--Ундай ҡатын миңә лә кәрәк ине! Бер нәмәгә ваҡыт етмәй, күпме яҙмалар юғалып ҡала...Ағай:
--Общественный эштә юғалып, театр-меатр тип йөрөмәһен, өйгә баҫылғаныраҡ булһын. Мин ҡайтҡанда тамаҡ бешкән, өйө таҙа... штобы. И важно: тәмле бешерһен!
Мин:
--Миңә лә шундай кәрәк! Эштә тик йөрөйөм...
💫Ағай:
--Берәй 8-10 йәшкә йәшерәк булһа ишшеү ҙә яҡшыраҡ инде. Сәғәтле генә эштә эшләһә лә ярай. Суткы-муткыға китмәһен, командировкаларға тем более. Ней... эсмәһен, тартмаһын, интернетта донъяһын онотоп ултырмаһын. И холҡо йомшаҡ булһын.
Мин:
--Үҙем шулайтып йәшәгәс, миңә лә шундай берәү булһа ине...
☝🏻Ағай:
--Былай мин ҡарай алам. Кейем-һалым, бүләк-мүләк тигәндәй... ас-яланғас булмаҫ. Абищщаю. Тука миңә ҡаршы һүҙ әйтмәй, ундайҙы яратмайым.
Мин:
--Точно шулай! Миңә лә...
💢Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙар, ишеттегеҙ, ивет🤔. Ағайға ҡатын кәрәк🙏🏻. Һәм миңә лә ныҡ кәрәк ине шундай бөтөн теләгәнемде яҙып һалған, китап туплаған, өйҙө таҙалаған, аш бешереп көткән, командировкаға йөрөмәгән, эсмәгән, тартмаған, интернетта ултырмаған, ҡаршы һүҙ өндәшмәгән бер ҡатын😃🙈. Ас-яланғас итмәм, абищщаю💯.