+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2023, 21:28

Йортҡа (нигеҙгә) доға ҡылып теләк теләү.

Элек бик матур ғәҙәт - кеше йортона кергәс, йорт-ергә именлек, муллыҡ, бәрәкәт, йорт хужаларын сәләмәтлек, ҡайғыһыҙ-хәсрәтһеҙ ғүмер теләп доға ҡылалар ине...Хәҙер заманалар башҡа, кешегә кереү ҙә һирәк күренеш, ултырып доға ҡылыу ҙа онотолоп бара.Шул доғаны иҫкә төшөрәйек әле.

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайруль мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтә үә фил әәхыйрати хәсәнәтә үә кыйнәә гәзәәбә ннәәр.

Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым, ерҙәр дә, күктәр ҙә Һинең әмереңә буйһона! Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда! Әй, Раббым, теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр бирәһең!
Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың. Әй, Раббым, ошо нигеҙҙәргә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаксы фәрештәләреңде индер. Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә — сихәт, йәндәренә — тыныслыҡ, ҡәлебтәренә һиҙийәт нурын индер һәм араларына өлфәт мөхәббәттәр насип ит.

Әй, Хафиз булған Аллаһ, уларҙың нигеҙҙәрен һәм үҙҙәрен күҙҙәр күрә алған һәм күрә алмаған бөтә насарлыҡтарҙан һаҡла! Бигерәк тә ут бәләләренән, һыу баҫыуҙарҙан, ел-дауылдарҙан, ҡараҡтарҙың насар эштәренән һаҡла! Ошо нигеҙҙәрендә һөйөнөп, шатланып, киң ризыктар менән ризыҡланып оҙон ғүмерҙәр йәшәүҙәрен насип ит...

Светлана Хакимова диуарынан

Йортҡа (нигеҙгә) доға ҡылып теләк теләү.
Йортҡа (нигеҙгә) доға ҡылып теләк теләү.
Автор:
Читайте нас: