"Һин, улым, ҙур үҫтең. Хәҙер һинең тормошоңа тығыла алмайым. Һиңә ҡасандыр үҙаллы тормош көтә башлар кәрәк. Мин хәҙер ҡартмын. Бөгөн бармын, иртәгә юҡмын". Ул миңә: "Тәмәке тартҡың килә икән, улым, тарт әйҙә", - тип тә әйтте. Атайҙы әйтәм, бигерәк еңел ҡотолдо. Имеш, тартҡың килһә, тарт. Минең һаулыҡ тураһында уйлап та бирмәй. Ә мин ныҡлы ҡарарға килдем - тәмәке тартмаҫҡа! Был минең ныҡлы ҡарарым, һуңғы һүҙем. Һеҙгә лә тартмаҫҡа кәңәш итәм. Исмаһам, һеҙ минең хатаны ҡабатламағыҙ...
Беҙ яйлап ҡайтып киттек. Илһам дуҫыбыҙ, мин ултыра бирәм әле, тип, тороп ҡалды. Беҙ нишләптер уларҙың өйө эргәһенән йүгереп үтеп киттек.
...Малай саҡта, эйе, һәр беребеҙ шулай шәпләнә инде. Һәр кем үҙен шәхес итеп раҫларға ынтыла. Уны эргә-тирәһендәге башҡа малайҙар, иптәштәре хуплай йә иҫкәртә. Ә атайҙарҙың өгөтө һәм... сыбыртҡыһы иһә иң оло һабаҡ биреүсе тәрбиә алымы булараҡ һанлана. Шәхес булырға ынтылған малайҙар, егеттәр, ир-егеттәр һәм уларҙың арт һабағын уҡытып, тура юлға күндерер атайҙар һәр саҡ булһын был донъяла.
Әғләм ШӘРИПОВ.