеҙгә ҡулайлы сара була алманы. Тик дәүләт ярҙамы ала алған айырым фермерҙар ғына уңышлы эшләп китә алды. Күптәр был йүнәлештә үҙ эшмәкәрлеген башлап ебәрҙе ебәреүгә, әммә тәүге уңышһыҙлыҡтарға дусар булғандан һуң фермер хужалыҡтарын ябып ҡуйҙы. Өҫтәүенә, уларҙың өҫтөнә төрлө ведомстволар контроль үткәреү һылтауы менән ябырылып, яңы моронлаған хужалыҡтарҙы яралғыһында уҡ юҡҡа сығарҙы.

Совет осоро практикаһы шуны күрһәтә: ауыл хужалығының иң прогрессив эшмәкәрлек ысулы, ул колхоз, совхоз, артель, кооператив тип аталамы, күмәкләп ерҙә эшләүгә ҡайтып ҡала. Был эш тә, халҡыбыҙ бер ҡорға ойошҡан кеүек, бер йоҙроҡҡа тупланыуҙы талап итә. Был фекерҙе академик, иҡтисад фәндәре докторы Мазһар Иҫәнбаев та яҡлай. Уның фекеренсә, әгәр ҙә дәүләт колхоздарҙы пландар менән күммәһә, шуның иҫәбенә етештергән продукцияһын ҡырып-һепереп тартып алмаһа, колхоздар беҙҙең илдә ауыл хужалығын һаҡлап ҡалыуҙа ҙур терәк булып әле лә йәшәй алыр ине. Мазһар Насип улы үҙенең күп һанлы хеҙмәттәрендә был фекерҙе төплө дәлилдәре, иҫәпләүҙәре менән дәлилләй.

 

Беҙ һағынырға өйрәндек...

 

Хәҙерге үҙизоляция шарттары, киреһенсә, һәр ҡайһыбыҙҙан үҙ йортобоҙға бикләнеүебеҙҙе, индивидуль эш итеүебеҙҙе талап итте. Беҙ тик берҙәм рух көсөбөҙ менән генә был афәтте еңеп сығып киләбеҙ. Әгәр ҙә уны Хоҙай беҙгә һынау өсөн ебәргән икән, тимәк бының менән беҙҙең берҙәмлекте лә һынаған. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, пандемияның халҡыбыҙҙы туплау йәһәтенән дә әһәмиәте булды. Күптәр себерҙәге, Мәскәү яғындағы, сит илдәрҙәге эшләгән урындарына китә алмайынса, оҙаҡ ваҡытҡа тыуған яҡтарында, туғандары араһында, ғаиләләрендә булды. Иң мөһиме балалар аталарын күрҙе, әсәләре менән аралашты. Был, үҙенә күрә, урыҫтарҙың, «Нимә генә эшләнмәһен – яҡшыға» тигән әйтеменә тап килде. Был йәһәттән Ҡытай беҙгә үрнәктең иң хәтәрен күрһәтте, йәғни ҡыҫҡа ваҡыт арауығында үҙ дәүләтенән сит ил граждандарын ҡыуып ҡайтарҙы. Ҡайтыусылар был илдә асҡан үҙ предприятиеларын, завод-фабрикаларын арзан ғына хаҡҡа ҡытайҙарға һатырға мәжбүр булды.

Пандемия беҙҙән үҙизоляцияға күсергә, бер үк ваҡытта берҙәмлек рухын һаҡлап ҡалырға ла булышлыҡ итте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында беҙ ZOOM программаһы аша онлайн уҡырға, кәңәшмәләр, оперативкалар үткәрергә өйрәнеп алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта бергә эшләгән коллегаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы һағынырға ла өйрәндек. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа кеше күңеленең был мөҡәтдәс һағыныу тойғоһо һүрәнәйә төшкәйне. Шуға күрә үҙизоляция шарттары бер аҙ йомшарыу менән күптән күрмәгән коллегаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы күрергә ашҡынып килдек.

Һағыныу тигәндән, бала сағымда ла миңә ул тойғоно кисерергә тура килде. Мал-тыуарға үләт булып килгән ящур (тел бешмәһе) эпидемияһы башланғайны. Беҙҙең дә һыйыр ауырыны. 1967 йылдың көҙөнән 1968 йылдың йәйенә тиклем беҙ ауылда үҙ йортобоҙҙа бикләнеп ултырҙыҡ. Мәктәпкә, еләккә, бесәнгә йөрөмәнек, ҡыҫҡаһы, дистанциялы уҡыу беҙгә яңылыҡ түгел. Уҡытыусылар беҙгә үҙаллы заданиеларҙы ветеринария табиптары аша биреп торҙо. Беҙ уларҙы эшләп, кире ебәрҙек. Иң ҡыйыны – бергә уйнаған ауыл малайҙарын, класташтарыбыҙҙы һағыныу ине. Һуңынан карантин үтеп урамға сыҡҡанда, мәктәпкә барғанда яңы тыуған сабыйҙар кеүек инек. Ҡыуаныс-шатлыҡтарыбыҙҙың иге-сиге булманы шул саҡта. Иректе, теләгән кешең менән йәнле аралашыуҙы шул тиклем һағынғайныҡ. Бына быйыл был тойғоно йәнә лә кисерергә тура килде.

Тыуған ауылым Буранбай менән күрше Сыңғыҙ ауылы араһындағы Һаҡмар йылғаһы бөгөлөндә Ҡыҙылъяр тигән урын бар. Карантин ваҡытында шул ярҙа будка торҙо. Унда ауылдашыбыҙ, ҡыҙыҡлы, мәрәкә яратыусы шәхес, һуңынан танылған журналист, Буранбай сәсәндең туранан-тура нәҫелдәше Әбделхәй ағай Буранбаев ике ауыл араһында вирус һаҡсыһы булып ултырҙы. Ул теге яҡтан был яҡҡа, был яҡтан теге яҡҡа үтеүселәргә дизенфекция яһап, шунан һуң ғына юлын дауам итергә рөхсәт биргән. Иң ҡыҙығы шул булды: ул һәр үтеүсегә эпиграммалар бағышлап, уларҙы будканың стенаһына яҙып барған. Һуңынан карантин үтеп, будканы юлдан алыусылар уның стенаһында тотош поэманы уҡый алған. Әйтергә кәрәк, ике ауыл араһындағы ошо урын ауылдарҙың кешеләрен дә дуҫлаштырыуын, яҡынайтыуын да танырға тейешбеҙ. Ни өсөн тиһегеҙме? Ике ауыл араһындағы будканы алып ташлау был ауыл кешеләренең бер-береһенә ирекле рәүештә йөрөү, аралашыу мөмкинлеген тыуҙырған. Кешене өмәләр генә түгел, пандемиялар, эпидимиялар бер ҡорға ойоштора алыуына был миҫал.

Әйткәндәй, телебеҙҙәге «әйҙәү», «һәйҙәү», йәғни оран һалыуға бәйле төшөнсәләр ҙә «һүжә» тамырынан килә. Туған телебеҙҙе, шул иҫәптән милләтебеҙҙе ошондай ҡатмарлы заманда һаҡлап ҡалыр берҙән-бер сара – ул да булһа рухи берҙәмлек вакцинаһы! Һүжәгеҙме, ҡәҙерле туғандар? Беҙ – һүжәбеҙ!

 

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. "Тамаша" журналынан. 2021 й.

"ҺҮЖӘБЕҘ". Нимә ул "ҺҮЖӘ"?
"ҺҮЖӘБЕҘ". Нимә ул "ҺҮЖӘ"?
Автор:
Читайте нас: