-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 17:54

МИНЕҢ ҠЫҘЫМ БУЛАҺЫҢМЫ? (Матур хәтирә)

-

Был һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр ишеткәндә "Апай былай ғына әйтәлер" тип, ныҡлап иғтибар бирмәгәйнем (Беҙ кескәй саҡта 1-се һанлы мәктәпкәсә балалар йортонда үҫкәнгә, бала алырға килгән апайҙарҙы күреп, күнегеп бөткәйнек. Барғыбыҙ килмәй. Беҙгә күмәкләшеп уйнап үҫеүе күңелле). Ә әле табип апайҙың ҡабатлап һорауын ишетеп, бөтөнләй ҡаушап ҡалдым. Тик саҡ ҡына тынып торғас, ҡарашымды ерҙән күтәрмәй генә: "Апай, мин ризалашыр инем дә ул, тик һеҙҙең минең әсәйем түгел икәнегеҙҙе беләм бит..." - тинем. Апай минең сәстәремде йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны ла: "Беләһең шул..." - тине. Беҙ ҡайтып киттек. Мин артыма әйләнеп ҡараманым. Әйләнеп ҡараһаң, дауаханаға тағы эләгәһең, тигән һынамыш бар. Бер кемдең дә ҡыҙы булмауың бигерәк ауыр икәнлеген тик студент булғас, эшләп уҡығас ҡына аңланым. Өфөгә каникулға ҡайтҡас, Туҡай урамындағы балалар дауаханаһына барып, ул табип апайҙы табып, рәхмәт әйтермен, тигәйнем, оло йәштәрҙәге санитар апай: "Эйе, бында эшләне ул табип, уң битендә миңе бар ине. Тик күп йылдар элек ул икенсе ҡалаға күсеп китте шул", - тине. Ҡайҙалыр алыҫта йәшәһә лә, апай минең рәхмәт хистәремде һиҙәлер, тип уйлайым мин әле лә...

Фәүзиә ЯХИНА.

МИНЕҢ ҠЫҘЫМ БУЛАҺЫҢМЫ? (Матур хәтирә)
МИНЕҢ ҠЫҘЫМ БУЛАҺЫҢМЫ? (Матур хәтирә)
Автор:
Читайте нас: