+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2022, 16:13

СЫЛБЫРҘАЙ ТЕҘЕЛЕП, ҠАЙТЫҒЫҘ…

-

Гәзитебеҙ авторҙары араһында илһөйәрлек, туған телебеҙ, динебеҙ мәсьәләләрен күтәреүселәрҙең күплеге һөйөндөрә. Ошо темаларға ҡағылышлы мәҡәләләргә айырыуса ныҡ иғтибар итеүсәнмен. Халҡы тормошона, милләтенә битараф булмаған шундай зыялыларыбыҙҙы хуплап ҡына ҡалмай, үҙем дә улар сафын тулыландырыуҙы оло бәхеткә һанайым. Ватан, тыуған ил хаҡында күпме генә яҡшы һүҙҙәр әйтһәң дә, һәр саҡ аҙ һымаҡ…

Ер йөҙөндәге бар халыҡтың да үҙ ватаны бар, һәр кемгә тыуған иле ҡәҙерле. Илленсе, алтмышынсы йылғы яҡташтарыбыҙҙың күптәренең әле булһа хәтерендәлер: Төньяҡ халыҡтары вәкиле булған (милләте - нанаец) Кола Бельды исемле йырсы "Увезу тебя я в тундру" тигән бер йырҙы йырлай торғайны. Был йыр беҙҙең илдә (СССР-ҙа) хатта киң популярлыҡ яулап та алғайны. "…Мы поедем, мы помчимся на оленях утром ранним, и отчаянно ворвемся прямо в снежную зарю…" Ошо йырҙың эстәлегенә инә башлаһаң, ысынлап та, әлеге һыуыҡ яҡтан да матурыраҡ ер юҡ һымаҡ булып тойола башлай…
Бер мәл үҙем хәрби хеҙмәт иткән осорҙа ҡаҙаҡтарҙа аш мәжлесендә булырға тура килгәйне. Һөйләшеүгә ифрат алсаҡ булған был кешеләр шунда уҡ күңелемә ятты. Ҡыҙыҡ күреп, уларға башҡортса һүҙ ҡушҡылайым. Минең Башҡортостандан икәнемде белеп алғас, шунда уҡ Сибай ҡалаһын иҫләнеләр. Үҙҙәренең бер олатаһы элек оҙаҡ йылдар шунда йәшәгәнлеге һәм үҙ туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан мәлдәрендә илай-илай ошолай тип йырлағаны хаҡында һөйләнеләр: Сибай, Сибай, Сибай таш арасында.
Жәс ғумерем үтте инде башҡорттар арасында…
Ә мин уларға яуап итеп, хәләл ефетемдең Зәйнитдин исемле олатаһының йәштән Ҡаҙағстанға китеп, ғаилә төҙөп, ярты быуат тирәһе шунда йәшәгәнлеге хаҡында һөйләнем. Оло ғына йәштә булыуына ҡарамаҫтан, моңло итеп йырлай ҙа торғайны. Башҡорт халыҡ йырҙарын ифрат оҫта итеп башҡарған был бабайҙың йырлағанын беҙгә ҡунаҡҡа килгән бер мәлендә видеотаҫмаға ла төшөрөп алдым. Тыуған яғын һағынып йырлаған йырҙары айырыуса иҫемдә ҡалған. "…Мендем турат биленә, киттем ҡаҙаҡ иленә. Ҡаҙаҡ ере - йәшел үлән, әллә ҡайтам, әллә үләм…" тип йырҙың аҙағын бүлә-бүлә һыҡтап, күҙ йәштәрен һөрткөләп алған мәлдәрен әлеге видиктан ҡараһаң, ҡыҙғаныс та булып китә. Ғүмер буйы илгә ҡайтып йәшәргә хыялланды ул, әммә йәш сағында ситтә башҡа милләт ҡыҙы менән тормош ҡороп, уның менән уртаҡ балалар үҫтергән был олатай ҡаҙаҡ ерендә ныҡлы тамыр йәйеп өлгөргән ине шул. Шунда вафат булып та ҡалды. Әлеге мәжлестәге ҡаҙаҡтар менән "Һәр кемдең тыуған ере ғәзиз", тип һөйләшеп алғаныбыҙ хәтеремдә.
Гәзитебеҙҙең тәүге битендәге "Әйт, тиһәгеҙ…" тип аталған рубрикала бәғзе бер ваҡыт диңгеҙ буйына йә сит илгә сәйәхәт хаҡында һүҙ ҡуҙғатылды. 29-сы һанда хатта үлер мәле еткән кешенең аҙ сәйәхәт иткәне өсөн үкенеүе хаҡында Марк Твендың әйткән һүҙҙәре лә иҫкә алынғайны. Һүҙемде тап ана шул сәйәхәткә ҡағылышлы мәсьәләгә бәйләп дауам итмәксемен. Мин хәрби табип булып хеҙмәт иткән дәүерҙә беҙҙең госпиталь поликлиникаһына офицерҙар өсөн йыл әйләнәһенә оборона министрлығына ҡараған ял йорттарына һәм шифаханаларға путевкалар бирелә торғайны. Беҙ, табиптар, уларҙы ял итергә, һаулығын төҙәтергә теләгән офицерҙарға өләшә инек.
Бушлай бирелгән (хатта юл хаҡы ла түләнгән) путевка менән күп кенә хеҙмәттәштәр файҙаланып ҡалырға тырыша, тик теләүселәрҙең барыһын да бер юлы тәьмин итеп бөтөү мөмкин дә түгел шул. Айырыуса йәй көндәре. "Кемдең ҡулында - шуның ауыҙында" тигән әйтем бар бит әле халҡыбыҙҙа. Башҡаларға шундай путевкалар яҙып биргеләгән кеше булараҡ, диңгеҙ буйына йә Кавказға шәхсән минең үҙемдең дә йыш ҡына йөрөү мөмкинлегем бар ине… Кемдәргәлер, бәлки, быға ышаныуы ла ауыр булыр, әммә ял йортона йә санаторий-маҙарға бер мәртәбә лә барғаным булманы! Улай ғына ла түгел, ошо хаҡта башыма уйҙар ҙа инеп сыҡмай торғайны. Йылына бер генә бирелгән ялымды йыл буйы һағынып, зар-интизар булған тыуған яғыма - Башҡортостаныма ҡайтыу өсөн генә файҙаландым. Хеҙмәттәш офицерҙарҙың өгөтләгәне лә булманы түгел, әлбиттә. Һәр төрлө Кавказ тәбиғәте фонында йә Ҡара диңгеҙ ярында ғаиләләре менән төшкән төҫлө фотоһүрәттәрен дә күрһәтеп маҡтанғылай торғайнылар. Тик, нишләптер, быларҙың береһе лә мине ҡыҙыҡтырманы. Хатта үҙ ғүмеремдә бер мәртәбә лә диңгеҙ күргәнем юҡ, тип тә әйтер инем, әммә хәрби бурысымды үтәгән дәүеремдә күпмелер ваҡыт Дағстандың Буйнак ҡалаһында булырға тура килде. Каспий диңгеҙенән алыҫ түгел, Төньяҡ Кавказ тауҙары итәгендәге был ерҙең тәбиғәте лә иҫ китерлек тип әйтер инем, һәр төрлө емеш ағастарына ла бай, матурлығы буйынса Ҡара диңгеҙ буйынан да кәм түгелдер, тип уйлайым. Барыбер ерһенмәнем. Ниндәй генә гүзәл һымаҡ булып тойолһа ла…
Тыуған яғым хаҡындағы уйҙарым, хыялдарым бер минутҡа ла мине ҡалдырманы. Туғандарымды, дуҫтарымды, таныштарымды, яҡташтарымды - илгәҙәк, эскерһеҙ, ябай халҡымды ҡайтып күреү теләге һәр саҡ илемә генә саҡырып торҙо. Күк Ирәндегемде, уның, әлеге ҡаҙаҡ бабайы иҫләгән текә-текә ҡая таштарын, Таналыҡ, Һаҡмар, Йылайыр йылғаларын тағы-тағы күреп, көмөштәй йылтыр һыулы Талҡаҫ күленең матурлығы менән хозурланыуҙы, милләттәштәрем менән ауыҙ тултырып, башҡортсалап һөйләшеп, шунан оло ҡәнәғәтлек кисереүҙәремде бер ергә лә алыштырғым килмәне. Башҡортостаныма ялға ҡайтҡан мәлдәремдә үҙемде оҙаҡ ваҡыттар эҫе сүллектә һыуһап йөрөгән һәм, ниһайәт, һалҡын шишмәгә барып етеп, ана шуның сылтырап ағып ятҡан көмөш һыуын ләззәтләнеп эскән кеше һымағыраҡ тоя инем. Илемә алып ҡайтып барған поезым Свердловск өлкәһен үтеп, Силәбе тирәләренә яҡынлаша башлағас та, ҡайынлы урман ҡатыш ҡылғанлы яландар башлана. Бына шул саҡ, әллә Урал аръяғы далаларында тыуып үҫкәнгәме, тын алыуҙарым иркенәйеп, рәхәтләнеп ҡалғандай булам, әйтерһең, ниндәйҙер бер ябыҡ бина эсендә оҙаҡ бикле тороп, саф һауаға сыҡҡанмын… Ә инде вагонда берәй яҡташың осрап, башҡортсалап һөйләшеп алып китһәң, оҙаҡ күрешмәй торған яҡын туғаныңды күргәндәй булаһың. Яҡташтарымдың асыҡ, ябай ғына итеп йылмайыуҙары ла башҡа ерҙәгеләрҙекенән ҡырҡа айырыла һымаҡ…
Бәғзе берәүҙәрҙең: "Подполковникка барып етеүен-еткәс, нишләп артабан полковникка ынтылманың?" - тип уйынлы-ысынлы һорау биргәндәре лә бар. Бына ошо мәсьәләнең дә тыуған яҡ менән бәйле булыу хикмәте бар. Әлбиттә, был юғары дәрәжә бер кемгә лә ҡамасауламай, әммә, "Полковник погондарын тыуған яғыма алыштырҙым", тип әйтһәм дә хаталанамаҫмын, тип уйлайым. Оҙаҡ йылдар Башҡортостанға иң яҡын булған (Сибайҙан 175 саҡырым ара) Стратегик ракета дивизияһының бер госпиталендә һөнәремә яраҡлы урын бушағас та бөтә тырышлығымды шунда күсеүгә һалдым. Тап ана шул осор миңә юғары штабта ҙур вазифа биләгән элекке хеҙмәттәшем шылтыратты. Волгоград өлкәһендәге полигонда "полковник" званиеһына торош иткән бер урын барлығы хаҡында хәбәр итеп, мине шунда саҡырҙы. Мин: "Юҡ, Ҡарталы ҡалаһына барам. Минең тыуған илемдең кәртә артында ғына ята бит ул…" - тип шаяртып яуап биргәс, танышым, әлбиттә, ғәжәпләнде… Хеҙмәтемде артабан дауам иткән ана шул ҡалала Башҡортостандың Урал аръяғын төйәк иткән милләттәштәремә бер аҙ ғына оҡшай биргән (бәлки, был минең субъектив тойғом ғыналыр) ҡаҙаҡ халҡы күпләп йәшәй. Көньяҡ Ҡаҙағстан кешеләренә ҡарағанда башҡасараҡ, хатта төҫтәре, һөйләшеүҙәре лә башҡортсаға яҡыныраҡ һымаҡ ундағы ҡаҙаҡтарҙың. Борон-борондан башҡорттар менән күрше йәшәп, ваҡыт-ваҡыты менән бер-береһенән ҡыҙ урлашып, ә күпселек осраҡта татыу ғына килешеп, ҡоҙалашып ғүмер иткән был халыҡ вәкилдәрендә бер аҙ башҡорт ҡаны ла бар һымаҡ тойолдо (үҙебеҙҙең Хәйбулла, Баймаҡ райондарында ла бик боронғо ҡартаталары ҡаҙаҡ милләтенән булған кешеләрҙе беләм)… Үҙемде инде Башҡортостанда йәшәгән һымаҡ итеп тоя башлауыма ҡарамаҫтан, ял һайын тигәндәй, байтаҡ ҡына булған араны яҡын итеп, Атайсалыма ҡайта һалып етә торғайным…
…Отставкаға сығып, Башҡорт иленә бөтөнләйгә күсеп ҡайтыуыма ла инде ун ете йыл булып китте. Бәлки, күптәр ғәжәпләнеүе лә бар, әммә тағы шуны әйтер инем: буш ваҡытым, матди хәлем дә етерлек булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа тыуған төйәгемде бер көнгә лә ташлап киткем килмәй. Әлеге иҫкә алған диңгеҙ буйына ла күңелем тартмай. Бер генә хыялым - Мәккә ҡалаһына барып, динебеҙҙең биш терәгенең тағы берәүһен - хаж ғәмәлдәрен үтәп ҡайтыу. Һуңғы осорҙар, һәр төрлө сәбәп менән, бына ошо ниәтем әлегә тормошҡа ашмайыраҡ тора. Ин шәә Аллаһ, уныһына ла ирешермен. Инаныуымса, ҡайҙалыр сәйәхәт итеүҙең маҡсаты үҙен-үҙе аҡларға тейеш. Сит ерҙәрҙе тик күреп кенә ҡайтыу өсөн әллә күпме аҡса сарыф итеүҙе мин исрафҡа һанайым. Ял итеү, ниндәйҙер берәй сиреңде дауалау өсөн йә иһә, әлеге әйтмешләй, Аллаһ Тәғәлә ризалығына ирешергә тигән ниәт менән генә донъя гиҙеүҙең мәғәнәһен күрәм. Ә инде ял итергә теләгән яҡташтарыбыҙ өсөн үҙебеҙҙең башҡорт ерендә лә ял йорттары, шифаханалар, матур күлдәребеҙ, йылғаларыбыҙ етерлек. Йәй һайын ейән-ейәнсәрҙәремде машинаға тейәп, Талҡаҫ күле буйына барып килгеләйем, Һаҡмар, Йылайыр, Төйәләҫ йылғалары буйына ла сығабыҙ…
…Үҙем һымаҡ оҙаҡ ваҡытҡа ҡырға эшкә киткән йә хәрби хеҙмәттә йөрөүсе милләттәштәремә, яҡындарыма ҡараһам, һәр саҡ күңелем тула башлай, ҡасандыр бәхет эҙләп сит ерҙәргә барып тамыр йәйгән яҡташтарымды йәлләйем. Йәлләһәң-йәлләмәһәң дә, тормош булғас, шундай хәлдәр ҙә була инде, әммә күп кенә милләттәшебеҙең ғүмерлеккә илдән китеүе айырыуса үкенесле… Бындай ватандаштарымды тыуып үҫкән күлдәрен ҡалдырып, ҡыҙғаныс сыңрап, көн яҡҡа осҡан торналарға ла бер аҙ оҡшатам. Нәҡ йырҙа йырланғандай, уларға: "Йөрөмәгеҙ ҡаңғырып, ҡайғырап сит илдә. Оялар ҡороғоҙ ҡабаттан был күлдә. Сылбырҙай теҙелеп ҡайтығыҙ, торналар. Был күлдәй ҡамышлы гүзәл күл ҡайҙа бар?.." - тип әйтке килә. Ҡоштар йыл да тыуған күленә әйләнеп ҡайталар ҙа ул…
Ҡырға китеүсе йәштәребеҙгә тағы бер әйтер һүҙем: Ватаныңдан ғүмерлеккә айырылғың килмәһә, илдән сығырҙан алда, башта тыуған ереңдә башлы-күҙле (беҙҙең яҡта "эйәле-сағалы" тип тә әйтәләр, ғаиләле, йәнәһе) булып алыу мотлаҡ. Хәләл ефеттәрегеҙҙе, боронғолар әйтмешләй, "үҙ йынысығыҙҙан" һайлап алығыҙ. Иленә, туған теленә битараф булмағандайҙарҙан, тыуған яғын һағынып, һеҙҙең менән бергә илгә кире ҡайтырҙайҙарынан… Башҡортостаныбыҙ ауыл-ҡалаларында аҡыллы, бынамын тигән эшсән, айыу тотоп менерҙәй үҙебеҙҙең ир-арыҫлан егеттәребеҙ, береһенән-береһе уңған, ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ һылыу, мөләйем ҡыҙҙарыбыҙ етерлек бит, ана шуның ҡәҙерен белеү кәрәк. Бик йәл, әммә, сит тарафтарға ла тап шундай аҫыл, әммә буйҙаҡ егет, ҡыҙҙарыбыҙ китеүсән. Башҡорт балы бөтә донъяла иң юғары баһаланған һымаҡ, беҙҙең кешеләребеҙҙе лә сит ерҙә яраталар ул. Яттарға эләгеп ҡуймағыҙ, тимәксемен. Баштараҡ телгә алынған олатайыбыҙ һымаҡ, икенсе милләт кешеһе менән тормош ҡорғандар өсөн тыуған илгә ҡайтыу хыялы берәй ваҡыт буй етмәҫлек алыҫ йондоҙ һымаҡ ҡына булып ҡалыуы мөмкин. "Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил яҡшы", "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул" тигән әйтемдәр ҙә бар халҡыбыҙҙа. Башҡа яҡтарҙа ниндәй генә юғары дәрәжә биләүеңә, нисек кенә етеш һәм бай йәшәүеңә ҡарамаҫтан, ысын бәхетте, ахырҙа, тик үҙ илеңдә генә табыу мөмкин. Ғүмерең ахырыһы еткәнгәсә үҙ-үҙеңде тыуған илеңдә йәшәү бәхетенән мәхрүм итеү - үкенесле. Әлеге "аҙ сәйәхәт иткән" өсөн үкенеүгә ҡарағанда ла…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

"Киске Өфө" гәзитенән, 2021 й.

СЫЛБЫРҘАЙ ТЕҘЕЛЕП, ҠАЙТЫҒЫҘ…
СЫЛБЫРҘАЙ ТЕҘЕЛЕП, ҠАЙТЫҒЫҘ…
Автор:
Читайте нас: