+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 19:00

КИТАП БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ

-

Эйе, виртуаль донъянан бөтә мәғлүмәт табырлыҡ заманда йәшәйбеҙ. Зыянынан файҙаһы күберәк ул, ни тиһәң дә. Замана менән аҙымдашбыҙ күбебеҙ. Социаль селтәрҙең төрлөһөндә теркәлгәнбеҙ. Күп халыҡ унда әллә ни фекер белдереп бармаһа ла, был донъяла йыш ҡунаҡ. Инеп, әҫәрҙәр уҡып сығыуға, башҡаларҙы күҙәтеүгә ҡайтып ҡалалыр уларҙың бында ҡатнашлығы, тип уйлайым. Быны һис кенә лә хилафлыҡҡа һанамайым, әлбиттә.
Тик бына нимә бит әле... Ул "селтәр" тигән нәмә юҡҡа ғына шулай аталмаған бит инде. Уҡыған әҫәр шундуҡ сикһеҙ тишек-тошоҡҡа һөҙөлөп инеп юғала ла ҡуя. Һаҡлап ҡалмаһаң инде. Берәй килеп, ҡайҙа, ҡабат уҡып сығайым әле, тип төртөлһәң - юҡ. Этләнеп эҙләп ултырыу минең эшем түгел. Ә китап! Китап бит ул - тере. Ҡул аҫтында ғына. Ана, анауында, кәштәлә генә ята. Ҡулыңа алып һыйпайһың да, ҡыштырлатып биттәрен асаһың. Яңы китаптың үҙенә генә хас еҫе булған кеүек, оло йәштәгеләренең дә тарих еле һалып ҡалдырған айырым, әүрәткес кенә еҫе була. Виртуаль китапҡа күҙҙәреңде текләп, хәреф сүпләүҙән мең тапҡырға артыҡ бит ул тере китап буйлап сәйәхәт итеү.
Яҡшы китаптарҙы, һатыуға сыҡҡан мәлендә алып ҡалмаһаң, бөтә лә китә, етмәһә. Әҫәрен электрон вариантында уҡыным бит, тип, баҫылып сыҡҡан китабын алмай йөрөнөң дә, ти. Бер нисә йылдан, их, шул китапты табыр кәрәк ине, тигән уй киләсәк башығыҙға. Мотлаҡ киләсәк.
Бер ун йыл элек, Башҡортостан тарихына (дөрөҫләнгән, ысын тарихына), ғөмүмән, асылымдың башҡортлоҡ, аҫабалыҡ тигән яғына әллә ни әһәмиәт бирмәй йәшәгәнмен. Башҡортлоҡ хәҡиҡәт булып аңға һеңгән дә, ниндәйҙер дәлилләү талап итмәгән барлыҡ булды микән? Башҡортлоғом менән ғорурландым, әлбиттә. Ләкин тамырҙарыбыҙҙы төптән өйрәнеү, тарихыбыҙға күберәк әһәмиәт биреү булманы. Тынғыһыҙ эшкә һылтанырға булыр ине, тик мин улай тип әйтә алмайым. Мәле етмәгән булған, тим. Бына шул мәлде тыуҙырған йәшкә, халәткә еттем. Һәм уҡырға теләп тә, һатыуҙа таба алмаған китаптар күп булып сыҡты. Әкрәм Бейештең "Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше"н , Аҫылғужа Баһумановтың "Салауаттың йәше" һәм башҡа башҡорт әҙәбиәтенең ынйы китаптарын ҡулыма алғым килә. Уҡыным мин уларҙы. Электрон вариантын. Тик миңә китап көйө кәрәк ине. Бына шулай.
Ә ҡәләмдәштәрҙең китаптарын баҫылып сығыу менән һатып алып ҡалырға тырышам. Мөмкинлек булғанда, автографтарын алам. Был бит хөрмәт йөҙө. Сәхифәһендә йөрәк ҡуйып үтеү, матур һүҙ әйтеү - бер, китабыңды уҡыным, һаҡлайым, тип белдереү үҙе бер ихтирам билдәһе, тип уйлайымсы мин. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА.

КИТАП БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ
КИТАП БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ
Автор:
Читайте нас: