+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2022, 18:30

ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ЭСЕ БУШ

-

Совет дәүерендә кешеләр һәм төрлө милләт вәкилдәре бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, эскерһеҙ мөнәсәбәттә булды. "Кеше кешегә дуҫ һәм иптәш" тигән һүҙҙәр ҡоро лозунг ҡына булманы. Шул уҡ ваҡытта донъялар үҙгәреп китеп, элекке Советтар Союзында йәшәгән милләттәр үҙ диненә ҡайта башлағайны, дуҫлыҡ һәм иптәшлек мөнәсәбәттәре лә юғала башланы. Бынан ниндәй һығымта яһарға була, тип уйлайһығыҙ? Эйе, тимәк, совет осоронда кешеләрҙең меңәр йылдар буйына тоғролоҡ һаҡлаған дини иман, әхлаҡ принциптары һуғышсан атеизм шарттарында ла дуҫлыҡ, иптәшлек сифаттарына йәшеренеп йәшәгән. Тимәк, ул саҡта кешеләр үҙ асылы менән иманлы булғас, барыбер ҙә Аллалы, динле булып йәшәгән. Күптәрҙең үҙ диненә килгән хәҙерге заманды иманға ҡайтыу тип атап булһа, кешеләр һәм ҡәүемдәр араһында арта барған дошманлыҡты нисек аңлатырға һуң? Әлбиттә, сабыр, иманлы, әхлаҡлы булырға саҡырған дин менән был күренештең араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Икенсенән, беҙ күп кенә кешеләрҙең ошо үҙгәрештәр заманында ысын мәғәнәһендә дингә килеп, Аллаһтың барлығын йөрәге менән тойоп, диндең фарыз ғәмәлдәрен үтәп, үҙе, ғаиләһе, милләте, иле өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләп йәшәгәнен дә беләбеҙ. Бында инде дәғүәбеҙ икенсе төркөмдәгеләргә ҡағыла.
Ә хаҡ мосолман менән монафиҡты нисек айырырға һуң? Ошонда инде халҡыбыҙҙың "Ҡыңғырауҙың эсе буш" тигән әйтеме иҫкә килеп төшә. Ә шулай ҙа... Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ЭСЕ БУШ
ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ЭСЕ БУШ
Автор:
Читайте нас: