+27 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Марта 2023, 12:00

Илап, зарланып йәшәмәйек, бәхетле һәм тағы ла бер тапҡыр бәхетле булып өйрәнәйек!

-

Фольклориада* тураһында бер һүҙ әйтмәксемен, дөрөҫөрәге, үҙебеҙ тураһында оло тамашанан һуң тыуған бер фекер.
Һүҙ ҙә юҡ, башҡорт мәмләкәтен бар донъяға данлы, затлы итте был сара. Лайыҡлы күтәрә алдыҡ был йөктө. Ҡунаҡ ҡаршы алыу, ҡунаҡ күрһәтеү, ҡунаҡ оҙатыуҙан да оло, ауыр эш юҡ был донъяла, ти торғайны ололар. Үҙең нисек тә көн күрәһең ул, башҡа алдында йөҙ ҡыҙармаһын. Шуға һуңғы ҡаҙын, ҡаҙылығын... Юҡ, был турала түгел һүҙ. Шөкөр, хәҙер етеш көн ителә.
Ҡунаҡтар тигәндән, уларҙың өс кенә кәлимәһенә иғтибар йүнәлткем килә. (Беҙ, журналист халҡы, улар араһында йөрөгәс, тегеһен-быныһын ишеткеләп йөрөйбеҙ.)
Совет иле осоронда “социалистик“дуҫ булған, бөгөн инде икенсе лагерға күсеп беҙҙе күрәалмаған поляктар һоҡланған беҙгә, бигерәк тә өҫтәлдәргә, дөрөҫөрәге табынға: “Юлдарығыҙ насар, һикертә. Ләкин һеҙҙең өҫтәлегеҙ шәп, кикертә. Ит күп ашайһығыҙ, шәп. Беҙҙә быныһына ҡытлыҡ, шәт” – тиҙәр улар. Ысынлап, беҙҙе улар бер хәйерсе тип уйлаған икән.
Америка вәкилдәре бөтөнләй аптыратты: “Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡурҡып ҡына килдек. Беҙҙәге мәғлүмәт сығанаҡтары яҡтыртыу буйынса, һеҙҙе Төнъяҡ Кореялағы кеүек диктат, тыйыу-ҡыйырһытыу йәғни “запрет”тар иле тип күҙ алдына килтерҙек.Барыһы ла бер формала ғына йөрөй тип тә уйланыҡ. Бөтөнләй башҡа ил. Халыҡ һеҙҙә көләс һәм бәхетле. Ә бәхетте яһалма эшләп булмай. ” Ошондай уҡ фекерҙе 2018 йылда Мәскәүгә футбол буйынса донъя чемпионатына килгән Англия (һәм улар ғына ла түгел) көйәрмәндәре лә әйткәйне:”Беҙ Рәсәйҙе бер трущоба, бандиттар төбәге тип уйланыҡ. Унда бармағыҙ, үлтерерҙәр, тип тыйҙылар, ләкин беҙ килдек һәм... Рәсәйгә иҫ киткес оло һөйөүһәм ихтирам менән ҡайтабыҙ! ”
Африка илдәре вәкиле бына нимә тигән Илшатҡа (“Тамаша” журналы): “Һеҙ ниндәй бәхетле – һәр бүлмәлә крандан һыу аға. Эсергә лә мөмкин, хатта аяҡты ла йыуырға була. Ә беҙҙә эсергә һыу етмәй...”
Һығымта шул: илап, зарланып йәшәмәйек, бәхетле һәм тағы ла бер тапҡыр бәхетле булып өйрәнәйек.
Һүҙ аҙағында, йор телле халҡымдың бер көләмәсе иҫкә төштө. Әйткәндәй, ул да фольклор өлгөһө, халыҡ ижады.
Бер ярлы күршеләге байҙан икмәк һорарға булған. Барһа, бай бәлеш ашап ултыра икән.
– Бай ағай, әҙерәк ҡатҡан булһа ла икмәк бир әле, – тигән ярлы.
– Кит бынан, иҫәр! – тигән бай. – Икмәк юҡлығын күрмәйһеңме ни? Аптырап, үҙем дә бәлеш кенә ашап ултырам бит!
Юҡ, һис тә икмәкте кәмһетмәйем, шулай ҙа һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә бәлеш тә бар – кинәнегеҙ!

 

Мөнир Ҡунафин.

12 июль, 2021 йыл.

*2021 йылда Башҡортостанда үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһы

Илап, зарланып йәшәмәйек, бәхетле һәм тағы ла бер тапҡыр бәхетле булып өйрәнәйек!
Илап, зарланып йәшәмәйек, бәхетле һәм тағы ла бер тапҡыр бәхетле булып өйрәнәйек!
Автор:
Читайте нас