Әгәр ошо тәңгәлдә аҡыл менән эш ителһә һәм хәлле, мөмкинлеге еткәндәргә ике ҡатынлылыҡ рөхсәт ителһә, милләт һанын арттырыу ҙа бермә-бер алға китер ине. Ир-егеттең ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу, уларҙың сәләмәтлеген дә һаҡлау, гонаһтан да аралау булыр ине был. Юғиһә, бөгөн ирҙәр иллегә етер-етмәҫтән бабай роленә инергә мәжбүр. Быға уларҙы үҙҙәре инәй булып алған ҡатындары мәжбүр итә. Асылда, был йәштә ағайҙар әле йәш ҡатын менән хис-тойғоларын яңыртып яңынан йәшәй ҙә, балалар тыуҙыра ла, йәш энергияһын ҡабул итеп һәм йәшәреп, шул балаларын күтәрә лә ала. Икенсе ҡатынлы булыу унда стимул уята, маҡсатлы итә, көс-ҡөҙрәт өҫтәй һәм ғүмерен дә бермә-бер арттырыр ине.
Икенсе яҡтан, кейәүгә сыҡмай ҡалған 30-35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың да проблемаһы хәл ителер ине. Ҡатындар 35-тән үтһә, барыбер әсәй булғылары килә һәм кемдән булһа ла бала табып ҡалырға тырыша. Ә был осраҡта ул ир ҡатыны булып бала таба һәм балаһы ла атайлы була. Осраҡлы кешенән бала тапҡансы, берәүҙең икенсе ҡатыны булып бала үҫтереү күпкә яҡшыраҡ түгелме ни? Бөгөн бит инде ҡатын-ҡыҙ ҙа ирҙәр елкәһенә генә менеп ултыра торған түгел, донъя йөгөн ирҙәр менән ҡуша тарта, хатта уларҙан да шәп тарта әле. Шунлыҡтан, был хәлдә ир бүлешеү бер кемде лә бер-береһенән артыҡ ҡулландырып ҡуймаясаҡ, минеңсә.
Уйланырға урын бар. Башҡорт байыһа, ысынлап та бисә алһын ул.
Әлфиә З.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4776