+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 07:37

Бөгөнгө йәмғиәт өсөн нимә ул мәҙәниәт?

-

Кешенең мәҙәнилеге, рухи байлығы булмаһа, йәмғиәт йәнлектәр араһында хөкөм һөргән ҡанунға, йәғни, көслө көсһөҙҙө еңә, тигән принципҡа таянып йәшәй башлай. Һәр кемдең күңелендә башҡаларҙың шәхесенә ҡарата ихтирам, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыш булырға тейеш. Күңел байлығы, мәҙәниәт менән әҙәбиәт кенә кешене кеше итә. Шуға ла бар нәмәне матди донъяға бәйләп кенә ҡарарға ярамай. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле, революцияға тиклем "дворян һүҙе" тигән төшөнсә булған. Йәғни, кеше ниндәйҙер вәғәҙә бирә икән, быны дәлилләүсе башҡа төрлө бер ҡағыҙ ҙа кәрәкмәгән, сөнки был һүҙҙе үтәү намыҫ эше булған. Был йәмғиәттә мәҙәнилектең ни тиклем юғары булыуы тураһында ла һөйләй. Пушкиндар, Лермонтовтар намыҫын кире һүҙ менән бысратыусыларға ҡаршы дуэлгә сыҡҡан, хатта ғүмерен дә йәлләмәгән. Бөгөн һүҙ, намыҫ үҙ мәғәнәһен юғалтҡан, үкенескә күрә. Бер-беребеҙҙе рәнйетеү өсөн күп һорап тормайбыҙ. Башҡаларҙы талап, алдап байыған олигархтар ҙа бер ниндәй ҙә выждан ғазабы кисермәй, сөнки улар тап ошолай йәшәргә кәрәк, тип уйлай. Былар барыһы ла рухи нигеҙҙең юҡлығы тураһында һөйләй. Советтар ваҡытында ла дәүләт дөрөҫ мәҙәни сәйәсәт алып бара алған, һөҙөмтәлә, сәнғәт өлкәһендә, әҙәбиәттә юғары художестволы әҫәрҙәр тыуған. Башлыса дини ҡануниәткә нигеҙләнеп төҙөлгән "коммунизм төҙөүселәрҙең әхлаҡи кодексы"нда ла тап әхлаҡҡа ҙур урын бирелгән. 
Тәрбиә иң тәүҙә ғаиләлә башлана, тик унда ла ата-әсә балаһына ниндәй тәрбиә бирә әле. Атайым, кешегә һуҡһаң, мейеһен сәсрәтә һуҡ, тип өйрәтте тип һөйләйне берәү. Әлбиттә, был осраҡта ниндәй кеше тәрбиәләнгәнен күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Әгәр ҙә өлкәндәр үҙ миҫалында баланы мәҙәниәтле, кешеләргә иғтибарлы булырға өйрәтһә генә йәмғиәттә гуманизм өҫтөнлөк аласаҡ.
Шуға ла хәҙерге заманда мәҙәниәтте күтәреү, рухи донъяға ынтылып йәшәү бигерәк тә әһәмиәтле. Йәмғиәт өсөн шуныһы мөһим: һәр мәҙәниәт халыҡ йөрәктәренә изгелек орлоҡтары сәсергә тейеш. 

Наил ҒӘЙЕТБАЙ.

Бөгөнгө йәмғиәт өсөн нимә ул мәҙәниәт?
Бөгөнгө йәмғиәт өсөн нимә ул мәҙәниәт?
Автор:
Читайте нас: