+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2022, 09:00

Америка тағы аптырата!

-

Һыйыр планетаға бөтә сәнәғәт предприятиеларына һәм автомобилдәргә ҡарағанда ла күберәк зыян килтерә. Америка ғалимдары был һығымтаны тикшеренеүҙәрҙән һуң яһаған. Ит өсөн үрсетелгән һыйыр малы — Ер шарының йылыныуы һәм тәбиғәт ресурстарының ғына түгел, ә һыу запасы кәмеүенең дә сәбәпсеһе. Ошонан сығып, һыйыр иң ҡурҡыныс хайуан тип табылған.

Америка ғалимдары фекеренсә, был һөтимәр — тирә-яҡ мөхитте бысратыусыларҙың иҫәбендә беренсе.

Беренсенән, урмандарҙы ҡырыу ит етештереү сәнәғәтенең кире эҙемтәһе булып тора. Самалап алғанда, Амазония джунглиҙарының 70 проценты хәҙер — көтөүлек ерҙәре. АҠШ-та һыйыр малын ашатыр өсөн үҫтерелгән кукуруздың — 80, сояның — 90 һәм бойҙайҙың 70 проценты китә икән. Икенсенән, ауыл хужалығы малдары бөтә эсәр һыуҙың 8 процентын сарыф итә. Шулай уҡ һыйыр 55 процент эрозияға һәм 37 процент химикаттар ҡулланыуға сәбәпсе.

Һыйыр шулай уҡ һәр ваҡыт тиерлек метан бүлеп сығара. Ә белеүегеҙсә, был газ — Ер шарының йылыныуының төп сәбәпсеһе. Малҡайҙар метандың 37 процентын барлыҡҡа килтерә. АҠШ-та һыйыр йылына көнкүреш ҡалдыҡтарынан 130 тапҡырға күберәк тиҙәк сығара. Һыйырҙың йылыһы һәм тиҙәге Ерҙе углекислый газға ҡарағанда 20 тапҡырға тиҙерәк йылыта. Тимәк, мәхлүктәрҙең файҙаһынан зыяны күберәк булып сыға түгелме?

Америка тағы аптырата!
Америка тағы аптырата!
Автор:
Читайте нас: