+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2023, 16:08

Балаларҙың ҡыҙыҡтары

-

"Киттек!..."


Ҡыҙымдың ҡустыһы, ике йәшен тултырып килгән улыбыҙ Илнар, теш йыуырға, туп уйнарға, турникта торорға, ҡурай таптырырға әүәҫ. Бер көн мине тартҡылай:
– Киттек!
– Ҡайҙа?
– Бейек!...
– Күтәрәйемме?
– Эйе.
– Турникка тотона(һы)ңмы?
–Ыһы...
– Әйҙә! Һоп! Тотон...
Йылмая, ҡыуана. йыуан турникты мытҡып тотоп, тартылмай ғына, аяҡтарының остарын турникка килтереп, ҡулдары араһынан үткәреп, ярғанат һымаҡ тороп ала. Ҡулы талғас, төшөрәм. Китергә йыйынһам, миңә әйтә:
– Атай! Мин! Туйик!
– Мин дә тартылайыммы?
– Эйе!
– Хәҙер! – хәлдән килгәнсә, тартылып күрһәтәм.
– Атай! Һин! Һин! Туйик!
– Хәҙер һин менәһеңме?...
– Ыһы!.. – Шат йылмайып, күтәргәнде көтөп тора.
Был хәл көнөнә әллә нисәмә тапҡыр ҡабатлана. Элек ошо турникка тотонорға ҡул теймәй ине. Уллы булыу атай кешегә күп яҡлап файҙалы икән!

 

Бәләкәсебеҙ, өҫтәл аҫтынан йүгереп йөрөгән улыбыҙ, һәр нәмәгә үҙенең үҙенсәлекле фекерен белдерергә, һорауҙарға тулы, аныҡ итеп яуапларға әүәҫ, хатта, урын-еренә тура килтереп, көлөп тә ебәрә әле ул.  

Мәҫәлән, мин, атаһы, бит-ҡул сайырға тип, йыуынғыс бүлмәһенә индем. Артыма әйләнһәм, уйынсығын ҡосаҡлап, улыбыҙ тора. Ҡараштарыбыҙ осрашҡайны, ул күҙҙәрен шаян уйнатып, һирәк, ваҡ ҡына бер нисә бөртөк тешен күрһәтеп көлөп ҡуйҙы. Көлөүе шунан, мине арбарға теләй. Унда тороуын күрһәм, мин, ғәҙәттә, төпкө бүлмәгә үтеүен талап итәм. Иркенлектә йөрөһә һәйбәт бит инде. Ә бында торһа ул берәй ялтырауыҡ нәмәгә тотона, аяҡ араһында бутала. Был юлы ҡыҙыҡ өсөн генә, бер тапҡыр ҙа һорамаған, ул турала белеүен күҙ алдыма килтермәгән нәмә тураһында һорай ҡуйҙым: 

– Атайҙың таҫтамалы ҡайҙа?
– Ы! – тине был, минең һөртөнгөскә төртөп күрһәтеп. 
– Маладис! – тинем ҡыуанып.

– Һи-һи! – Ул тағын ихлас көлөп алды. 
Һөртөнгәс, улыма эйелеп, ҡулымды һондом: 

– Һаумы! 
Ул тәтәйен һул ҡулына күсерҙе, кәүҙәһенә ҡуша һығып ҡосаҡланы ла уң ҡулын миңә һондо: 

– Ы! – Үҙе ат менгәндәй ҡыуана! 
– Әйҙә, һоп-па итәйек! – күтәрергә тип, ҡултығы аҫтынан тоттом. 

Ул уйынсығын киҙәнеп ташланы ла, аяғы менән этенде, тәнен кереш һымаҡ итеп тартылдырҙы: 

– Ы!

Икәүләп үҙебеҙҙең биләмәне ҡарап йөрөйбөҙ. Әйтерһең дә, ҡарт арыҫлан менән сабыйы яландарын күҙҙән үткәрә. Һәр хәлдә, минең күңел шулай шатлана. Ана әсәһе йөрөп ята. 

– Әсәйгә ҡысҡыр! 

– Әдә! 

Әсәһе тауыш бирә: 

– Әү!

– Әдә! – малай йәнә үҙенең сағыу тауышы менән маҡтанғандай итә. 

– Ҡайҙа минең ынйыҡайым? – тием улыма, һаман да быға тиклем бер тапҡыр ҙа һүҙ ҡуҙғатмаған темаға һорау бирәм, йәнәһе. 
– Ы... – тип бер яҡҡа бармаҡ төртә егет, минең бер ҡулымда ултырған килеш донъяһын айҡап һәм иғтибарлылығы менән тағы ла атаһын ғәжәпләндереп.  
Был һүҙҙе ишеткән ҡыҙыбыҙ, дәресен әҙерләүҙән бер генә миҙгелгә әүрәп, беҙгә ҡарай һәм: 

– Һаумыһығыҙ! – ти. 

Ҡустыһы, һәр саҡтағыса, һүҙ артынан кеҫәһенә төшөп тормай, йылмайып, шунда уҡ яуап-сәләм оҙата! 

– Ы!..

Шундай телдәр, телгә әүәҫ сабыйыбыҙ бар. 

 

Илгиз ИШБУЛАТОВ. "Һәнәк" журналының яуаплы сәркәтибе.

Балаларҙың ҡыҙыҡтары
Балаларҙың ҡыҙыҡтары
Автор:
Читайте нас: