+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2022, 13:00

АҠСАҒА ЙӘН ҺАТМА

-

Яңыраҡ таныштарыбыҙ ҡыҙҙарының туйына саҡырҙы. Үҙҙәре ауылдан булһалар ҙа, туйҙы Өфөнөң бер кафеһында үткәрергә булғандар. Хәҙер барыһы ла шулай итә шул. Бер яҡтан, әҙерләнеү, һауыт-һаба йыуыу кеүек мәшәҡәттәре юҡ. Икенсенән, профессиональ тамада саҡырып, мәжлесте ойоштороуҙың яуаплылығын бер аҙ өҫтөңдән төшөрәһең. Әммә... бындай туйҙарҙа, улар нисек кенә оҫта үткәрелмәһен, ниндәйҙер мөһим бер нәмә юғала. Туй ғүмерҙә бер генә була торған ысын байрамға түгел, ә күңел асыуға, кәйеф-сафа ҡороуға нигеҙләнгән шоуға, формаль бер сараға әйләнә. Ата-бабаларҙан ҡалған туй йолалары атҡарыу урынына йәштәрҙе бер туҡтауһыҙ "Әсе!" тип ҡысҡырып үбештереү менән ялҡыта торған мәжлестә ултырыу ҡунаҡтарҙы ла арыта. Ҡоҙалар бер-береһе менән танышып та өлгөрә алмай ҡала. Ошондай "еңел" үткәрелгән туйҙар менән төҙөлгән ғаиләләр еңелерәк һәм йышыраҡ тарҡалмай микән?
Мин килешә алмаған тағы бер күренеш. Туйҙарҙа ла, тыуған көндәрҙә лә хәҙер бүләк урынына аҡса һалалар. Совет осоронда, дефицит булыуға ҡарамаҫтан, кеше бүләккә берәй иҫтәлекле әйбер алырға тырыша, уны алдан уҡ донъя ҡыҙырып эҙләй торғайны. Хәҙер иһә баш ватаһы ла, алдан әҙерләнәһе лә юҡ: аҡса - конвертта, әйтәһе ҡотлау һүҙең - открыткала. Иҡтисадсылар иҫәпләүе буйынса, аҡсалата бирелгән бүләк әйберләтә бирелгәненә ҡарағанда 20 процентҡа отошлораҡ һәм файҙалыраҡ. Әммә, аҡсалата бүләк отошлораҡ, тип уйлағандар бүләктең ихласлыҡҡа төрөп бирелгән мәғәнәһенән мәхрүм ҡалыуын аңлаймы икән? Бүләктең бит ниндәйҙер мәғәнәһе була, ул бүләк итеүсенең уға булған ихлас мөнәсәбәтен, хистәрен сағылдыра. Владимир Путин Геннадий Зюгановтың юбилейына В.И.Чапаевтың тачанкала ултырған һынын бүләк итте - бының нимәгә ишаралағанын сырамытҡандайбыҙ. Ә В.Путиндың үҙенә "Артҡа сигенә белмәгән берҙән-бер йән эйәһе", тигән һүҙҙәр әйтеп, гәлсәр крокодил һынын бүләк иткәйнеләр. Эйе, кемдер берәү, Зюганов менән Путинға аҡса бүләк итеп булмай бит инде, тип ҡаршы төшәсәк. Әммә барыбер аңлағанға ишара: аҡсалата бирелгән бүләктең бындай ҡиммәте, мәғәнәһе булмай. Ул тик бүләк итеүсенең битарафлығын ғына сағылдыра, минән бурыс төштө, йәнәһе. Һатып алынған тостарҙың да, радио, телевидение аша белдерелгән ҡотлауҙарҙың да шул уҡ бурыс үтәү өсөн генә икәне аңлашыла. Ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәр, ябай ғына бүләк аҡса менән иҫәпләп булмаҫлыҡ ҡиммәткә эйә барыбер.
Шулай итеп, көнсығыш дәүләттәрендә айырым сәнғәт булған бүләк биреү йолаһы беҙҙә ябай алыш-бирешкә ҡорола башланы, йәғни бөгөн һин миңә күпмелер сумма бүләк иттең, иртәгә уны мин һиңә кире ҡайтарып бүләк итәсәкмен. Тимәк, бүләк - түләп алыуҙың бер төрөнә әйләнә бара. Ошо ла сәбәпсе ихласлыҡтан яҙыуыбыҙға. Кешеләр менән кешеләр, туғандар менән туғандар, дуҫ менән дуҫ араһының һыуыныуы ла ошонан килмәйме ни?..

Илдар ҒӘБИТОВ.

АҠСАҒА ЙӘН ҺАТМА
АҠСАҒА ЙӘН ҺАТМА
Автор:
Читайте нас: