Дин әһеленә йәш бер ҡатын килә лә ике йыл элек уларға никах уҡыуын иҫләтә, хәҙер айырылышырға теләүен әйтә. Сәбәбен иренең эштән һуң ҡайтыуында һәм шул арҡала көн һайын иреш-талаш сығыуында тип аңлата. Дин әһеле: "Айырылырға ризалыҡ бирермен, тик бер шарт ҡуям: бөгөн бешерергә йыйынған икмәгең өсөн ондо, һыуҙы һәм тоҙҙо күрше ҡатындарҙан үтескә алып тор. Миңә һөйләгән зарыңды уларға ла һөйлә", - ти. Ҡатын беренсе күршеһенә инә лә бер ижау һыу һорай. Тегеһе: "Һеҙҙә һыу бөттөмө әллә, үҙегеҙҙең ҡотоғоғоҙ бар ҙа инде", - тип ғәжәпләнә. "Бар ҙа ул. Дин әһеленә иремде ошаҡларға барып, айырылырға рөхсәт итеүен һорағайным, ул тәүҙә бына ошо шартты үтәп, һинән һыу алып торорға ҡушты", - тип яуаплай ҡатын. Шунда күрше ҡатындың теле сиселеп, үҙенең иренең насарлыҡтарын, етешһеҙлектәрен теҙеп алып китә. Артабан ҡатын тоҙ һорарға икенсе күршеһенә килә. "Бер ҡалаҡ ҡына ла тоҙоң ҡалманымы ни?" - тип аптырай уныһы ла. "Бар ҙа ул... Иман йортона барып, ирем менән айырыуҙарын һорағайным..." тип әйтә башлау менән икенсе ҡатын да: "Ә минең ирҙе белһәң ине..." - тип, үҙ иренең яманатын теҙеп алып китә. Йәш ҡатындың иренән айырылырға йыйыныуы тураһындағы хәбәр өсөнсө күршегә лә үҙ иренең яман ҡылыҡтарын һөйләргә сәбәп була. Өс күршеһендә лә йөрөп сыҡҡас, йәш ҡатын икмәк бешерә лә, бер түтәрәмен тотоп, иман йортона алып бара һәм: "Рәхмәт һеҙгә. Мин кире уйланым, айырылышмайым", - ти. "Ниңә ундай ҡарарға килдең, ҡыҙым?" - тип ҡыҙыҡһына имам. "Минең ирем иң яҡшыһы икәнен аңланым", - тип яуаплай йәш ҡатын.