+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2023, 08:00

Һеҙҙең яҡта был йола бармы?

-

Башҡорт мифологияһы:

Зәңге бабай (иргиз.). Дух, хозяин скота. Малдың ҡото китмәһен тип Зәңге бабай рухына хәйер бирергә кәрәк (ҺҺФ). – Чтобы домашний скот был плодовитым, надо дать милостыню во имя духа Зэнке бабай.

Көтөүсегә йомортҡа биреү йолаһы ошо ышанысҡа бәйле булыуы ихтимал.

Октябрь урталары. Тәүге ҡар яуҙы, әммә ныҡлап ятманы. Шуға ла әле ауыл халҡы малдарын һарайға бикләргә ашыҡмай. Бахыр һыйыр-һарыҡҡа былай ҙа алты ай буйы бәләкәй генә урында ҡоро бесән ашап торорға тура киләсәк.

Иртәгә һарыҡ көтөүе беҙгә лә етергә тейеш. Ауылда алмашлап, сиратлап көтәбеҙ. Алты һарыҡ - бер көн. Беҙҙеке ун өс баш, шуға ла ике көн көтәсәкбеҙ. Үткәреп ебәргәндә шәп булыр ине, яҙғыһын беренсе булып башлаһаң, ауырыраҡ шул. Хәлһеҙ һарыҡтарҙы күтәреп, этләнеп бөтәһең...

Беҙҙең сират килеп еткәндә, ерҙе ап-аҡ ҡар ҡапланы. Көтөү киләһе йылға ҡалды.

- Ярай, - тине атай, - киләһе йыл йомортҡа йыябыҙ инде атыу.

- Ниндәй йомортҡа? - аптырап һораным мин. Һарыҡ көтөү менән был нисек бәйле. Әллә шулай берәй әйтем бармы икән?

- Һуң кем беренсе башлап көтөүгә сыға, шул өй һайын йөрөп йомортҡа йыя.

Ауылда үҫһәм дә, тәүгә ишетәмсе.

- Нимәгә ул?

- Әллә. Йолаһы шулай, - тине атай. - Бәлки, тамаҡ артыҡ күп булмаған замандан ҡалғандыр. Көтөүсегә ярҙам күрһәткәндәрҙер инде...

Бик ҡыҙыҡлы йола. Йомортҡаны кем нисәү теләй, шунысама һала. Беҙҙә, мәҫәлән, алты башҡа бер йомортҡа бирәләр икән ғәҙәттә.

Был йола һеҙҙең яҡтарҙа ла бармы? Ҡайҙан тамырлана икән? (Заһиҙа Мусина)

Һеҙҙең яҡта был йола бармы?
Һеҙҙең яҡта был йола бармы?
Автор:
Читайте нас: