-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2022, 19:28

БЕР ЭСКЕСЕ ЛӘ БАЛАҺЫ НӘФРӘТЕНӘН ҠОТОЛА АЛМАЙ

-

Эскелек үҙенекен эшләне - өс ай үҫемлек хәлендә ҡыбырлай ҙа, ашай ҙа, һөйләшә лә алмай яттым. Ләкин эскелектән сөрөшкән мейем генә, нисектер, уйлау ҡеүәһен юғалтмағайны. Ошо ваҡытта тормошомдо уйлап, үҙемә булған нәфрәт тойғоһонан үлер хәлгә еттем. Балаларымдың күҙ йәшенең һәр бөртөгө өсөн иң ҡаты язаға дусар булырға әҙер инем. Тормошта иң мөһиме - һаулыҡ, тибеҙ. Ләкин минең кеүек эскелекте үҙ иткәндәргә ҡаты сир был зихмәттән ҡотолоу өсөн берҙән-бер юлдыр ул, сөнки үлем менән йәшәү араһында ҡалғанда ғына яҡты донъяның матурлығын аңларға мөмкин. Миңә эскелектән ҡотолорға нәҡ ауырыу ярҙам итте. Дауаханала уҙғарған өс айым миңә аяҡҡа баҫырға, тормошомдо яңы биттән башларға мөмкинлек бирҙе.
Ғүмерлеккә эскелектән ҡотолоу өсөн һуҙылған рюмканан баш тартыу ғына етмәй, ә тәү сиратта, эске сифаттарың өҫтөндә эшләү талап ителә. Үҙеңдең әлеге ваҡыттағы торошоң хаҡындағы дөрөҫлөктө аңлау, ҡабул итеү һәм уны ҡаты тәнҡитләү генә был ауырыуҙан йүнәлеү өсөн юл аса. Ләкин нәҡ ошо дөрөҫлөктө аңларға тырышыуҙан ҡурҡа һәр эскесе. Кеше буш урында эскесегә әйләнмәй - уның бушаҡ эске үҙәге ошондай хәлгә төшөрә, рухи яҡтан йомшаҡ булыуы эт тормошона алып килә. Шуға күрә, кемдер үҙен ҡулға алып, тормошон яйға һалырға көс таба, кемдер үлеменә табан тәгәрәүен дауам итә. Мин тәүгеләр рәтендә. Артабанғы тормошом күрһәткән ҡара көндәрем өсөн яҡындарымдан ярлыҡау алыу, уларҙың ғәфү итеүен һорауға ҡоролған ғүмер буласаҡ.


Был һүҙҙәрҙән һуң нимәлер өҫтәү кәрәкмәйҙер. Һәр кем һығымтаны үҙе эшләр. Ләкин Ғәлимә апайҙың һөйләгәндәренән ғибрәт алып, үҙен эскелектән һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген тапҡандар артһа, тимәк, ул йөрәк яраларын ҡуҙғатып, бушҡа хәбәр һөйләмәгән.

БЕР ЭСКЕСЕ ЛӘ БАЛАҺЫ НӘФРӘТЕНӘН ҠОТОЛА АЛМАЙ
БЕР ЭСКЕСЕ ЛӘ БАЛАҺЫ НӘФРӘТЕНӘН ҠОТОЛА АЛМАЙ
Автор:
Читайте нас в