+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2022, 08:00

Иң яҡшы яңылыҡ

-

Бер ҙур ҡалала спорт ярыштары үтә. Еңеүсегә тәғәйенләнгән бик ҙур аҡсалата бүләккә йәш кенә егет эйә була. Бына ул өйөнә ҡайтырға сыға. Әммә урамға сығыу менән ҡаршыһына бер ҡатын килә лә, аҡсаның бер аҙ ғына өлөшөн булһа ла уға биреүен үтенә. Ул шул тиклем бәхетһеҙ һәм бойоҡ күренә, егет туҡтап, уның һөйләгәндәрен тын ғына тыңлай. Ҡатындың улы ауырыу, уны аяҡҡа баҫтырыр өсөн бик ҡиммәтле операция эшләргә кәрәк, уның бер тин дә аҡсаһы юҡ икән. Егетте ҡатындың һөйләгәндәре тетрәндерә һәм ул бөтә аҡсаһын балаһын һауыҡтырырға теләгән ҡатынға тоттора.
Бер нисә көндән һуң егет яңынан спорт клубына килә. Һәм дуҫтарына бәхетһеҙ һәм сирле балалы әсә хаҡында һөйләй.
- Ниндәй ҡыҙғаныс, - ти дуҫтары, бөтәһе бер тауыштан. Һин дә ул алдаҡсы ҡатындың ҡармағына эләктеңме ни? Ул һинең аҡсаңды алыр өсөн шундай әкиәт уйлап таҡан. Үкенескә күрә, ҡатындың был ҡылығы тәүгеһе түгел. Ғәфү ит инде һине был хаҡта алдан иҫкәртмәгәнгә.
- Тимәк, бер ниндәй ҙә ауырыу бала юҡ, - ти егет.
- Юҡ, әлбиттә, - ти тегеләр.
- Аллаға шөкөр, был аҙнала минең өсөн иң яҡшы яңылыҡ ошо, - тип шат йылмая егет.

Иң яҡшы яңылыҡ
Иң яҡшы яңылыҡ
Автор:
Читайте нас: