+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август , 20:00

Бәғзе берәүгә телефондан шылтыратһаң, урыҫ телендә һиңә яуап бирә икән, тимәк ул йә поликлиникала йә магазинда, йә булмаһа, башҡа йәмәғәт араһында йөрөп ята, тип фаразларға ҡала.

-

ҮҘ ТЕЛЕҢДӘН ОЯЛМА!

Тыуған яҡтарҙан ситтә йәшәгәндәр белә: шул тарафтарҙа ҡапыл ғына берәй милләттәшеңде осратыу оло бер бәхет һымаҡ ҡабул ителә. Мин дә Башҡортостанымдан алыҫта оҙайлы хәрби хеҙмәт дәүерендә бындай бәхетле минуттарҙы татығыланым.

Силәбе өлкәһенең Ҡаҙағстан сигенә яҡын урынлашҡан Ҡарталы ҡалаһында хеҙмәт иткәндә ҡаҙаҡ милләтле кешеләр ҙә күп булды. Милләттәшемә оҡшатып, бәғзе берәүһенә тап-таҙа башҡортса һүҙ ҡушып, әммә: "Я по казахски не понимаю, говори по русски!" - тигән яуап алған осраҡтар ҙа булғыланы. Шуның һымағыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн башҡорт кешеһен сырамытһаң да уның менән урыҫ телендә һөйләшергә мәжбүр булына ине. Унан инде, һөйләшеү акцентына ҡарап, әңгәмәсеңдең башҡорт йә татар милләтенән икәненә төшөнгәс, уға башҡортсалап һүҙ ҡуша һалырға тырышаһың. Бына шул саҡ һинең һүҙеңде яҡшы аңлаған яҡташыңдың русса яуап биреүе, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, һис кенә лә кәйеф өҫтәмәй ине. Туған телендә һөйләшергә тартынған, үҙ милләте өсөн оялған был яҡташҡа ҡарата, әлбиттә, хөрмәт тойғоһо һүрелеп тә ҡуя ине.
Йәш лейтенант ваҡыттарҙа һиңә ҡарағанда юғарыраҡ званиела булған офицер-яҡташтарҙың үҙҙәрен ана шулай һауалыраҡ тотоуы айырыуса күҙгә ташлана торғайны. Ғиззәтуллин, Гәрәев, Зөбәйеров һымаҡ күңелгә ятып торған фамилиялы, башҡорт йөҙлө яҡташтарҙы осратып, улар менән үҙ телемдә һөйләшергә өлгәшә алмауыма ныҡ ҡыйынһына инем. Үҙеңдән юғары (майор, подполковник) званиела булған был ағайҙарға иҫкәрмә яһап та булмай бит әле. Ә инде званием үҫә төшкәс, киреһенсә, түбәнерәк йә үҙеңә тиң яҡташтың башҡортса һөйләшергә тартынғанын күрһәм, уға "Үҙ телеңде хөрмәт итмәйһеңме әллә, нишләп башҡортса һорауға башҡа телдә яуап бирәһең?" тип, ҡыйыуыраҡ "һөжүм итә" башлай инем. Күптәре башҡалар ишетеп ҡалмаһын, тигәндәй, тирә-яғына ҡаранып алғас, тауышын әкренәйтә биреп, туған телен "хәтергә төшөрә" башлай…
Был һүҙем сит тарафтарҙа ғүмер иткән милләттәштәр хаҡында булды. Ә бына республикабыҙҙа, тыуған ерендә йәшәп тә әсә телен белмәгән йә белгән хәлдә лә, туған телендә һөйләшкеһе килмәгән миләттәштәребеҙ - бөтөнләй башҡа мәсьәлә. Мине бына шул яҡташтарыбыҙ айырыуса борсой. Минеңсә, мәктәптәрҙә тап ошо категория кешеләрен - үҙ башҡортоңдо "башҡортлаштырыу" эшенә ныҡ иғтибар бүленергә тейештер. Мәктәпте тамамлап сығыуына һәр башҡорт балаһын үҙ телендә иркен һөйләшерлек итеп өйрәтеү, ә уларҙы уҡытҡан башҡорт теле уҡытыусыларын яҡшы ғына итеп аҡса менән стимуллау ҙа кәрәк, тип һанайым. Телен хөрмәт итмәгән милләттәштәребеҙҙең ҡайсаҡ намыҫына (беҙҙең яҡта әйтмешләй "зыйтына") тейгеләп, ҡыҙартып алыуҙар, бәлки, ыңғай тәьҫир итер ине. Яҙыусы Әхмәр Үтәбай яҙмаһынан бер өҙөк: "…Милләттәштәребеҙ йыйылған бер мәжлестә аралашыу урыҫ телендә барғас, арабыҙҙағы берҙән-бер урыҫ кешеһе: "Үҙ телегеҙҙә һөйләшегеҙ, мин башҡорт телен аңламаһам да, һеҙҙең насар һүҙ һөйләмәҫегеҙҙе яҡшы беләм", - тип әйтеп һалды. Уның һүҙҙәре күңелебеҙгә май булып яғылһа ла, аралашыу нисек башланһа, шул телдә дауам итте. Бер аҙҙан Бөйөк Ватан һуғышы яугиры һүҙ алды. Ул: "Мине милләттәштәребеҙҙең үҙ-ара туған телебеҙҙә аралашмауы борсой. Беҙ шуның өсөн ҡан ҡойҙоҡмо ни? Күпме яуҙаштарым һуғыш яланында ятып ҡалды, бик күптәре яуҙан иҫән-һау ҡайтып, ошо көнгә килеп етә алманы. Улар фашизмға ҡаршы көрәштә йәндәрен аямай ҡорбан булғанда, ейәндәренең, киләсәк быуындың үҙ туған телендә аралашыуы хаҡында ла хыялланды. Улар үҙ ғүмерен бушҡа бирҙеләрме ни?.." тине, күҙҙәренә йәш алып. Бәғерҙәребеҙгә төйөр ултырҙы, күҙҙәребеҙгә йәш тығылды. Мәжлес туған телебеҙҙә дауам итте…"
Транспортта йә башҡа берәй йәмәғәт урынында булһынмы, башҡортса һөйләшергә оялған яҡташтарыбыҙҙы йыш ҡына күрергә тура килә шул. Ҡасандыр Советтар Союзы мәлендә һалынған "ҡалыптан" һаман сығып китә алмайбыҙ. Ғүмер буйы ауыл ерендә йәшәп, ҡалаға ҡунаҡҡа килгән бер әбейгә ҡала автобустарының береһендә ҡыҙының "Мама, я тебе билет взяла", тигән һымағыраҡ өндәшеүенә шаһит булғайным. "Нишләп әпсәңә (беҙҙең Баймаҡ яғында "әсәйеңә", "әсәңә" тигәнде ҡайһы берҙә шулай итеп әйтәләр) ғүмере ҡулланмаған һүҙ менән өндәшәһең?"- тип тәнҡитләп тә алдым башҡалар алдында башҡортса һөйләшергә оялған был танышымды. Шулай уҡ бәғзе берәүгә телефондан шылтыратһаң, урыҫ телендә һиңә яуап бирә икән, тимәк ул йә поликлиникала йә магазинда, йә булмаһа, башҡа йәмәғәт араһында йөрөп ята, тип фаразларға ҡала. Әйтерһең дә, үҙ телеңдә һөйләшкәнебеҙ өсөн беҙгә яуапҡа тарттырылыу хәүефе янай…
Сағыштырыу өсөн башҡа халыҡтарҙы алып ҡарайыҡ әле. Кавказ, Урта Азия вәкилдәре булһынмы, улар бер ҡасан да (хатта Советтар Союзы осоронда ла) үҙ теленән оялманы. Йыш ҡына әрмелә шундай күренешкә шаһит була инем. Берәй яҡташын осратып, шунда уҡ ҡосаҡлашып, танышып алалар ҙа, тирә-йүнгә хатта иғтибар ҙа итмәй, иркенләп үҙ телендә һөйләшә башларҙар ине. "Нишләп урыҫса һөйләшмәйһегеҙ?" тип бер кем дә уларҙы әрләмәне. Ә беҙҙең халыҡтың башҡалар араһында үҙ телендә аралашмауы артыҡ әҙәплелектән киләме икән, тип уйлап ҡуям ҡайсаҡ, әллә… туған теленән оялыуынанмы? Шундай ғәҙәт тик беҙҙең башҡортта ғына түгел, татар, сыуаш, мари, мордва милләтле кешеләрҙә лә бар. Саманан тыш "әҙәпле" булған өсөн дә ошо халыҡтарҙың туған тел мәсьәләһе бөгөнгө көндә иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып торалыр, бәлки… Уйланырға урын бар, ҡәҙерле милләттәштәрем!
Тирә-йүндә һине аңламаған башҡа милләт вәкилдәре булған осраҡта нисегерәк һөйләшеү кәрәклеге хаҡында Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән шундай риүәйәт бар: "Өсәү араһындағы ике кеше өсөнсөһө белмәгән телдә йә иһә уға ишеттермәй, шыбырҙашып һөйләшергә тейеш түгел. Ә инде дүрт һәм унан күберәк кеше булған ерҙә - мөмкин…" Әхмәр Үтәбай иҫкә алған мәжлестәге һымаҡ, арала икенсе бер милләт вәкиле бар, тип, бөтә йәмәғәттең уның теленә күсеүе шәриғәт күҙлегенән сығып ҡарағанда ла дөрөҫ түгел. "Арала башҡорт кешеһе бар", тип, бер ерҙә лә беҙҙең телгә күсмәйҙәр ҙә баһа. Балтика буйы илдәрендә, Украин ерендә күпләп йәшәгән урыҫ халҡының тел мәсьәләһе ифрат киҫкен тороуын, ундағы рустарҙың эске кисерештәрен аңларға була. Сит ерҙә ғүмер итеп, үҙенең туған телен һаҡлап алып ҡалырға тырышҡан, балаларына өйрәтергә теләгән был кешеләр маҡтауға лайыҡ, тип һанайым. Ә үҙебеҙҙең Башҡортостанда йәшәп тә үҙ теленә бөтөнләйгә битараф булған милләттәштәремде бөтөнләй аңламайым. Башҡорт ерендә башҡорттар өсөн башҡорт теле мәсьәләһе бөтөнләй проблема булып торорға тейеш түгел дә бит...
Баштараҡ, мәктәптәрҙә балаларға телде яҡшы итеп өйрәтеү зарурлығы хаҡында яҙып үткәйнем, әммә был мәсьәләне хәл итеү, башлыса, ата-әсәнән тора. Үкенесле, әммә ата-әсәһе башҡорт телен яҡшы белгән ғаиләләрҙә лә күп кенә балалар "пап, мам" тип телен аса. Урамда ла, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, өйҙә балаларының тик урыҫ телендә генә аралашыуы күптәрҙе бөтөнләйгә борсомай… Үҙемдең улдарымдың хәрби ҡаласыҡта тыуып үҫеп тә, башҡорт телендә таҙа һөйләшеүенә ҡыуанам. Әммә башҡортса теле асылып, һин дә мин һөйләшеп йөрөгән ейән һәм ейәнсәрҙәребеҙҙең, әлеге "һыйпафон"дары арҡаһындамылыр, йәһәт кенә урыҫсаға төшөп барыуҙары борсолдора әле шулай ҙа. Башҡорт мәктәбенә лә йөрөйҙәр йөрөүгә. Хатта "Башҡорт теле"нән "бишле"ләр ҙә алып ҡайталар. Ситтән шым ғына килеп, үҙ-ара һөйләшкәндәренә ҡолаҡ һалһаң, уларҙың сит телдә һөйләшә башлағанын ишетәһең. Хатта улар ыңғайына бәғзе ваҡыт, мәшһүр шағирыбыҙ Әнғәм Атнабай бер шиғырында әйтмешләй, "урыҫсалап һуҡа һөрә" башлаған ерҙән, үҙеңде тотоп алып ҡалаһың. Ошо мәсьәләне бер ҡасан да күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ әле, ҡәҙерле милләттәштәр. Шунһыҙ - эш харап!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Бәғзе берәүгә телефондан шылтыратһаң, урыҫ телендә һиңә яуап бирә икән, тимәк ул йә поликлиникала йә магазинда, йә булмаһа, башҡа йәмәғәт араһында йөрөп ята, тип фаразларға ҡала.
Бәғзе берәүгә телефондан шылтыратһаң, урыҫ телендә һиңә яуап бирә икән, тимәк ул йә поликлиникала йә магазинда, йә булмаһа, башҡа йәмәғәт араһында йөрөп ята, тип фаразларға ҡала.
Автор:
Читайте нас в