Кәрәк сағында уҫал ғына ла була белдем. Беҙҙең хәрби ҡаласыҡтың таш өйөнөң түбәһендә сыбыҡ ҡыҫтырып ҡуйырға өрлөк булманы бит инде. Селек сыбыҡ ролен ишек төбөндә эленеп торған портупея (офицерҙар билен быуып йөрөй торған яҫы ҡайыш) уйнағыланы шулай ҙа. Малай халҡына "аҡыл сыбығы" тигән нәмә лә бәғзе ваҡыт кәрәктер шул… Бер аҙ ғына "эләктереп" алыуҙы шәриғәт тә тыймай. Шулай уҡ улдарым тышта башҡа малайҙар менән һуғышып, күҙҙәренә "фонарь" алып килгеләгән хәлдә, уларҙы яҡлашып, балалар араһына барып ҡыҫылышып та йөрөмәнем. Малай кеше үҙен үҙе яҡлашып өйрәнергә тейеш, тигән инаныуҙа булдым һәр саҡ.
Тормош артабан дауам итә бит инде. Улдарым, әлхәмдүлиллаһ, иркә булып үҫмәне. Бер-бер артлы инде үҙҙәренең бәләкәстәрен алып килеп күрһәткеләй ҙә башланылар. Улдарын да, ҡыҙҙарын да. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәремә ҡарайым да, үҙемдең йәш сағымда ҡайһы берҙә "офицер портупеяһын" тамыҙғылаған малайҙарымдың бала сағын иҫләп, уларҙы ныҡ йәлләйем, ышанаһығыҙмы... Үҙем улдарыма инде: "Балаларығыҙҙы ҡаҡмай-һуҡмай ғына үҫтерегеҙ",- тип нәсихәттәр уҡып ҡына торам. Айырыуса, ҡыҙ балалар йәл. "Алтын ҡоштарым" тип һөйәм уларҙы һәр саҡ. Ейәнсәрҙәрем янына күстәнәсһеҙ ингән ваҡыттарым бик һирәктер. Һәр бер хәрәкәтен хуплап ҡына торорға тырышам ҡыҙҙарымдың. Дүрт йәшлек Сафия "Үәт, маладис", тип маҡтаһам: "Ҡартатай, һин урыҫса әйтмә, башҡортса әйт", - ти. "Һай, афарин, ҡыҙым!" "Улай ҙа түгел…" "Ә нисек итеп әйтәйем һуң?" "Үәт, минең ҡыҙым шә-ә-әп!", тип әйт… Нәҡ тә атаһының бала сағы. Хәләл ефеттәре менән берлектә, малайҙарым (улар инде әллә ни малай ҙа түгел, ҡырҡтан аша атлап уҙып баралар) үҙҙәренең ҡыҙҙарын сәскәләй наҙлап, ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтереп алып киләләр, әлхәмдүлиллаһ.
Иркә генә үҫкән балаларҙың да бынамын тигән кеше булып китеүе, шул уҡ ваҡытта ҡаты тәртип булдырылған ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрҙең дә артыҡ яҡшы булмай үҫеп етеү осраҡтары ла күп бит. Тирә-яҡҡа баҡһаң, шундай миҫалдарҙы ла күрергә була. Был ҡатмарлы тормошта балалар тәрбиәһен ниндәйҙер берәй ҡалыпҡа ғына һалып булмайҙыр тимәксемен. Минеңсә, иң мөһиме - балаларҙың имани рухта, ата-әсәгә, туғандарға, башҡа кешеләргә ҡарата миһырбанлы, ғәҙел, тәртипле, эшһөйәр кеше булып үҫеүе. Уларҙа милләтеңә, өммәтеңә хөрмәт тойғоһон тәрбиәләү, ошо процеста иң башта үҙеңдең өлгөлө атай, әсәй булыуың мотлаҡ. Һәр хәлдә, мин бына шундай фекерҙәмен.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.