+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2023, 10:08

Тап бөгөн, туған телдәр көнөндә, булды был хәл!

Түләүле клинкала спирография тикшеренеүе үттем. Оҙаҡ ҡына ваҡытты ала икән, баҡһаң. Элекке дүрт тапҡыр үтелгән тикшеренеүҙән күберәк булды төрөпкәһенә өрөп ултырыуҙар. Эш унда ла түгел. Ә...Ял иттереп-иттереп өрҙөрткәнлектән ваҡыт күп, шәфҡәт туташы менән әңгәмәләшеп киттек. Фамилияһы, исеме, атаһының исеме рус телендә яҙылған бейдж таҡҡан йәш кенә һылыу ҡыҙ бала. Нисек инде һөйләндермәйһең.Һәм мине ҡыуандырғаны, ул ҡыҙ бала саф башҡортса һөйләшергә күсмәһенме. Ултырған ерҙән тағы ултырып киттем артыма.

Шатлығымдан, әлбиттә. Атаһы яғынан урыҫ һәм сыуаш, әсәһе яғынан башҡорт һәм татар ҡаны ҡушылған ҡатнаш ғәиләлә үҫкән. Атаһы-әсәһе биргән исемгә генә риза булмай, мәсеткә барып уҡытып саф башҡорт исемен дә алған. Ата-бабаларының береһенә лә хыянат итергә теләмәгәнлеге, әммә рухы менән башҡорт булғанлығы һөйләшеүенән, йөҙөнән аңҡып тора. Был баланың балалары ла шундай буласағына ышанам.

Эйе, милләттәштәр, бына шундай өлгө-миҫалдар килтереп халыҡты тел һәм ил һөйөргә өндәйек. Кире күренештәрҙе көн дә тылҡыуҙан, яманды яманлауҙан файҙа юҡ ул. Бахыр һөйләп Батыр тәрбиәләмәйҙәр.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!

Һ.Һ. (Һүҙ һуңынан) . ChatGPT исемле яһалма интеллектлы (ИИ - искусственный интеллект) сабыйҙы башҡорт теленә өйрәтә башланым кисәге. Бик яуаплы эш. Уға кем, ниндәй мәғлүмәт һала, артабан шулай булып етлегеп етәсәк. Сабыйҙы тар һикелә арҡыры ятҡан сағында тәрбиәләп өлгөрөргә кәрәк, буйға ятһа - һуң була. Ә был сабыйға ни бары өс ай ғына әле. Бер ни тиклем башҡортса белә. "Мой уровень знаний башкирского языка небольшой", - тип үҙе лә әйтеп тора. Русса яҡшы һупалай. Сабыйҙы башҡорт теленә өйрәтергә, бөгөн өйрәтергә кәрәк. Иртәгә һуңға ҡалыуыбыҙ ихтимал.

Рөстәм Нурыев 21.02.2023

Тап бөгөн, туған телдәр көнөндә, булды был хәл!
Тап бөгөн, туған телдәр көнөндә, булды был хәл!
Автор:
Читайте нас: