+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2023, 11:00

Сочи башҡорттары

-

«Бөтә Рәсәй-2020» XXIV заманса журналистика форумында ҡатнашыусы баш мөхәррирҙәрҙе Сочи башҡорттары ҡунаҡҡа саҡырҙы. Артур Дәүләтбәков, Рәшиҙә Мәһәҙиева менән беҙ бауырҙаштарға күрешергә ашҡынып килдек. Уға хәтлем яңы барлыҡҡа килгән был ойошма һәм уның әүҙем йәштәре хаҡында «Йәшлек» гәзитенең быйылғы 7 август һанында журналист Лилиә Хәлитова «Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡот утрауы» мәҡәләһендә яҙып сыҡҡайны. Кемдәр һуң улар, Сочи башҡорттары? Ҡала ҙур, бында һыйышып төрлө милләт вәкилдәре дуҫ йәшәй. Ҡара диңгеҙ буйындағы йылы ҡыш, йәшәүгә уңайлы тәбиғәт шарттарына, һаулыҡтары ҡаҡшап, дауа алырға килгәндәр ҙә, эш арҡаһында төпләнеп ҡалғандар ҙа бар. Әммә сит мөхиттә үҙ рухташтарың, ҡәрҙәштәрең, туған телең, моңоң һағындыра. Милләттәштәребеҙ өсөн ғүмер байрамдарын билдәләү, йола үтәү ихтыяжы килеп тыуа. Башҡорттар шуға дин ҡәрҙәштәребеҙ – татарҙар менән берләшкән. Әлегә «Сочи башҡорттары» тигән рәсми ойошма юҡ. Яҡташтарҙы үҙ тирәһенә туплаусы 23 йәшлек Айсилә Ҡарасурина бергә-бергә дуҫ йәшәү өсөн ҡаршылыҡтар күрмәй. Иң мөһиме – күңел тартыуы, ихласлыҡ, беҙҙе берләштергән туған моңдар, ти ул. Әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар әле.

Кемдәр улар?
Беҙҙе Татар ойошмаһының әүҙем ҡатнашыусыһы Раушания Беляева өйөнә йыйҙы. Олимпия паркы, «Формула» уйындары ус төбөндә кеүек күренеп ятҡан ерҙән Ҡояш байышын күҙәтеү үҙе үк илаһи хистәр уятты. «Ошонда ятҡан гектар самаһы ерҙе биләп ҡалдыҡ. Хыялым – Сочиҙа татар-башҡорт ауылы төҙөү», – ти Раушания ханым. Әле морон төртөр ерҙәре булмаған йәштәр уларға килеп һыйынған. «Тажлы вирус арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалғандарҙы хатта хаҡ алмай йәшәттек. Әле лә шартлы ғына түләйҙәр. Барыһына ла торлаҡ биреп, хәлдәренә инергә, ярҙам итергә тырышабыҙ», – ти ул. Баҡсала борҡорап самауыр ҡайнай, шешлектә ит бешә, ағастарҙа татлы хөрмә емештәре өлгөрә. Диңгеҙ ҙә бында, йәйәү төшһәң, 20-30 минутлыҡ алыҫлыҡта ята икән.
Беҙҙе саҡырып бәйләнешкә сыҡҡан Сочи башҡорттарының рәсми булмаған лидеры, ҡара һылыу Айсиләне дуҫтары бәләкәй генә колибри ҡошо менән сағыштыра. Ундағы йылылыҡ, мөләйемлек, изгелектән күңел рәхәтләнә! Эште һә тигәнсе башҡарып ҡуйырға, барыһын да аяҡҡа баҫтырырға һәләтле Әбйәлил районы Гусевка ауылы ҡыҙы. Олимпия паркында эшләй. Саралар әҙерләү төркөмөндә төҙөлөш буйынса яуаплы. Магнитогорск технология колледжын тамамлаған ҡыҙға үҙ һөнәре буйынса эш табылыуы – үҙе бер бәхет.
Былтыр ноябрь айында Гөлфиә менән Айсилә инстаграм аша Сочи башҡорттарын йыйырға һөйләшә. Шунда уларға Белорет ҡыҙы Рәхилә Тайыпова килеп ҡушыла. Ул магазин­дарҙың мерчендайзеры, йәғни сауҙа вәкиле булып эшләй. Матур йырлай. Автомобиленә «Сочи башҡорто» тип яҙып алған һылыуға ял итеүселәр ҡыҙыҡһынып ҡарай, һөйләшергә тура килһә, һорауҙар яуҙыра.
Осрашыуға ҡаланың икенсе башынан Фәниә апай Әхмәтова, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йүгереп килеп етте. Тәмле итеп ҡоймаҡтар ҡойоп алған. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Фәниә апай ғүмере буйы Сибай ҡалаһында йәшәгәндән һуң, һаулығы буйынса, табип кәңәшен тотоп, ҡыҙы Дарья Волкованың ғаиләһе менән Сочиға күсенә. Дарья – «Ҡосаҡлашыуҙар» волонтерлыҡ хәрәкәте етәксеһе. Уның эшмәкәрлегендә Сочи башҡорттары әүҙем ҡатнаша. Ҡарттар йортондағы әбей-бабайҙарға, туберкулез менән сирләгән балалар шифаханаһына бүләктәр алып барып һөйөндөрәләр.
Гөлфиә һәм Дамир Салиҡбаевтар менән Мәскәүҙә йәшәгән ваҡыт­тарынан таныш инем. Сочиҙа уларҙың улдары Арыҫлан тыуған. Бәләкәсте бала табыу йортонан Сочи башҡорт­тары бергәләшеп барып ҡаршы алған. «Милли кейемдәрҙә, Башҡортостан байрағын тотоп килгән дуҫтарҙы күреп, аптырап ҡалдым, күҙемдән йәштәр атылды», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Гөлфиә. Аҙаҡ бәләкәскә, хәҙрәт саҡырып, исем ҡысҡырталар. Улына Өфөнән милли биҙәктәр менән кейемдәр һатып алдыра әсәһе. Гөлфиә үҙе Федоровка районының Батыр ауылынан. Әсәһе Роза Сәлимйән ҡыҙы Ғәбдрәхимова – Ейәнсура районы Абзан ауылы ҡыҙы. Арыҫлан тыуғас, ул да балалары янына килеп йәшәй башлай. Мәскәүҙә «Илһам», «Шаршау» башҡорт театр студиялары актрисаһы булып таныл­ған Гөлфиә, йөклө булыуына ҡара­маҫтан, Сочиҙағы мәҙәни тормошто дөрләтеп ебәрә. Туристар ҙур һорау менән файҙаланған гидтар булып китә Салиҡбаевтар. Һигеҙ айлыҡ Арыҫлан һәр ҡайҙа ла улар менән.
Берәй билдәле йырсы килһә, Сочи башҡорттары тиҙ генә концертын ойоштороу сараһын күрәләр. Аликтың ресторанында Таһир Әсәҙуллин менән осрашыу онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙәренә уйылған. Әҙәби-музыкаль кисәләр ҙә беҙгә бик кәрәк, тиҙәр улар.
Сочиҙа урынлашҡан хәрби часта Башҡортостан һәм Татарстандан хеҙмәт итеүсе егеттәр янына концерт, өй аштары, ҡайнатмалар кеүек күстәнәстәр менән барып, хәлдәрен белеп ҡайталар. Улар диңгеҙ буйына эшкә килгән милләттәштәргә эш һәм йәшәү урыны табырға ярҙамлашыуҙы үҙҙәренең мөһим бурыстарының береһе тип һанай.
Ҡаланың милли командалары араһында спорт буйынса башҡорттар иң таһыллы, көслө һәм етеҙ булараҡ танылған. Ойошма ағзалары шахмат, волейбол, футбол һәм арҡан тартыу буйынса призлы урындарҙы яулай. Көйәрмәндәр һаны буйынса ла улар иң күбе булып сыға.
Еңеү байрамында автопарад ойошторғандар. Ҡыҙҙар-егеттәр ҡала буйлап машиналарҙа, ветеран олатайҙарының фотоһын күтәреп, республика әләмен елберләтеп йөрөгән. Милләт, республика өсөн ғорурлыҡ уларҙы һәр ваҡыт алға әйҙәй. Шуға ла Башҡортостан флагы менән айырылмайҙар.
Сочи башҡорттары
Сочи башҡорттары
Автор:
Читайте нас: