90-сы йылдарҙа, "Ябай Мария", "Байҙар ҙа илай" телесериалдары барған көндәрҙә, мәктәп йәшендәге ҡыҙҙар, телесериалдың төп героиняһы Мария һымаҡ булырға теләп, Парижға юллана... Булған хәл был. Уларҙы, әлбиттә, тоталар һәм, башҡаларға һабаҡ булһын тип, мәктәптән ҡыуалар...
Ике ҡыҙҙы беләм.
Шып-шым ғына
Париж сығып китмәк булалар...
Юҡ, ҡасырға түгел ниәттәре,
Ҡыҙыҡтырмай сит-ят ҡалалар.
Хыял берәү генә: оҫтахана
Эҙләп табып оло ҡалала,
Исмаһам, бер тапҡыр хыялдағы
Күлдәктәрҙе кейеп ҡарарға!..
Һеҙгә тигән поезд һуңлап килгән...
Һеҙҙе эҙләүселәр өлгөрҙө!..
Һеҙ күрҙегеҙ ошо көнөгөҙҙөң
Һеҙҙең хыялдарҙан көлөүҙе...
Аңлауҙарым шул саҡ һеҙҙе, ҡыҙҙар!..
Йәлләүҙәрем!?.
Үтте үҙәккә...
Шундай һылыу һеҙҙең йөҙҙәрегеҙ,
Күҙҙәрегеҙ ихлас бигрәк тә...
Ҡосағыма алып үҙегеҙҙе
Үкһеп-үкһеп килде илағым.
Ҡулдарымды һуҙҙым...
Юҡ, ярамай!
Алһын ҡыҙҙар тормош һабағын...
Әле һаман һеҙҙең ҡурҡыу ҡатыш
Бер ҡатлылыҡ бөрккән күҙегеҙ
Йөрәгемде өйкәп тик тора бит,
Аңлаһасы шуны берегеҙ?!.
Парижға, тип йыйған биштәрегеҙ
Бушатылғас өҫтәл өҫтөнә...
Мин, бүлмәне ташлап, сығып киттем,
Үкерергә бөтә көсөмә.
Көс еткеһеҙ үкһеү алып сыҡтым:
Их һеҙ, ҡыҙҙар?!
Ниңә?!.
Ни өсөн?!.
Әллә олатайҙарҙан еңелгәнгә,
Париж һеҙҙән ала микән үсен?!.
Киптерелгән икмәк, өс пар туфли,
Кер һабыны, көҙгө, энә, еп...
Их һин, донъя?!.
Ҡыҙҙыр хыялына
Париж ғына һыя ине бит?!.
Париж ғына һыя ине бит?!.
Париж, Париж!?.
Әллә ошо ҡыҙҙар
Мариянан кәмме?!
Йәмһеҙме?!
Әллә Парижда ла тормош шулай
Ҡыҙҙар илатырлыҡ йәнһеҙме?!
Илайһығыҙ...
Ул саҡ бит ҡыҙҙарҙы
Йәлләп, һүҙ әйтеүсе булманы.
Ҡыуылдылар...
Башҡа бер ҡыҙҙың да
Хыялында Париж тыуманы...
Һеҙҙең хыял өсөн мин бер үҙем
Ҡасып ҡына, үкһеп иланым.
Хыялымда минме йөрөмәнем
Урамында Париж-ҡаланың?!
Тыҡ-тыҡ баҫып, бер үт ине, тиеп,
Һоҡландырып Париж урамын!..
Тик хыялға ҡаршы сығырға мин
Төшөмдә лә хатта ҡыйманым...
Ә һеҙ, ҡыҙҙар, Париж яуларға, тип,
Биштәр йыйғанһығыҙ, исмаһам...
Ғәфү итегеҙсе, Париж һеҙгә
Ҡапҡаларын ғына асмаған...
Париж яулар ҡыҙҙар инегеҙ бит,
Беҙҙе данлар ҡыҙҙар инегеҙ!..
Эй үртәләм: ошо көндө һеҙҙең
Шиңеп ҡалманымы иңегеҙ?!
Ҡаршы тора алдығыҙмы икән
Яҙмыштарҙың әсе еленә?
Ҡабат юлға сыға алдығыҙмы,
Мариялы хыял иленә...
Эйе, төштәрҙә лә хыялдарҙы
Теҙ сүктерә ҡай саҡ был донъя.
Кемдең биштәренә – тотош донъя,
Кемдекенә – энә, еп һыя...
Байҙар илай микән – Париж белә,
Ҡыҙҙар, хәҙер һеҙ ҙә белдегеҙ.
Әле һаман йөрәк һыҙлай шуға:
Ҡосағыма һарылып иларға, тип,
Ҡарап тора кҽүҽк берегеҙ...
19.10.19.
Ғәлиә
https://vk.com/wall-178411593_854