-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 21:00

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. ТАУҒА ҠАРАП ТАШ АТМА

-

Улар өсәүләшеп ултырып, тамаҡ ялғаған, һыуһынын ҡандырған һәм улдары, атаһының ҡаршылашыуына ҡарамайынса, уны арҡаһына йөкмәп, ҡайтыр юлға сыҡҡан. Уларға ауылға тиҙ генә ҡайтып етер юлды ергә ташланған ағас ботаҡтары күрһәтеп барған. Егеттәр ошо урында ғына аталарының уларҙы нисек итеп яратҡанын аңлаған. Улдарым кире ауылға ҡайтҡан саҡта юлда аҙашмаһын, тип ташлаған булған ул юлға ағас ботаҡтарын.
Ауылда инде, билдәле, кенәз сығарған закон буйынса атай кешене таш менән үлтергәнсе туҡмау әмәле көткән. Әммә егеттәр аталарын һаҡларға ҡарар иткән һәм йорттарына төндә кеше күрмәгәндә генә ҡайтып төшөп, иҙәндәренең аҫтына ҙур баҙ ҡаҙып, аталарын шунда йәшереп йәшәтә башлаған. Көндөҙҙәрен улар алмашлап аталарына ашарға төшөргән, төндәрен атай кеше йортҡа күтәрелеп йоҡлар булған. Ошо рәүешле бер йыл үтеп тә киткән.
Бер ваҡыт туҙға яҙмаған закондар сығарыусы, фармандар биреүсе кенәз үҙенең биләмәһендә йәшәүселәргә көлдән арҡан ишергә бойорған. Кем дә кем был ғәмәлде башҡара, уны ҙур бүләк көтә икән. Егеттәр ҙә үҙ бәхетен һынап ҡарамаҡсы булған һәм аталарынан кәңәш һораған.
- Һаламды тоҙло һыуға тығып, ҡамсы итеп үрегеҙ. Һалам кипкәс, ҡамсыға ут төртөгөҙ, - тип кәңәш биргән уларға аталары. Егеттәр шулай иткән дә. Уларҙың уңғанлығына һәм тапҡырлығына һоҡланған кенәз:
- Улайһа, һеҙгә тағы ла бер эш ҡушам. Әгәр ҙә уныһын да эшләй алһағыҙ, һеҙҙең теләһә ниндәй һорауығыҙҙы үтәргә ризамын, - тигән туҙға яҙмаған закондар һәм фармандар батшаһы булған кенәз.
Был юлы ул егеттәрҙең ҡулына ҙур диңгеҙ ҡабырсағы тоттороп, уның әллә нисә бөгөлөшлө бәләкәй тишектәре аша еп үткәрергә ҡушҡан. Нишләһен егеттәр, тағы ла аталары янына килгән. Кенәздең йомошон аңлатҡас, аталары уларға ҡырмыҫҡа, еп һәм дөгө ярмаһы килтерергә ҡушҡан. Артабан ул ҡырмыҫҡаға еп бәйләгән дә, уны ҡабырсаҡ эсенә төшөрөп, ҡабырсаҡ осондағы ярыҡ янына дөгө һалып ҡуйған. Билдәле, ҡырмыҫҡа тәмлекәстең еҫенә тамшанып, ҡабырсаҡтың эсендәге әллә нисәмә лабиринтты үтеп, өҫкә килеп тә сыҡҡан.
Ошонан һуң егеттәр теге ваҡиғаны кенәзгә тулыһынса һөйләп бирергә мәжбүр булған һәм аталарына ҡарата законды ҡулланмауҙы үтенгән. Кенәз уларҙың һорауын үтәү генә түгел, ғөмүмән, алтмышы тулғандарҙы тауға алып барып ҡалдырыу тураһындағы законды ғәмәлдән сығырап, егеттәргә ҙур бүләктәр биреп, уларҙың дәрәжәһен дә күтәреү хаҡында фарман сығарған...
"Тауға ҡарап таш атма" әйтеме менән был ваҡиғаның ниндәй уртаҡлығы бар тиһегеҙме? Бар икән дә шул. Тәбиғәттең олпат өлөшө тау тип аталһа, кешеләр араһында ундай олпатлыҡҡа өлкән кешеләр, тормош аҡылын үҙенә туплаған аҡһаҡалдар эйә. Кенәздең шундай аҡһаҡалдарҙы тауға алып барып үлергә ҡалдырыу хаҡындағы законы уларға таш менән атыуға тиң булған. Һәр хәлдә, был хәлде кенәз һәм уның улдары шулай баһалаған. Олоно оло итә белеү, ихтирам итеү, хатта уларҙың ниндәйҙер ғәйептәре булған сүрәттә лә уларҙы аяу хаҡында ла бара бында һүҙ...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. ТАУҒА ҠАРАП ТАШ АТМА
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. ТАУҒА ҠАРАП ТАШ АТМА
Автор:
Читайте нас: