+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 14:35

БАШЫМДЫ ӨТӨП БИР ӘЛЕ…

-

 "Һеҙ нисегерәк уйлайһығыҙ, әгәр әлеге пациент ҡатын ЛОРға түгел, ә Нина Владимировнаға килгән хәлдә, был дневальный ошо хаҡта нисек итеп әйтер ине икән?..." Был һүҙҙәрҙе ишеткән гинекологыбыҙ тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы…
Уйламайыраҡ әйтелгән һүҙҙәргә ана шундай үткер яуапты "кеҫәһендә генә" йөрөткән кешеләр һәр ерҙә осрап тора бит ул. Шул уҡ госпиталдә бүлексә мөдире булараҡ табиптар менән шәфҡәт туташтарын әлеге ординаторҙар бүлмәһенә йыйып, сираттағы "пятиминутка" үткәрәм. Шунан алдараҡ ҡына, үҙемдең бүлекте - ауырыуҙар ятҡан палаталарҙы, йыуыныу бүлмәһен, хатта бәҙрәфтәрҙе лә йәһәт кенә ҡарап, тикшереп сыҡҡайным. Табылған етешһеҙлектәр бу-йынса өлкән шәфҡәт туташына күрһәтмәләр бирәм:
- Галина Константиновна, у вас в женском туалете света нет. Как вы там ориентируетесь в темноте?
- По звуку…
Был шаян шәфҡәт туташының яуабына шундай етди кәңәшмә мәлендә бөтә бүлмә шау-гөргә күмелде. Тыйыла алмай, улар менән бергә үҙем дә көлөргә мәжбүр булдым. Етәксе булараҡ уға: "Бәҙрәфегеҙҙәге ҡылы өҙөлгән лампочканы алыштырығыҙ", - тип ябай ғына итеп әйтһәм дә була бит инде…
Бына шулай, тормошобоҙ гел һоро төҫтә, күңелһеҙ генә бармай. Бәғзе ваҡыт көлгөләп тә алабыҙ, хатта көлкөгә лә ҡалабыҙ...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

БАШЫМДЫ ӨТӨП БИР ӘЛЕ…
БАШЫМДЫ ӨТӨП БИР ӘЛЕ…
Автор:
Читайте нас: