Республикабыҙ райондарындағы һәр төрлө диалекттарға иғтибар итеп, үҙебеҙҙең яҡ кешеләренең һөйләше менән сағыштырыуҙарым үҙемдең телемде байытыуға ла ярҙам итәлер, тип уйлайым. Ҡайһы саҡ, шулай ҙа, телебеҙгә бер аҙ ятыраҡ һүҙҙәр ҙә килеп ингеләгән һымаҡ. Бер ағайҙың икенсе бер таныш ҡатын менән һөйләшеүенә иғтибар иттем. Ҡатын үҙенең хәләл ефетен "иптәшем", тип атағас, был ағай: "Ул һиңә нишләп иптәш булһын, "ирем", тип әйтһәң ни була?" - тигән иҫкәрмә яһаны. Ағайҙың уйынлы-ысынлы әйткәненән мәҙәк табып, көлөп кенә, оноторға ла булыр ине, тик бына ошо һүҙҙәрҙә туған телебеҙгә ҡағылышлы мөһим генә бер мәғәнә ятҡан һымаҡ тойолдо. Никахта торған парҙарҙың береһе икенсеһен "иптәш" тип атауын электән күп мәртәбәләр ишетеп йөрөгән булһам да, бығаса әллә ни иғтибар итмәгәнмен икән. Ысынлап та, был һүҙ "товарищ", тигәнде аңлата түгелме?..
Сирек быуат хеҙмәт иткән дәүерҙә үҙем ул һүҙҙе әллә күпме меңәрләгән тапҡыр ҡулланғанмындыр. "Иптәш полковник", "иптәш капитан", "иптәш сержант"... тип көнөнә генә әллә нисә тапҡырҙар мөрәжәғәт итергә тура килә ине. Элеккерәкке бер фильмда берәүҙең үҙенең ҡатынына "товарищ Надя" тип өндәшкәнен ишеткәс, ирмәк кенә тойолғайны. Күрәһең, ул ваҡытта был һүҙ модала булғандыр һәм беҙҙең телебеҙгә лә шул мәлдәрәк килеп ингәндер. Башҡортса-русса һүҙлектә был һүҙ мәғәнәләренең береһе "супруг, супруга", тип тәржемә ителә. Берәүҙең ҡатыны йәиһә ире хаҡында һөйләгәндә "уның тормош иптәше", тигән һүҙбәйләнеште йыш ҡулланабыҙ шул. Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексында "Кеше - кешегә дуҫ, иптәш һәм туған", тип яҙылғанын хәтерләйем. Фекерҙе шундайыраҡ йүнәлештә тағатып алып, уйлай башлаһаң, ысынлап та, кеше үҙенең хәләл ефете менән дуҫтарса, иптәштәрсә, йәиһә туғандарса, ғөмүмән, татыу мөнәсәбәттә генә лә булырға тейеш. Тик, шуға ла ҡарамаҫтан, башта әйткәндәй, ҡатыныңды "иптәш" тип атау барыбер килешеп етмәгән һымаҡ.
Үҙеңдең хәләл ефетең хаҡында һүҙ барғанда, башҡорт телендә унан башҡа ла атамалар күп, әлхәмдүлиллаһ. Мәҫәлән, күп кенә кешеләр бер-береһен Әлмира, Гөлмира, Фәүзиә, Таһир, Йосоп, тип исеме менән атай. Ә кемдер үҙенең ҡатынын хатта ҡартайып киткәндән һуң да "минең кәләш" тип кенә алып йөрөй. Үҙенә генә өндәшкән саҡта (кәйефкә ҡарап) "һөйөклөм", "бәғрем", "йөрәгем", "алтыным", тип әйтеү ҙә насар түгелдер.
Элегерәк яҙылған китаптарҙағы хикәйәләргә иғтибар итһәң, унда ирҙәр үҙҙәренең һөйөклөһөнә "бисәкәй" тип тә мөрәжәғәт итә. Тик нишләптер, хәҙерге бәғзе ҡатындар былай өндәшеүҙе әллә ни өнәп етмәй. Минең хәләл ефетем дә йәш саҡта ана шулай тип өндәшһәң, "Был һүҙ мәҙәни булмаған һымағыраҡ яңғырай бит. "Бисә", тигәс тә, илле-алтмыш йәштәр самаһындағы, "мөлкөп" йөрөгән йыуантағыраҡ ҡатынды күҙ алдына килтерәм", тигәйне. Йәнәһе лә, был мөрәжәғәт йәш ҡатындарға килешеп етмәй. Бындай фекер, әлбиттә, дөрөҫлөккә тап килмәй. Беҙҙең тирәлә (Баймаҡ районында) был һүҙҙе, "фәлән кешенең бисәһе", тип, башлыса, икенсе бер сит ҡатын хаҡында һөйләшкәндә ҡулланыуҙары сәбәпле, шулай тойолғандыр уға. Күп кенә башҡа райондарҙа ошо термин ир кешенең үҙенең хәләл ефетенә ғәҙәттәге мөрәжәғәт итеү һүҙе булып тора бит. Ә оло йәштәгеләрҙең (айырыуса, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла тирәләрендә) хәләл ефетен "әбейем", тип атағанын беләм.
Элегерәк беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа йәшәгән ҡарт ҡына бер инәй үҙен "әбей", тип әйткәндере менән килешмәй, кешеләрҙе: "Нишләп мин әбей булайым, бисә, тип атағыҙ", - тип төҙәткән. Бәғзе бер райондарҙа "әбей" атамаһы менән өләсәләренә, ә кемдәрҙер ҡәйнәләренә өндәшә. Мәҫәлән, ҡайны-ҡәйнәләре Стәрлетамаҡ яғынан булған ҡустым хәләл ефетенең ата-әсәһен "бабай", "әбей" тип атай. Баштан уҡ уға шулай тип өндәшергә ҡушҡандар икән. Ә киленебеҙ беҙҙең атай-әсәйебеҙгә "ҡайным" һәм "ҡәйнәм" ти торғайны.
Минең атайым һәм әсәйемә килгәндә инде, ул мәрхүмдәрҙең бер-береһенә исеме менән өндәшкәнен бер ваҡытта ла ишеткәнем булманы. Исемләп тә, башҡа берәй төрлө атама менән дә түгел, береһе икенсеһенә әйтер һүҙҙәрен шул көйөнсә генә нисектер әйтә ине. Әйтелгән һүҙҙәрҙең фәҡәт үҙенә генә йүнәлтелгәнен икенсеһе шунда уҡ аңлай. Күп кеше араһында булһалар ҙа, "һин кемгә әйтәһең ул", тип һорашмай торғайнылар. Ә инде береһе хаҡында башҡаларға ниҙер һөйләгәндә "балаларҙың атаһы, әсәһе", тип әйтерҙәр ине. Ейәнсура районында йәшәгән беҙҙең ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһенә "атаһы", "әсәһе", тип өндәшә торғайны.
Хәләл ефетеңә ҡарата бына ошо рәүештәге мөрәжәғәт шәриғәт ҡанундарына ла тап килә. Ислам динендә булған боронғо ата-бабаларыбыҙ һәр тарафтан шәриғәт буйынса йәшәргә тырышҡан. Тик һуңғы быуат дәүерендә генә телебеҙҙең күп кенә ҡиммәттәре үҙгәргеләп киткән. "Атаһы" йә "әсәһе" тип өндәшеүҙәр, минеңсә, балалар һәм башҡалар алдында бер-береңдең абруйын күтәреүгә лә ниндәйҙер кимәлдә сәбәпсе, ярҙамсы булып торалыр. Бер-береңә хөрмәт йөҙө менән мөрәжәғәт иткән һымағыраҡ яңғырай бит был һүҙҙәр. Ана шул боронғо "атаһы", "әсәһе", тигән матур яңғырашлы, гүзәл һүҙҙәребеҙҙең милләттәштәребеҙ теленән төшөп ҡалыуын бер ҙә генә теләмәйем. Үҙемдән башларға уйланым. Ошо мәҡәләне яҙа башлаған мәлдән, "әсәһе", тип хәләл ефетемдең маҙаһына тейәм. Күңелгә ятып торған был һүҙҙе телемде артабан байытыуҙың бер бәләкәй генә өлөшө итеп тоям.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.