-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2022, 21:00

Беҙ дуҫтарҙы ғына һайлай алабыҙ, ә дошмандар беҙҙе үҙҙәре һайлай

-

Берәүҙәр уларға иғтибар итмәҫкә ҡуша, икенселәр көрәшергә кәңәш бирә, ә дин бөтөнләй "дошманды яратырға, бер битеңә һуҡһа, икенсе яңағыңды ҡуйырға", йәғни күндәм булырға, яуызлыҡҡа ла яҡшылыҡ менән яуапларға саҡыра. Ошо юлдарҙың ҡайһыһы дөрөҫөрәк булалыр, белмәйем, шулай ҙа мин үҙем беренсеһен тоторға тырышам. Ә былай миңә Авраам Линкольндың "Мин дошмандарымды дуҫҡа әйләндереп еңәм", тигән һүҙҙәре оҡшай. Ул, Америка Президенты итеп һайланғас, иң үсле оппонентын оборона министры итеп тәғәйенләй һәм отолмай - улар дуҫтарға әйләнә. Дейл Карнеги ла үҙенең китаптарында дошманды дуҫҡа әйләндереү кәрәклеге тураһында яҙа. Дошман көсһөҙ, ул шуға көнләшә, үртәнә, ә көсһөҙ кеше менән көрәшергә түгел, уға ярҙам итергә кәрәк, ти бөйөк психолог. Әлбиттә, был ҡәҙәрен һәр кем, үҙ көсөнә ышаныуына ҡарап, үҙе хәл итәлер. Йыланды ҡуйыныңда йылытам тип, сағылып ҡуйыуың да бар бит әле…
Әммә тормошонда дошман барлыҡҡа килеү менән бөтәһе лә, был бит бушҡа түгел, тимәк, дөрөҫ йәшәмәйем, һис юғы, нимәнеләр дөрөҫ эшләмәйем, тип уйланырға тейеш. Был тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, дошман да бушҡа ебәрелмәй. Юҡҡа ғына "Иң яҡшы уҡытыусылар - дошмандар һәм ауырыуҙар" тип әйтмәйҙәр бит. Был ниндәйҙер гонаһ өсөн яза тип аңларға ярамай. Дөрөҫөрәге, нимәгәлер өйрәнергә, яҡшыраҡ, көслөрәк, аҡыллыраҡ булырға бер мөмкинлек тип ҡабул итергә кәрәк. Яҙмыш шул рәүешле уҡыта, ә дошман уҡытыусы ролендә сығыш яһай һәм был дәрестән һабаҡ алмайынса ҡасып ҡотолоп булмай. Үрҙә миҫал итеп килтергән әңгәмә ошо турала ла инде. Юлына арҡыры сығыусылар булмағас, танышыма артабан үҫергә, намыҫланып, хатта үс итеп, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә стимул, мотивация бөткән дә ҡуйған. Ысынлап та, дошмандар беҙҙең тормошто ҡыҙыҡлыраҡ яһай, уға ярыш, уйын элементтары индерә, сөнки берәү ҙә көсһөҙлөгөн күрһәтеп, һыр бирергә, еңелеп ҡалырға теләмәй. Кемебеҙ генә "дошман ҡыуанмаһын" тигән һүҙҙәрҙе әйткәне юҡ, йә? Дошманды ҡыуандырмайбыҙ тип, бар мөмкинлектәрен файҙаланып тырышыусылар был тормошта еңеүсе була ла инде.
Шуға был күренешкә алдынғы, уңышлы, даланлы, матур йә һәләтле булыуың өсөн мотлаҡ түләргә тейешле хаҡ итеп ҡарағыҙ һәм, дин өйрәткәнсә, дошманға рәхмәтле булырға, хатта уны хөрмәт итергә өйрәнегеҙ. Бының өсөн башта уның ыңғай яҡтарын, үҙеңдә булмаған яҡшы сифаттарын күрә белергә кәрәк. Ә улар, эҙләһәң, мотлаҡ табыла. Мәҫәлән, мин дошманлашҡан бер кеше эшҡыуар булып китте, файҙалы эш менән шөғөлләнә, башҡаларға матди яҡтан ярҙам итә, уға рәхмәтле кешеләр күп. Мин, моғайын, күпме теләһәм дә уның кеүек булдыра алмаҫ инем. Уның ошо өҫтөнлөгөн таныу миңә был кешене эстән ғәфү итергә һәм хөрмәт менән ҡарарға булышлыҡ итте. Бәлки, ул мине һаман дошман һанайҙыр, әммә был - уның проблемаһы. Иң мөһиме, мин еңеллек кисерҙем, күңел тыныслығы таптым.
Ә шулай ҙа дошманың барлығын тойоп йәшәү һеҙгә психологик яҡтан яйһыҙ булһа, кәйефегеҙҙе ҡырһа, ысынлап та, Алланан уға изгелек һәм аҡыл биреүен һорарға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр көлөп кенә ҡуйыр: беҙ һорағандан ғына кеше үҙгәреп китергә торамы, тиер. Эйе, үҙгәрә! Йыш ҡына берәйһен күрергә теләһәк, шуны тиҙ арала ҡайҙалыр осратабыҙ ҙаһа. "Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуя юлына" тип әйтеп тә ҡуябыҙ. Был осраҡлы түгел, Юғары көстөң беҙҙең теләкте үтәүе бит. Шуның ише, кемгәлер яҡшылыҡ теләһәк тә, улар күҙгә күренмәҫ энергетик тулҡындар аша тейешле адресҡа тапшырыла, уның уйҙарын беҙ һораған юҫыҡҡа көйләй. Тик тормош бер шарт ҡуя: һин үҙең дә был ваҡытта күңел төбөнән урғылған ыңғай уйҙар менән һуғарылырға тейеш. Ҡыҫҡаһы, ни сәсһәң - шуны ураһың.
Ахыр сиктә, был тормошта бер килеп дуҫ тигәнеңдең дошманға әйләнеүе йәки, киреһенсә, дошманыңдың дуҫҡа әйләнеүе лә мөмкин бит әле. Ғәҙәттә, бындай хәлдәр ниндәйҙер уртаҡ проблема тыуғанда йә икәүеңә лә бер үк хәүеф янағанда һынала. Шундай саҡта дуҫ тигәнең, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, "яу яланын" ташлап ҡасты йә һатлыҡ йән булып сыҡты икән - тимәк, ул ысын дуҫ та булмаған. Ә өнәп етмәгән кешең ҡыйын саҡта һиңә иңен терәк итеп ҡуйҙы, ярҙам ҡулын һуҙҙы икән - тимәк, ул улай уҡ дошман да булмаған. Тормош шундай аҡыллы, ул иртәме-һуңмы һәр нәмәне үҙ урынына ҡуя, кемдең кемлеген аңлата, беҙгә унан фәһем ала белергә генә ҡала…

Рәхимә МУСИНА.

Беҙ дуҫтарҙы ғына һайлай алабыҙ, ә дошмандар беҙҙе үҙҙәре һайлай
Беҙ дуҫтарҙы ғына һайлай алабыҙ, ә дошмандар беҙҙе үҙҙәре һайлай
Автор:
Читайте нас: