+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2023, 09:11

Был хәҙерге заман өсөн бик һирәк күренеш

-

- Ошо фотоларҙағы ике инәй - минең еңгәләрем, тип яҙа Ҡанаҡай ауылынан Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, "Торатау" гәзите төркөмөндә.
- Береһенә - 96, икенсеһенә 91 йәш. Иркәбаева Кәбирә менән Фәүзиә еңгәләр. Өсөнсө килендәштәре - апһындары минең әсәйем Асма Алтынғужа ҡыҙы Шәрипова ине. Улар өс бер туған Иркәбаевтар Дәминдар, Минеғәле, Минебайҙың хәләл ефеттәре булып, бергә-бергә татыу, оҙон ғүмер кисерҙеләр. Әсәйем 96 йәшкә тиклем йәшәне, Аллаға шөкөр. Еңгәләрем дә ғүмерле, бик шатмын. Мин уларға еңгә тип өҙөлөп торам, улар ҙа минең өсөн йән ата. Ошолай итеп артабан йәшәһәк ине. Апһындар ғүмер буйы бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙо. Ә бит был хәҙерге заман өсөн бик һирәк күренеш. Улар өсөһө лә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары. Урман да ҡырҡҡандар, һал да ағыҙғандар, трактор штурвалын да тотҡандар. Шул уҡ ваҡытта яратҡан ҡатын һәм әсәй ҙә булғандар. Беләһегеҙме, улар ярты быуат апһын булып йәшәп бер ваҡытта ла үҙ-ара ыҙғышманылар. Ғүмер буйы Асма еңгәм, Фәүзиә, Кәбирә килен, тип, бер береһенә өндәшеп татыу йәшәнеләр. 96 йәшлек Кәбирә еңгәмә барып инһәм, "Һине килер тип көткәйнем", тип ҡыуана. Ғөмүмән әйткәндә, улар һымаҡ та бер-береһе өсөн үлеп торған апһындарҙы тормошта түгел, китапта ла күргәнем юҡ.

Был хәҙерге заман өсөн бик һирәк күренеш
Был хәҙерге заман өсөн бик һирәк күренеш
Автор:
Читайте нас: