"Иң тәүҙә мин бар күңелемдән: "Һаумы, бәләкәс, әйҙә, үт, урыныңа ултыр, һине көтөп, дәресте башлай алмайбыҙ", - тип әйтер инем. Был ихлас һөйөү тип атала, яһалма рәүештә улай ҡыланып булмай", - тип яуап биргән ул.
"Ә икенсе көндө ярты сәғәткә һуңлап килһә, ни эшләр инегеҙ?" - тип, уҡытыусылар тағы һораған.
"Икенсе көндө тағы ла ихласыраҡ итеп: "Һаумы, матурым, мин һине күптән көтәм, тиҙерәк үт, урыныңа ултыр. Беҙ тағы ла һинһеҙ дәресте башлай алмай торҙоҡ", - тип әйтер инем ,- тигән оло йөрәкле уҡытыусы. - Әгәр ҙә баланы шулай 4-5 тапҡыр ихлас һөйөү менән ҡаршылаһаң, ул дәрескә һуңлауҙан туҡтаясаҡ. Сөнки бала күңеле саф һөйөү хистәрен шундуҡ һиҙә. Һөйөү булған урынға ул йүгереп киләсәк".
Ысынлап та, балаларҙың психикаһы шулай ҡоролған: уны һөйгән, шәхес күреп, ҡәҙер иткән ергә ул ҡыуанып бара. Уҡытыусыға баланың башынан һыйпау, ҡосаҡлау, яурындарына ҡул һалыу ҙа етә. Ихлас иғтибарҙы тойған уҡыусы дәрес материалын иҫендә яҡшыраҡ ҡалдыра...
Атайым мәрхүмдең һөйләгәнен иҫләйем. Улар ауыр һуғыш йылдарында аслы-туҡлы килеш күрше Хәлил ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпкә йөрөп уҡыған. Ҡыш көндәрендә өшөп барһалар, уҡытыусы апайҙары (ҡыҙғанысҡа, исеме иҫтә ҡалмаған): "Эй, балаҡайҙарым, өшөп кенә килгәнһегеҙ", - тип, йылы мейес артына ултыртып ҡуя торған булған. Йыш һөйләй ине яратҡан уҡытыусылары тураһында. Бәлки, миңә, уҡытыусы кешегә, ана шулай бул, тигән ишара ла булғандыр...
...Кинәйәләге йомоҡ күҙҙәр темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Эйе, күҙҙәр йомоҡ булырға мөмкин. Әммә уҡытыусының күҙҙәре асыҡ, ул күрә, һиҙә. Маңлай күҙҙәре менән генә эш итһә, ул шундуҡ тәртип боҙоусыны тотоп фаш итеү яғында булыр ине. Ләкин уның күңел күҙҙәре быға юл ҡуймай. Һәр хәлдә, ысын уҡытыусы шулай итә...
Намаҙ уҡыған һайын, "Күңел һәм маңлай күҙҙәребеҙҙе ас, баштарыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, йомшаҡ фиғел, тулы иман бир", тип Аллаһы Тәғәләнән һорап, доға ҡылабыҙ икән, күңелдәребеҙгә һөйөү хисе тулмаймы ла, күңел күҙе асылмаймы ни? Был кинәйәнең йөкмәткеһен үҙемсә шулай аңлап ҡабул иттем.
Шулай итеп...
Ҡайҙалыр уҡығайным: һәр әҫәрҙең йөкмәткеһе бер сюжетҡа ҡоролған - изгелек менән яуызлыҡтың көрәше. Һеҙ баррикаданың ҡайһы яғында? Күңел күҙҙәрегеҙ ни күрә?
Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2023 йыл
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5937