+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 19:00

"Ҡуян ат, һырлы сана"

-

Шул хаҡта хыялланып та өлгөрмәнем... "сем" итеп ҡалды. Уның ҡарауы, "ҡуян ат, һырлы сана" хаҡындағы татлы хыял барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Һәр хәлдә, ул саҡтағы ауыртыныу татлы иҫтәлек кенә булып хәтергә уйылған. "Ҡуян ат, һырлы сана" тигәндең хикмәте лә тап ошондалыр, күрәһең.
Үҫә килә, шуға ла иғтибар иттек: өлкәндәр, ниңәлер, сөннәткә ултыртылғандарға күп кенә яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыра, ниңәлер сөннәтһеҙ кешегә ҡулы йыуылмаған кешегә ҡараған һымаҡ ҡарай. Сөннәтһеҙҙән икмәк телдермәйҙәр, мал салдырмайҙар, мәрхүмдәрҙе йыуыуҙан да мәхрүм сөннәтһеҙҙәр. Ниңәлер, уларҙың ҡулы менән башҡарылған ғәмәлде "хәрәм" тип баһалау йәшәй беҙҙең яҡта. "Сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама!" - тип тә әйтәләр хатта...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ҡуян атҡа һырлы саналар егеп йөрөүҙең ана ниндәй әһәмиәте бар икән дә. Хәҙер уйлап ҡараһаң, ауылыбыҙға килеп, малайҙарҙы сөннәтләп йөрөүсе бабаларҙың ниндәй мөһим һәм зарури ғәмәл башҡарып йөрөгәндәрен аңлайһың. Барыһы ла илдең һәм милләттең һаулығы өсөн булған. Ҡуян ат егелгән һырлы санала ултырып елеүсе 4-5 йәшлек малайҙарҙы күҙ алдына килтерһәң, донъя яҡтырып китә, күңелдә мөғжизәле әкиәт ярала...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

"Ҡуян ат, һырлы сана"
"Ҡуян ат, һырлы сана"
Автор:
Читайте нас: